+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2020, 20:00

ҺАНДАР СЕРЕ

Беҙ, XXI быуат кешеләре, теләһә ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәргә ышанып бармайбыҙ. Әммә, ярамағаныраҡ берәй нәмә әйтеп ысҡындырһаҡ “Аллам һаҡлаһын”, йә “күҙ теймәһен” тип, ни өсөндөр ағасҡа өс тапҡыр һуғып ҡуябыҙ. Имтиханда 13-сө билет эләкһә лә йөрәк һулҡылдап ҡуя... Ни өсөн беҙ 13 һанынан шөрләйбеҙ?

Беҙ, XXI быуат кешеләре, теләһә ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәргә ышанып бармайбыҙ. Әммә, ярамағаныраҡ берәй нәмә әйтеп ысҡындырһаҡ “Аллам һаҡлаһын”, йә “күҙ теймәһен” тип, ни өсөндөр ағасҡа өс тапҡыр һуғып ҡуябыҙ. Имтиханда 13-сө билет эләкһә лә йөрәк һулҡылдап ҡуя... Ә ҡытайҙар һәм япондар “4” һанын яратмай, сөнки уларҙың телендә ул “үлем” һүҙенә оҡшаш. Яңыраҡ Америка ғалимдары ҡытай һәм япондарҙың күберәген айҙың дүртенсе көнөндә үлеүен билдәләгән. Бының сәбәбен ошо һандан ҡурҡыу арҡаһында кисерелеп килгән стреста күрергә мөмкин.
Һандарға үҙебеҙ ҙә аңламайынса иғтибар биреүебеҙҙең тамырҙары борон-борондан килә һәм уларҙың кеше ғүмеренә йоғонтоһона ышаныу ҙа беҙҙең ваҡытта барлыҡҡа килмәгән. Грек философ-пифагорсылары (Пифагор ҡарашын уртаҡлашыусылар) һандарҙы бөтә кешелектең башланғысы тип һанаған. Нәҡ уларҙың фәлсәфәһенән барлыҡҡа килгән дә инде нумерология тип аталған эзотерик тәғлимәт. Гректарҙан тыш шуға оҡшаш системаны ҡытайҙар ҙа уйлап сығарған һәм әлеге көндә популярлыҡ яулаған фэн-шуй нигеҙҙә “был донъяға һандар баш” тигән ышаныуға ҡоролған.
Йоп һәм таҡ һандар ҙа халыҡ араһында төрлө мәғәнәлә йөрөй. Таҡ һандар көн, яҡтылыҡ, уң яҡ, ир-ат башланғысы менән бәйле, ә йоптар иһә төн, ҡараңғылыҡ, һул яҡ, ҡатын-ҡыҙ башланғысы менән. Быға кеше мейеһенең үҙенсәлекле төҙөлөшө сәбәпсе. Ғәҙәттә, күпселектә мейенең һул яҡ яртыһы өҫтөнлөк итә һәм бөтә “яҡшылыҡ” өсөн яуап бирә. Был мейенең ике ярымшарлығының таҡ һандарға өҫтөнлөк биреүен аңлата ла инде.
Күп халыҡтарҙа “2” һанын өнәп бөтмәйҙәр, сөнки ул йоп һандарҙың иң бәләкәсе. Мәҫәлән, славяндарҙа бер үк хәрәкәтте ике тапҡыр ҡабатларға ярамай тигән ышаныу бар; күп кенә кире һынамыштар ҙа ике һаны менән бәйле (мәҫәлән, тауыҡ бер көндә ике йомортҡа йә ике һарылы йомортҡа һалһа, үлем көтөргә кәрәк); бөтәбеҙ ҙә ишеткән “черта с два!” тигән әйтеү ҙә юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Борон игеҙәктәр тыуыуын да насарға юрағандар.
“3” һаны, киреһенсә, таҡ һандарҙың иң бәләкәсе булараҡ ыңғай, саф, изге, теүәллек билдәһе булып тора. Ошонан килә лә инде һәр нәмәне өс тапҡыр эшләү ғәҙәте (ағасҡа һуғыу, төкөрөү). Рәссамдар триптихтар төшөрә, яҙыусылар трилогиялар яҙа, спортсмен-йүгереүселәр алға ынтылыр алдынан өскә тиклем һанай. Өстөң хөрәфәте “9” (өс өсөң туғыҙ) һанында дауам итә һәм сикһеҙлеккә тиклем шулай. Рус әкиәттәрендә осраған “тридевять земель” теүәллек һәм камиллыҡтың тағы ла бер метафораһы.
Дүрт, үҙенең йоплолоғона ҡарамаҫтан, шулай уҡ донъялағы гармонияны сағылдыра. Дүрт менән өстө берләштереп, серле “7” һәм “12” һандарын килтереп сығарырға була. Шуға беҙ “ете тапҡыр үлсәйбеҙ”, “күктең етенсе ҡатына менәбеҙ”, “ете диңгеҙ аръяғына барабыҙ” ҙа инде. Етенән шулай уҡ, тәүәккәллек символы булараҡ, рус һүҙе “семья” барлыҡҡа килгән. Йылды ла беҙ юҡҡа – 12 айға, ә йондоҙнамәне 12-гә бүлмәйбеҙ.
Ә ни өсөн беҙ 13 һанынан шөрләйбеҙ? Сөнки был һан “12” һанының теүәллеген боҙа, артып китә, был дөрөҫ, кешесә түгел.
Һандарҙы аңлау өсөн һанау системаларына ла күҙ һалыу кәрәк. Унарлы системаны ҡулланыуыбыҙ тән төҙөлөшөнә бәйле: “10” – ул беҙ күрә алған ҡулдағы бармаҡтарҙың һаны. Унарлы һанау системаһын элек боронғо мысырҙар, ҡытайҙар, һиндтар һәм ғәрәптәр ҡулланған.
Боронғо ғәрәптәр, римдәр һәм майялар ундан башҡа биштәрҙе лә һанаған (быныһы ла аңлашыла: “5” – ул бер ҡулдың бармаҡтарының һаны). Ә бына боронғо вавилондар бик үҙенсәлекле алтмышлы һанау системаһын ҡулланған. Ғалимдар әле һаман да ни өсөн “60” икәненә төшөнә алмай. Ә был системаны хәҙерге бөтә донъя ҡуллана: сәғәттә – минуттарҙы һәм минутта секундтарҙы һанай.
Йыш ҡына “йөҙ (йә ҡырҡ) тапҡыр ҡабатланым”, тип әйтергә яратабыҙ. Быны, әлбиттә, шартлы рәүештә әйтәбеҙ. Ә нигеҙе уның боронғо дәүерҙәргә ҡайтып ҡала: күрәһең, ул ваҡыттарҙа 40 иң ҙур һан булған һәм ул бик күп тигәнде аңлатҡан, шуға күрә беҙ хәҙер ул һанды күп һүҙе урынына ҡулланыуыбыҙҙы үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалабыҙ.
Һандарға ышанырғамы, юҡмы – был һәр кемдең шәхси эше. Әммә, нисек кенә булмаһын, “бәхетле” һандарға ғына ышанайыҡ һәм яҙмышыбыҙҙы тик яҡшыға юрайыҡ.
Читайте нас: