+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август 2020, 22:54

Илһам килер мәлдәр етте

Төн уртаһы. Шығыр-шығыр, Әйләнәм дә тулғанам. Тағы бер шиғырым тыуа - Тота татлы тулғағым. Иркәйем йоҡо аралаш: - Нимәгә тулайһың ?-ти. Ике күҙеңде шар асып Кемдәрҙе уйлайһың? - ти. Мин әйтәм: - Бик йоҡлар инем, Илһам йоҡо бирмәй, - тим. Төн булдымы, килеп етә, Ә йоҡо юҡ, килмәй, - тим. Ирекәйем ырғып торҙо: - Ҡайҙа ул? Ҡайһы Илһам?

Ирле бисә эргәһендә Уға нимә ҡалмаған? Хәҙер, тетмәкәйен тетеп Атаһын танытырмын! Шаярырға уйлай икән - Көлкөһөн яңыртырмын! - Сеү! - мин әйтәм. Һинән ҡурҡмай, Кем килһен минең янға. Илһам ҡошом килеп урай, Һин уға ажарланма. Һиңә булған хистәремде Ул илһам һүрелтмәй һис. Ҡасан теләй, шунда килә Минән һорап килмәй бит... Ирҙең ярһыуы баҫылды: - Әәә... Ярай улай булһа. Кәләшемә йоҡо бирмәй, Тәртипһеҙ икән илһам! Үҙ ваҡытын белеп килһен, Бынан түбән илһамың! Юғиһә, бер тотоп алып, Уҡытырмын иманын! Әйләнде лә, йоҡланы ир. Күңеле тынысланып. Ә эргәмә илай-көлә Яҡынлаша илһамым. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: