-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Август 2020, 16:00

ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ

МАНЬЯК

Күп йылдар ағышында ҡанға һеңешкән ғәҙәт буйынса кәнсәләргә мин иртә йөрөйөм. Бына бөгөн дә иң алдан килгәнмен. Ишектә уҫлаптай йоҙаҡ элеүле тора, тимәк, эш көнө әлегә тик минең өсөн генә башланған.
Күңелдәргә дәрт-илһам өҫтәп торған март иртәһенең тыныс һәм ябай матурлығына һоҡланып болдор алдындаға эскәмйәлә ултырам. Тиҙҙән, ҡояштың наҙ тулы нурҙары ҡағылыу менән, шаян гөрләүектәр уяныр. Күмәкләшеп уянырҙар ҙа үҙҙәренә ҡыҫҡа ғына булһа ла, әммә шау-шыулы һәм күңелле ғүмер бүләк иткән яҙ миҙгеленә дан йырлай башларҙар. Ә әлегә улар быжыр боҙ булып ҡатҡандар ҙа сабыр ғына көтәләр. Көндөҙ иретһә лә, төндәр шөйлә һыуыҡ шул.
Ҡайҙалыр өҙөлөп-өҙөлөп сыйырсыҡ һайрай, ҡыйыҡ башында күгәрсен гөрөлдәй, урман тарафтарынан торна тауышы ишетелеп ҡала.
Беҙҙең кәнсә түбәһе тулҡынлы ҡалай менән ябылған. Һәр тулҡындың аҫтында тиерлек турғай ояһы. Бында турғайҙар батшалығы. Бәләкәй ҡошсоҡтар умартаһынан яңы сыҡҡан бал ҡорттары ише мыжғып тора. Шул ҡәҙәре күптәр. Илаһи миҙгел, донъя хозурлығына ҡыуанышып сыр-сыу киләләр. Иғтибарлап ҡараһаң, улар ҙа үҙҙәренсә матур ғыналар икән. Ҡайһыһылыр сырҡ-сырҡ иткән булып тормош ишен эҙләһә, икенселәре, бар донъяларын онотоп, торлаҡ төҙөү менән мәшғүл. Ә өсөнсөләре, һөмһөҙлөк менән йәшәп өйрәнгәндәре, зыҡ ҡубып әҙер оя өсөн низағлаша. Ундайҙар турғай заты араһында ла була икән.
Эскәмйә янында аунашып ятҡан турғай кәүҙәләренә иғтибар иттем. Икәүҙәр. Үҙҙәренең бер урындары ла зарарланмаған һымаҡ, яралары ла күренмәй, ә йәндәре юҡ. Ни сәбәптән һәләк булғандарҙыр, кем белә? Күрәһең, араларында берәй яман сир таралғандыр. Йыртҡыс–фәлән тәләфләһә, мәҫәлән, бесәй, бында ятҡырып ҡалдырмаҫ ине. Ауыр ҡышты үткәреп тә, йәшәйеш буйтым еңеләйергә торғанда былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерҙәре мәлһеҙ өҙөлгән ҡошсоҡтар йәл булып китте.
Фәлсәфәүи хистәргә бирелеп ултырғанымда баш осомдан, фырылдап, һоро йомғаҡ кәйелеп үтте. Үтте лә туң ергә туп итеп барып төштө. Йомғаҡ тигәнем ике турғай ине. Бер-береһенә сат йәбешкәндәр ҙә, тауыш-тынһыҙ ғына ҡыйнашалар, боҙ өҫтөндә тәгәрәшеп йөрөйҙәр. Мин ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Моғайын, оя өсөн талашаларҙыр.
Сәйер алыш оҙаҡҡа барманы, ҡошсоҡтарҙың береһе ҡанаттарын хәлһеҙ йәйҙе лә, салҡан һуҙылып төштө. Еңеүсе тураһында: ”Нәҡ көрәшселәр кеүек икән, тәки арҡаһына һалды бит, ә”, – тип уйлап йылмайып ҡуйҙым. Шулай ҙа ни эшләп еңеүсе дәғүәсеһенең муйынынан алған да һаман ебәрмәй? Былай эштең олоға китеүе бар.
Урынымдан ҡалҡынып тегеләр яғына атланым. ”Еңеүсе” осоп китте лә, түбәгә ҡунып, тантаналы сырҡылдарға тотондо, ә еңелеүсе хәрәкәтһеҙ ятып ҡалды. Уны һаҡ ҡына ҡулыма алдым. Кескәй генә йылы йомғаҡ-кәүҙә... йәнһеҙ ине. Мин шаҡ ҡаттым. Тора биргәс, башыма барып етте: турғайҙарҙың баяғы икәүһе лә, күрәһең, ошо рәүешле һәләк булған. Тимәк, турғайҙар араһында ла үлтереүселәре була! Турғай маньягы! Кем уйлаған инде, йә. Үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, кеше әйткәнгә ғүмерҙә ышанмаҫ инем. Ҡайҙан белеп алған да, нисек өйрәнгән буҙ турғай әлеге яман эшкә? Үҙ ишеңде ниндәйҙер оя хаҡына быуып үлтерсе әле! Бәғзе бер йыртҡыс затты хәтерләтмәйме һуң уның ҡылығы? Был турғайҙың нәҫеле нисегерәк булыр? Мәгәр аталарына оҡшап яралһалар... Ул сағында бөтә буҙ урғайҙар ҙа йыртҡысҡа әйләнеп бөтмәҫ тимә. Ә артабан, берен-бере быуа торғас, турғай заты тамырынан ҡоромаҫ тип кем әйтә ала? Һорауҙар күп, яуап юҡ. Аптыратты турғай.
”Ә үҙең һуң, үҙең, әҙәм балаһы, – тип уйланым аҙаҡ, – ошо мөртәт турғай һымаҡтарың әҙме араңда? Турғай, ярай, аҡылһыҙ, ә әҙәм...”
Иҙрис НОҒМАНОВ.
Читайте нас: