-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 22:00

ТАНЫТЫУ

Бөгөн мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге әрһеҙҙәр түрҙә йөрөй, төрлө юлдарын табып телевизор экранында, гәзит-журнал биттәрендә, сәхнәлә күренеп ҡалырға тырыша. Ни хәл итәһең, талантһыҙ булған хәлдә лә шау-шыу ойоштороп үҙеңде нисек тә танытырға кәрәк бит…

ТАНЫТЫУ (Уймаҡ хикәйә)
Ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Бер ағай тамам аптыратты, хәйерһеҙ, аҙна һайын йә берәйһе менән һуғыша, талаша, йә ерле юҡта кешенең муйынынан ала, унан ҡалһа бисәһен туҡмап, балаларын тинтерәтеп ҡыуып сығара. Тегеләре өй беренсә урам ҡыҙыралар, кешелә йоҡлайҙар. Саҡыртып алып ҡаты ғына итеп һөйләшеп алырға тура килде:
– Ағай, ҡасан шул ҡаңғырып йөрөүеңде ҡуяһың? Сара күрергә тура килер!
– Эй, ҡустым, – тине ул, – ни өсөн улайтып ҡаңғыра тиһең? Ауылда минең хаҡта онотоп ташламаһындар, иҫтән сығарып ебәрмәһендәр өсөн эшләйем бит был эште!
Бөгөн мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге әрһеҙҙәр түрҙә йөрөй, төрлө юлдарын табып телевизор экранында, гәзит-журнал биттәрендә, сәхнәлә күренеп ҡалырға тырыша. Ни хәл итәһең, талантһыҙ булған хәлдә лә шау-шыу ойоштороп үҙеңде нисек тә танытырға кәрәк бит…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Читайте нас в