Бик эҫе ваҡытта, хатта таштар иреп ятҡан бер саҡта, Мөхәммәт Бәйғәмбәр бер улы менән тау башынан шунда һикергән икән, тип һөйләйҙәр ауыл кешеләре. Ул изге таш һанала. Юлдан үтеп йөрөүсе кешеләр, йәше-ҡарты, шул таш эргәһендә туҡталып китә. Ҙур аяҡ эҙенә сәскә, еләк, муйыл, бик булмаһа, матурыраҡ таш киҫәге булһа ла һалып уҙалар. Икенсе аяғының эҙе ауыл эргәһендәге йылға буйында. Бәйғәмбәр эҙҙәре саҙаҡа итеп һалып ҡалдырылған тәңкәләр, ҡулъяулыҡ, сәскәләр гөлләмәһенән өҙөлмәй. Геологтарҙан айырмалы рәүештә ауылдың ҡарттары был эҙҙәрҙең, ысынлап та, бәйғәмбәрҙеке икәненә ихлас ышана һәм Ҡыһыланташ менән Сумаҡай тауы араһында торған Бәйғәмбәр ташын – 20-25 метр бейеклектәге ҡаялы тауҙы – изге урын тип иҫәпләй.