-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Август 2020, 18:16

Халҡым йолалары

Кешелек барлыҡҡа килгән ваҡыттан алып, кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйлау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм ижади ҡеүәтте байытыу, тормош-көнкүреш талаптарын дөрөҫ камиллыҡта үтәп еткереү өсөн халыҡ йолалары барлыҡҡа килә. Башҡорт халҡы борон-борондан үҙенең төп законына - йолаға - нигеҙләнеп йәшәгән. Халыҡ йолалары - халыҡты милләт итеп берләштерә торған сараларҙың береһе. Әгәр йолалар, байрамдар юғала икән, был инде халыҡтың рухи байлығы һайыға барыуын сағылдыра. Милләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ ҙур. Ололарҙы, кеселәрҙе, әйләнә-тирә тәбиғәтте һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо байрамдар, уйындар аша тәрбиәләнгән дә инде. Тәбиғәтте башҡорттар үҙ йорто, йәшәү сығанағы тип ҡараған. Халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫерен аңлап йәшәгән. Һыуға бәйле ғөрөф-ғәҙәт:

Йола, тыйыуҙарға бәйле халыҡ ырым-ышаныуҙары — реаль күрһәтмә, ҡурҡытыу түгел, ә философия.“Һыу — ҡатын сығанағы”, - ти халыҡ. Тыуҙыра, туйҙыра, таҙарындыра, дауалай ул. Һин һыуға ҡараған мәлдә унда тулы сағылаһың. Ул һине һәр саҡ күрә. Һине белә ул. Ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише — һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә. Ҡәҙер итмәһәң...Ҡатын сығанағы — һыу. Шуға ул барыһын да ыңғайлата ала. Һыуҙы ала бел, уға бурыс ҡайтара ла бел. *** Ҡояш ҡалҡмайынса һыу алырға ярамай. Им-том итергә генә, дауаға алыу мөмкин. Ҡояш нуры төшмәгән һыу уянмаған була. Һыу алғанда “бисмилла” әйтеп, ипләп кенә, тыныс күңел менән алырға кәрәк. Уның күңеле, аҡылы бар.Ҡояш байығас, һыуға барырға, крандан ағыҙып алырға ла ярамай — һыу пәрҙәләнгән була, йоҡлай. Әгәр шулай тура килһә, һыуҙан рөхсәт алырға кәрәк. Әйтә торған һүҙе бар:Эй, Һыу инәһе!Әссәләмәғәләйкүм!Аҡбуҙатлы ҡунаҡ килгән,Самауырға һыу кәрәк!Һыу бир, “өлөшөм”, — тиермен! Йәки:Һыу инәһе! Һыу бир,Көндөҙ килеп булманы!Ҡояш байығанда һыу алһаң, артыңды ҡамсылау кәрәк, ти ололар. Әгәр һыу алғанда рөхсәт алмаһаң йәки һыуға өлөшөн һалмаһаң, Һыу инәһе артыңдан эйәрә. Шуға күрә ҡайтыр юлда һыйыҡ сыбыҡ алып,үҙ- үҙеңде “ҡамсылау” күҙәтелгән.Бер оло инәй һөйләүенсә:Ҡояш байығас, һыу алып ҡайтһаҡ, атай:— Ана, ҡайтты һеҙҙең менән, һөйләшә хатта, — тиер ине.— Кем?— Һыу эйәһе!— Беҙ бит ишетмәйбеҙ!— Һеҙҙеңсә һөйләшмәй ул! — ти. — Ана, хәҙер өйгә инеп ултыра. Ул йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә кеше булып өйгә инеп ултыра икән. “Һеҙҙең һыуығыҙ тәмһеҙ!” — тип илай, ти. Тауышы ишетелһә, шунда уҡ мылтыҡтан атҡандар. Ҡоро дары менән. Шаулап сығып китер булған.Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең йолаларын, уйындарын, һөнәрен киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт,етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫеренә ышанған улар.
Читайте нас: