+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август 2020, 19:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ:

I урын өсөн ағайым менән көрәшкән саҡтар ҙа булды

Бала саҡтан ағайҙарынан үрнәк алып үҫкән малай, әлбиттә, спорт менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул итә. Йүгереү, саңғыла, һыбай йөрөүҙән, көрәштән тыш үҙенең бала сағын күҙ алдына ла килтерә алмай. Спорт егет затына иң тәүҙә үҙ-үҙеңдә ныҡышмалылыҡ, сәм, рух тәрбиәләү өсөн кәрәк. Тормош бит ул үҙе көрәш, төрлө һынауҙары менән кешенең ныҡлығын, көс-дарманын һынай. Шул сәбәпле бер ярыш, конкурс, һабантуй ҙа Зәйнетдиновтарһыҙ үтмәй. Башта ағалары милли байрамдарҙа еңеп, батыр исемен йөрөтһә, IX класта Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы ла көрәш майҙанына аяҡ баҫып, еңеүгә өлгәшә.
“Спорт донъяһы ҡатмарлы ла, яуаплы ла өлкә. Алыш ҡаҡ ер өҫтөндә уҙғарыла торғайны. Шуға һин тәү сиратта үҙеңдең һаулығыңды һәм ярышыусының именлеген дә ҡайғыртырға бурыслы. Ауылда бөтәһе лә көрәш техникаһының нескәлектәрен белеп бөтмәй, үҙеңдән ауырлыҡ буйынса тиң булмағандар менән дә көс һынашырға тура килә. Таҙа еңеүгә өлгәшеү сәғәт буйына һуҙылыуы мөмкин. Әлбиттә, был осраҡта имгәнеүҙән бер кем дә азат түгел. Янбаш һыҙлаған, бил өҙөлгән, ҡул-аяҡтар һынған осраҡтар ҙа булғыланы. Баш һелкенһә, әбейҙәр йүкә бәйләп ултырта торғайны.
Еңеү хаҡына бындай ауырлыҡтарға ла түҙә инек. Егет кеше өсөн һабантуйҙан тәкә алып ҡайтыу – оло дан һәм шул уҡ ваҡытта мәшәҡәт тә. Атайым етәкләгән һарыҡ фермаһынан иң ҙур тәкәне һайлап, байрамға алып барабыҙ. Аҙаҡ көрәшеп, кире алып ҡайтабыҙ. Кискеһен уны һуйып, ауылдаштарҙы – өйгә, ә йәштәрҙе Әй буйына йыйып һыйлайбыҙ. Шуға ла ҡайһы саҡта атайым: “Беренсе урын тип өҙгөләнмә, икенсене ал, бүләкле лә булырһың, кисен байрамға ла барырһың”, – тип шаярта торғайны☺. Быны мин ьғаиләбеҙҙең дәрәжәһен төшөрөү кеүек ҡабул иткәнмендер, күрәһең. Сөнки атайым һәр ваҡыт “Иң яҡшы тракторсы”, “Иң яҡшы зоотехник” исеме менән бүләкләнә ине. Шунлыҡтан, һәр саҡ беренселеккә ынтылдым, хатта I урын өсөн ағайым менән көрәшкән саҡтар ҙа булды”.
Читайте нас: