+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август 2020, 22:45

Августың да аҙағы етә... Һынамыштарҙы һынап ҡарайыҡ әле

24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр. Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр. 26 августа

26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә. 27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер. 28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр. 29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр. 30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр. 31 августа аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.
Читайте нас: