+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 20:00

ҮПКӘҢДЕ

ҠОМҒА ЯҘ!

Бер мәл ике дуҫ бәхәсләшеп киткән дә, береһе икенсеһенең сикәһенә сәпәгән. Тегеһе ауыртыуҙан, әммә бер нәмә лә өндәшмәйенсә, ҡомға: “Бөгөн мине иң яҡын дуҫым яңаҡланы“, – тип яҙып ҡуйған.
Улар юлдарын артабан дауам иткән. Бер аҙҙан алдарында йылға күреп ҡалып, һыу инеп сығырға ҡарар иткәндәр. Сикәһенә сәпәлгән дуҫ саҡ батмай ҡалған, тегеһе быны ҡотҡарған. Аңына килгәс, ташҡа соҡоп: “Бөгөн иң яҡшы дуҫым мине үлемдән ҡотҡарҙы“, – тигән яҙыу яҙған. Дуҫы һорап ҡуйған:
– Мин һине үпкәләткәндә ҡомға яҙғайның, хәҙер ниңә ташҡа яҙаһың? – тип һораған дуҫын сикәләгән һәм ҡотҡарғаны. Тегеһе:
– Кемдер беҙҙе үпкәләтә икән, ҡомға яҙырға кәрәк – ел уны юйып ҡуйһын. Ә яҡшылыҡ эшләгәндәрендә ташҡа соҡоп яҙыу фарыз – бер ниндәй ел дә юймаҫлыҡ булһын, – тип яуап ҡайтарған.
Читайте нас: