+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август 2020, 20:05

Журналист Гүзәл ХӘМИТОВА: Ҡотоҡсумғанға төшөү һәм күтәрелеү бренд һанала.

Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшөүемде иҫләһәм, әле лә тәндәр зымбырлап китә. Уны мәмерйә-упҡын тип йөрөтәләр һәм ул Рәсәйҙә берәү генә. Бейеклеге 40 ҡатлы йорт самаһы.

Тапшырыу төшөргәндә ҡыҙыҡ һәм ҡурҡыныс хәлдәрһеҙ ҙә булманы. Иң иҫтә ҡалғандары:
“Эҙәрмән” егеттәре менән Белореттағы Нуҡат мәмерйәһенә төштөк. Әҙ генә барҙы ла, юл бөттө – ҡайҙалыр аҫҡа китә, ә унда шабырлап һыу аға. Бик ҡарағым килгәйне лә, егеттәр ебәрмәне.
Ике йыл дан һуң, “Мистик Башҡортостан”ды төшөрә башла ғас, арҡандар, гидрокостюмдар алып, тағы киттек шул урынға, күңелде тынысландырып ҡуйғым килде. Төштөк. Тәпәш кенә булып сыҡты. Һис мин көткәнсә түгел. Оператор мәмерйә ауыҙына яҡыныраҡ торорға ҡуша, ә өҫтән шабырлап һыу аға. Аяҡтарҙы киреп баҫтым да: “Мин төшөп еттем, берәй нәмә күрерлек түгел бында, һыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ!” – тип ҡысҡырам. Ә үҙемдең нисәмә йыл тынғы бирмәгән мәмерйәмә ҡарап көлкөм килә (йылмая). Әммә тапшырыуҙа шул тиклем матур күренде барыһы ла.
Ә бына Мәләүез районы милли парк биләмәһендәге Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшөүемде иҫләһәм, әле лә тәндәр зымбырлап китә. Уны мәмерйә-упҡын тип йөрөтәләр һәм ул Рәсәйҙә берәү генә. Бейеклеге 40 ҡатлы йорт самаһы. Мәмерйә уйымын ашатлап баҫырлыҡ ҡына. Бына ошо бер аҙым ер иң ҡурҡынысы. Аҫта – упҡын. Бер нәмә күренмәй, аяҡ-ҡулдар дер-дер ҡалтырай. Аҙаҡ ошо мәмерйәне асҡан кешеләр менән тағы берҙе төшөргә тура килде ошо упҡынға. Ҡарттарға 74 йәш ине инде. Уларҙы, әлбиттә, “косынка” тип йөрөтөлгән махсус ҡоролмаға ултыртып төшөрҙөләр, улай ҡурҡыныс кисермәгәндәрҙер. Ә миңә бөтә аппаратура, камера, аккумуляторҙарҙы тейәп, үҙемә төшөргә тура килде. Бүтән сара юҡ – тапшырыу эшләргә кәрәк. Бигерәк тә менеүе ауыр булды. Шул мәлдә: “Гүзәл, был һиңә кәрәк инеме?!. Ғүмерең артыҡмы ни шулай?!.” – тип үҙемде әрләп бөткәйнем, сөнки яңылыш ҡына ысҡынып китһәң, һиңә бер нәмә лә ярҙам итмәҫкә мөмкин... Ғөмүмән, Ҡотоҡсумғанға төшөү һәм күтәрелеү бренд һанала.
Читайте нас: