+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Август 2020, 02:30

АҠ КЕЙЕМЛЕ КЕШЕ. Бармы ул, ышанырғамы?!

Башҡорт ышаныуҙарында тауыш-тынһыҙ ғына йөрөгән кеше ҡиәфәтендәге мифик зат. Уны төрлө урында күреп була. Ышаныуҙар буйынса, уға өндәшергә, барып тейергә ярамай. Күрһәң, тиҙ генә уның янынан үтеп китергә кәрәк. Шулай уҡ аҡ кейемле кешегә әйләнеп ҡарарға ла ярамай. Был тыйыуҙарҙы үтәмәгән кешенең ауырыуы ихтимал. Сөнки аҡ кейемле кеше

Диалекттарҙа шул уҡ мифик затты аҡ салмалы ҡарт, аҡ сәлләле ҡарт, аҡ таяҡлы ҡарт, аҡ сәкмән, аҡ елән, аҡ салма кейгән бабай ҙа тиҙәр. Башҡорт ышаныуҙарында тауыш-тынһыҙ ғына йөрөгән кеше ҡиәфәтендәге мифик зат. Уны төрлө урында күреп була. Ышаныуҙар буйынса, уға өндәшергә, барып тейергә ярамай. Күрһәң, тиҙ генә уның янынан үтеп китергә кәрәк. Шулай уҡ аҡ кейемле кешегә әйләнеп ҡарарға ла ярамай. Был тыйыуҙарҙы үтәмәгән кешенең ауырыуы ихтимал. Сөнки аҡ кейемле кеше - ул үлгән кешенең рухы, тиҙәр.
Аҡ кейемле кеше, аҡ ҡарт тураһында хөрәфәти хикәйәттәр бик күп. Хикәйәттәрҙе һөйләүселәр был мифик затты күберәк аҙбар, йорт эйәләре йәки үлеләр рухы тип аңлата. Миҫал өсөн Федоровка районында яҙып алынған хикәйәттәрҙән һәм ≪Башҡортостан≫ гәзитендә баҫылған материалдарҙан өҙөктәр килтерергә була.
≪1937 йылда, малай саҡта, ҡараңғы төшә башлау менән тиҫтерҙәр йәшенмәк уйнарға керешеп китә торғайныҡ. Бер ваҡыт мин йәшенәм тип барған бер стена мөйөшөнә оло сәкмән кейгән, яғаһын торғоҙған, оҙон аҡ таяҡҡа таянған бабай һарай янынан килде лә йоҙроҡ ҡына һыйырлыҡ таш тишегенә инде лә китте. Миндә иһә йәшенеү ҡайғыһы бөттө. Инәйемә һөйләп биргәйнем, ≪ул ҡайһы ваҡыт күренә шул, ҡурҡмаһаң ярай ҙа≫, - тине.
1944 йылда түбән яҡтан килешләй шул уҡ бабайҙы, шул уҡ кейемдә тағы күрҙем. Тау башындағы таш ҡаҙан соҡорҙа яңғыҙ ҡара тал үҫә, шуның янында ултыра ине. Мин яҡынлаша башлағас, бабай ултырған еренән торҙо ла йылға буйына төшөп юҡ булды≫. (М. Ташбулатов. Федоровка районы).
≪Бала инем әле. Өйҙәгеләргә:
- Әйҙә, кем минең менән бергә сыға? - тиһәм,
- Малай кеше төндә ҡурҡмай ул, ҡыҙҙар үҙеңдән көлөр, юғиһә, - тип кенә яуаплар инеләр.
Шулай, бер сыҡһам, ҡойма буйында аҡ салма, аҡ елән кейгән ҡарт тора. Үҙе минең яҡҡа килә бирә лә кире китә. Ҡараңғы төндә аҡ нәмә асыҡ күренә бит ийде, ҡайҙа китер икән был таныш булмаған мулла тип, әҙерәк күҙәтеп тора бирҙем. Ул әлеге урында йөрөнө-йөрөнө лә келәт артына инеп юғалды.
Өләсәйемә һөйләһәм:
- Йорт эйәһе бит ул, улым. Кеше күҙенә төрлө кейемдә күренә. Уға бер ҡасан да өндәшергә, яҡын барырға ярамай, - ине.
Был хәлдән һуң мине, зәхмәт сире бәрелер тип, яңғыҙымды сығарманылар≫. (Х.Яхин. «Башҡортостан» гәзите).
Башҡорт мифологияһы. Ф.Ғ.Хисамитдинова
Читайте нас: