+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Август 2020, 21:00

Салауат Әбүзәр

КҮРӘҘӘСЕ

САЛАУАТ ӘБҮЗӘР
КҮРӘҘӘСЕ
Комедия, ике бүлектә
Ҡатнашалар:
Өлфәт – ауыл ире
Айһылыу – уның ҡатыны
Сәлимә – уларҙың ҡыҙы
Ишбулды – күрәҙәсе
Кәримә – Ишбулдының әсәһе
Самат – ялҡау егет
Байтимер – ауыл егете, төрмәлә ултырған
БЕРЕНСЕ ШАРШАУ
Беренсе күренеш
Ауыл өйөнөң ихата алды. Өлфәт ат арбаһы эшләп йөрөй. Самат инә.
Самат. О-о!.. Өлфәт ағай, әллә арба эшләйһең инде?
Өлфәт. Ә кәк же... Ағайың эшләр ул, ҡустым!
Самат. Һе... Быны нишләтмәксе булаһың? Үҙең һөйрәп йөрөтәһеңме? Атың юҡ!
Өлфәт. Ат?!.. Ат тиһеңме?.. (Күкрәгенә күрһәтеп.) Ҡустым, ат, бына, бында булырға тейеш... Ә быны Ишбулды һораны. Ағай, арба эшләп бир, тип теңкәмде ҡоротто бит. Көн дә килә.
Самат (арбаға һикереп ултыра). Аптырайым мин һиңә, Өлфәт ағай, юҡ менән булаһың. Хәҙер бит техника заманы. Был иҫкелек ҡалдығы ул дүрәккә нимәгә хәжәт булды икән?
Өлфәт. Иҫкелек имеш... Төш арбанан! Күтең бысыраҡ!.. (Саматты тартып төшөрә.)
Самат. Йә, йә... Бик ултырғым килеп тормай. Бына, мине ултырт та, мине ултырт инде, Самат кейәү... то есть ҡустым, тип һин инәлерһең әле миңә.
Өлфәт. Нимә, елкәңәме ни?!
Самат. Иномаркаға!.. (Хыялға бирелеп тора.) Ҡап-ҡара иномаркаға!..
Өлфәт. Уф, үләм!.. Төш күрҙеңме әллә?
Самат. Көлмә, Өлфәт ағай, көлмә! Күреп торорһоң, эргәңдән выжлатып уҙып китмәһәмме! Танымай ҙа торорһоң.
Өлфәт. Ҡуй, ҡустым, кешегә һөйләп ҡуйма. Бот сабып көлөрҙәр.
Самат. Ярай, ышанмаһаң, ышанма. (Ҡуйынынан шешә сығара.) Ошоно бер уртлап алайым әле мин. Һин эшең менән бул ана...
Өлфәт. Нимә ул, ҡустым?
Самат. Нимә булһын – Зәмзәм!..
Өлфәт. Туҡтале, ҡустым. Ни... Нишләп ышанмай, ти. Ышанам! Эйе, ныҡ ышанам! Була ул һинән. Теге, нимә тинең әле... Эйе, инә... инә...
Самат. Иномарка!
Өлфәт. Эйе, һин шуға ултырып ҡына...
Самат. Шулай тип ҡотол. Кеше көлөр имеш әтеү... Әйҙә, ултыр! (Араҡы ҡоя.) Тот!
Өлфәт (ҡулдарын ыуып). Йыуабыҙ былай булғас!.. Давай, ҡустым, төкәлмәй генә йөрө, йәме.
Самат. Тоттоҡ. (Эсәләр.)
Өлфәт. Ох, прәме яндырып төшөп китте был. Зәһәр!
Самат. Эх, яндыра шул, Өлфәт ағай! Яндыра!.. Һин, ярай, йәшәрен йәшәп, ашарын ашаған кеше. Һиңә бер нәмә лә кәрәк түгел. Ә бына беҙгә йәш саҡта типтереп йәшәп ҡалырға ине, исмаһам. Берәй йүнле генә эше лә юҡ бит!
Өлфәт. Эш ни, бар инде ул, ҡустым. Ана, тик торғансы тип, мин дә арба эшләп ташланым.
Самат. Әй, шул да булды эш. Мин бит аҡсалы эш тураһында әйтәм. Белмәйһеңме ни, кемдәрҙер, ана, көрәп аҡса ала. Ҡатлы-ҡатлы йорттарҙа йәшәйҙәр, затлы машинала елдерәләр... Ә һин арба һөйләйһең...
Өлфәт. Мин ни, ҡустым, йүнләп уҡымаған кеше бит, насар булһа ла үҙ арбам тимәксе булам.
Самат (көйләп). Арбам бар ҙа, атым юҡ, дәртем бар ҙа, ҡатын юҡ... Эх, шулай тормош... Тоттоҡ, әйҙә! (Эсәләр.)
Өлфәт. Һо-о!.. Ну, зәһәр, малай. Кемдән алдың быны?
Самат. Сафия ҡарсыҡтан. Хаҡын әйтәйем һиңә, икеләтә күтәреп ебәргән.
Өлфәт. Икеләтә?!
Самат. Ну, да. Бензингә хаҡ артты бит, ти.
Өлфәт. Үәт бит, ә!.. Капиталистар баҫты донъяны. Көпә-көндөҙ кеше талайҙар. Алланан да ҡурҡмайҙар исмаһам.
Самат. Алла, тиһең, участковыйҙы бар тип белмәйҙәр. Ҡарале, Өлфәт ағай, теге донъя бармы икән һуң?
Өлфәт. Ҡайһы донъя?
Самат. Ну, ожмах?..
Өлфәт. Муллалар, бар, ти бит. Шулай булғас, барҙыр.
Самат. Ә унда ҡыҙҙар бармы икән?
Өлфәт. Унда ни... Какуй ҡыҙҙар!.. Хур ҡыҙҙары унда! Бына, ошолайтып, һине уратып бейеп йөрөйҙәр, ти. (Ҡыланып бейей.)
Самат. Ох, ә!.. Рәхәтләнеп үлһәң дә була икән!..
Өлфәт. Ҡуй, улай тимә, ҡустым! Ауыҙыңдан ел алһын.
Самат (йәлләтергә теләгәндәй). Әй, Өлфәт ағай, барыбер миңә бында бер ҡыҙ ҙа ҡарамай. Үҙеңдең бисәң булғас, әйтеүе рәхәт һиңә.
Өлфәт. Күрмәгәндең – күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, ти. Нисауа, танауыңды төшөрмә, һиңә лә шунда берәй бетле баш табылыр.
Ишбулды инә. Арбаны әйләнеп ҡарап сыға.
Ишбулды. Әл-лә-лә-лә... Бының менән бөтә донъяны урап сығырға була бит! Ҡайҙа, ҡарайыҡ әле, күсәре ныҡмы икән? Һәр нәмәнең күсәре ныҡ булырға тейеш...
Самат. Кем йөрөй тиһәм, был иҫәүән имеш. Эй, һиңә нимә кәрәк?
Ишбулды. Миңә?!. Миңә, бына, арба кәрәк.
Самат. Бәй, арба менән нишләмәксе булаһың?
Ишбулды. Арба менәнме?.. (Башын ҡашып, уйланып тора.)
Самат. Йә, башыңдан берәй нәмә соҡоп сығарҙыңмы? Әйт, нишләтәһең арбаны?
Ишбулды. Арбаға бөтә ауыл кешеләрен ултыртам да алып китәм...
Өлфәт. Хәтәр икән уйың, Ишбулды ҡустым. Уларҙы ҡайҙа алып бараһың һуң?
Ишбулды. Йыраҡҡа... Бик-бик йыраҡҡа!..
Самат. Ҡайҙа? Өфөгәме, Мәскәүгәме? Мужет, Америкағалыр,ә?..
Ишбулды (үпкәләп). Дурак!.. Ә һине арбаға ултыртмайым!
Өлфәт. Ярай, Ишбулды ҡустым, үпкәләмә һин уға. Шулай ҙа әйт әле, ҡайҙа алып бараһың?
Ишбулды. Кешеләр иламай, гел йылмайып йәшәй торған ергә...
Самат. Ахмаҡтарҙың ауыҙы гел йырыҡ була... Дурдомғамы ни?! (Рәхәтләнеп көлә.)
Өлфәт. Ҡуй әле, Самат ҡустым, көлмә. Уның әйткәне гел дөрөҫкә сыға торған. Иҫләйһеңме, Таһир ағай күккә китә, тип илап йөрөгәйне бер көн. Иртәгәһенә Таһир ағай, йәне йәннәттә булһын, һыуға батып мәрхүм булды... Күрәҙәсе бит ул.
Самат. Әй, йөрөй инде шунда юҡ-бар һөйләп, кеше өркөтөп. Әллә һин дә шуның әкиәтенә ышанаһыңмы? Вот, дүрәктәр, ә!.. Иламай ғына йәшәй торған ил була тиме ни! Бөтә донъя рәхәтләнеп йәш түгә.
Өлфәт. Әллә, ҡустым, мин бит уҡыған кеше түгел.
Самат. Ошо йәшкә етеп, тормош үҙеңдең иманыңды уҡытмаған икән. Дуб так ду-уб! Һаман балалар һымаҡ әкиәткә ышанаһың. Ҡайҙа ундай ер? Картала юҡ!
Ишбулды. Бар! Бар ундай ер! Мин беләм!..
Самат. Булғас, әйт, ҡайҙа?
Ишбулды. Әйтмәйем. Ул – сер!
Самат. Сер имеш... Бар, йөрөмә бында кеше башын бутап. Табындың йәмен ебәрҙең!
Өлфәт. Ҡуй, ҡустым, ҡыума уны!.. Ишбулды, әлегә арбаң әҙер түгел. Эшләп бөткәс кил, йәме.
Ишбулды. Ярай, Өлфәт, мин көтә беләм ул. Түҙгәнгә түш эләгә, ти, әсәйем.
Самат. Һине тыңлап ултырырға бында бала-саға юҡ. Бар, бар, һыпырт бынан!.. Ана, үҙеңдең әкиәт донъяңда йөрө. (Ишбулдыны ҡыуып ебәрә.)
Өлфәт. Ғәрип кешене рәнйетергә ярамай, ҡустым.
Самат. Ғәрип итерһең уны. Эшкә яман шәп бит ул. Яңғыҙы бер трактор утын бысып бөтә. Пенсия алыр өсөн башын дуракка һалып йөрөйҙөр әле... Ә-ә-ә... Аңлашыла... (Арбаға күрһәтеп.) Ҡарале, Өлфәт ағай, быны һин бушҡа эшләмәгәнһеңдер бит? Һиңә арыу ғына хаҡ түләйҙер ул?
Өлфәт. Юҡты һөйләйһең, ҡустым. Ғәрип кешенән аҡса һорарға, мине кем тип беләһең!
Самат. Ә минекен эсергә бер ҙә йәбешеп ятаһың.
Өлфәт. Һуң, ҡустым, һин бит ғәрип түгел.
Самат. Как это, ғәрип түгел. Ғәрип мин, Өлфәт ағай! Ныҡ ғәрип! Һыңар ҡуллы, һыңар аяҡлы ярты кеше мин...
Өлфәт. Һин иҫерә башланың әллә?
Самат. Эйе, ғәрип кеше мин. Яртым юҡ минең!..
Өлфәт. Яртыңды эсеп ултырабыҙ бит.
Самат. Кәләшем юҡ минең, Өлфәт ағай! Ярты кеше кеүек йәшәйем мин. Бына, һинең менән эстек, ә өйгә ҡайтһам, кеше һымаҡ әрләшеп алырға бисә лә юҡ.
Өлфәт. Дә-ә... Эшең хөрт икән шул.
Самат. Хөрт!.. Бик хөрт, Өлфәт ағай!.. Бына шуға ла һиңә килдем... Мин әйтәм, башта Өлфәт ағай менән һөйләшеп ҡарайым әле, тим... Ярҙам итһә, ул ғына ярҙам итә ала, тим...
Өлфәт. Мин?!.
Самат. Һин шул, ағаҡайым! Һин!..
Өлфәт. Тел төбөңдө бер ҙә аңламайым бит әле, ҡустым.
Самат. Бына, Өлфәт ағай, һин дә, мин дә насар кеше түгел. Шулаймы?
Өлфәт. Шулай.
Самат. Вот!.. Бына, мин уйланым-уйланым да шундай фекергә килдем...
Кемделер эҙләгәндәй ҡаранып, Кәримә инә.
Кәримә (усын ҡаш аҫтына ҡуйып ҡарана). Бәй, бәй, ошо яҡҡа ғына киткәндәй ине...
Өлфәт. Һауғынамы, Кәримә апай!
Кәримә. Арыубыҙ әле, Аллаға шөкөр. Өлфәт туғаным, минең Ишбулдым күренмәнеме? Ошо яҡҡа ғына киткәндәй булғайнысы...
Өлфәт. Әле генә бында булды. Ана, теге яҡҡа атланы.
Кәримә. И, илаһым! Башы һуҡҡан яҡҡа сыға ла китә, сыға ла китә... Эй, бала, бала!...
Самат. Кәримә түтәй, нимә тип эҙләп йөрөйһөң уны? Эт-ҡошҡа осрамаҫ әле.
Кәримә. Эт-ҡоштан да яманыраҡ йыртҡыстар бар донъяла... Ярай, мин бара һалайым. Ошо яҡҡа китте тинеңме әле, Өлфәт туғаным?
Өлфәт. Эйе, шул яҡҡа.
Кәримә сыға.
Өлфәт. Эй, бахыр! Ғүмер буйы улын эҙләй...
Самат. Йөрөйҙәр инде шунда... Йә, ултыр әле, Өлфәт ағай. (Фуражкаһы менән бүкәнде һыпыра, тынын өрөп таҙарта.) Бына, ошонда ғына ултыр. Тәк... Нимәлә туҡтағайныҡ әле... Ә-ә... Эйе, мин уйланым-уйланым да шулай хәл иттем...
Өйҙән Айһылыу сыға. Самат тиҙ генә шешәне йәшерә.
Айһылыу. Былар унда нишләп ултыра? (Өлфәткә.) Йә, өр әле тыныңды!
Өлфәт. Ҡуй әле, бисәкәй, кеше алдында мәсхәрәгә ҡалдырма!
Айһылыу. Өр, тим мин һиңә!
Өлфәт. Ай, әттәгенәһе!.. (Теләр-теләмәҫ кенә өрә.)
Айһылыу. Фу!.. Һин берәй ваҡыт айнығаһыңмы, юҡмы?! Ниндәй бөтмәҫ эсеү һуң ул, ә! Битһеҙ! Ҡырылмаһа ҡырҡ эше тулып ята, ул һаман тамағына ҡойоуын белә.
Өлфәт. Туҡтале, бисәкәй!..
Самат. Айһылыу апай, беҙ бит етди мәсьәлә буйынса һөйләшеп ултыра инек. Кеше яҙмышы хәл ителә бында...
Айһылыу. Яҙмышымды хәл итте инде ул, эт! Ғүмерем заяға үтте ошоноң менән... (Өлфәткә.) Әйҙә, тим мин һиңә, ана, картуфыңды ута. Атла, давай! (Өлфәтте елтерәтеп алып китә.)
Самат. Дә-ә... Бындай ҡәйнәң булһа... Прощай, свобода!..
Көйәнтә менән һыу күтәреп Сәлимә инә.
Самат. Сәлимә!..
Сәлимә. Әү, Самат ағай!
Самат. Эй, ошо ҡыҙҙарҙың ағай тиеүе йөрәккә прәме бысаҡ булып ҡаҙала ла ҡуя. Ниндәй ағай булайым ти инде. Йәш бит әле мин! Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сағым.
Сәлимә. Абау, Самат ағай, тамаҡҡа торорһоң бит!..
Самат. Юҡ, Сәлимә һылыу, тормам! Майлаған кеүек кенә төшөп китермен. (Үкенгәндәй итеп.) Эх, ҡәҙеремде генә белмәйҙәр! Ни хәл итәһең, долларҙың курсы артты, ирҙәрҙең курсы төштө шул хәҙер. Нисауа, беҙ тишек арбанан төшөп ҡалғандарҙан түгел! Бәлки, машина алып та ебәрермен әле...
Сәлимә. Машина?!.
Самат. Ну да!.. Иномарка!..
Сәлимә. Ҡотлайым, Самат ағай!
Самат. Бына, ҡара әле... (Бүкәнгә ултыра. Руль тотҡандай, хискә бирелеп.) Нисек?.. Килешәме, ә?..
Сәлимә. Бүкәнеңә тәгәрмәс ҡуйып ебәрһәң, бигерәк килешә. Пока, Шумахер! (Өйгә инә.)
Самат. Эх, Сәлимәкәй, Сәлимәкәй!..
Икенсе күренеш
Ҡарана-ҡарана Кәримә инә. Ул үҙ алдына һөйләнә, залға ла әйткән һымаҡ.
Кәримә. Эй, илаһым! Тағы әллә ҡайҙа сығып китте... Күренмәнеме минең балаҡайым? Ошонда ғына йөрөгән һымаҡ инесе... Үрге осҡа киттеме икән әллә? Барып ҡарайым әле шул яҡҡа. Эй, бала, бала!.. (Китә.)
Самат инә. Өйҙән Сәлимәнең сыҡҡанын күреп, йәшенә.
Сәлимә. Атай!..
Өйҙән Өлфәттең тауышы. Ни булды, ҡыҙым?
Сәлимә. Мин еләккә барып киләм, атай.
Өлфәттең тауышы. Ярай, ҡыҙым, бар.
Ишбулды инә. Сәлимәгә ҡарап тора.
Сәлимә. Ишбулды, ниңә шул тиклем ҡарайһың миңә?
Ишбулды. Ә һинең арҡаңда ҡанаттар үҫеп килә...
Сәлимә (арҡаһына ҡарап ала). Әй, ошо Ишбулдыны!.. Әллә нәмә һөйләйһең ул.
Ишбулды. Мин ни, күргәнде әйтәм.
Сәлимә. Эх, Ишбулды, Ишбулды! Ҡанаттарым булһа, мин бында тормаҫ инем. Талпыныр ҙа, осор инем уның... бәхетем янына... Ой, әллә нәмәләр әйттерәһең һин, Ишбулды.
Ишбулды. Юҡ, мин әйттермәнем... Һин дә әйтмәнең... Бәхет тауышы ул... Бәхеттең теле шулай татлы була...
Сәлимә. Бәхет!.. Бармы икән һуң ул бәхет?!.
Ишбулды. Бар!.. Эйе, ул яҡында ғына... Мин тоям уны...
Сәлимә. Йылы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт, Ишбулды! Ә мин еләккә барам. Теләһәң, әйҙә, һин дә бар.
Ишбулды. Әйҙә. (Китәләр.)
Самат йәшенгән урынынан сығып, улар артынан ҡарап тора.
Самат. Дуракам везет... Ҡыҙҙар үҙҙәре саҡырып тора... Нимә ти шул?.. Бәхетең эргәңдә, тиме?!. Ҡара, дөрөҫ әйтә бит... Минән башҡа бында бер кем дә юҡ!.. Бәхет тиң, ә!.. (Кеҫәһенән көҙгө сығарып ҡарай. Сәсен һыйпаштыра.) Ну, да!.. (Ҡысҡырып.) Әй, Өлфәт ағай! Һиңә әйтәм, Өлфәт ағай!..
Өйҙән Өлфәт сыға.
Өлфәт. Нимә бәләмәннәй үгеҙ шикелле үкерәһең? Ут сыҡҡанмы әллә?
Самат (түш кеҫәһенән шешә башын күрһәтә). Кил әле. Һүҙ бар ине һиңә.
Өлфәт. Шым!.. Тауышланма, ҡустым, теге ишетеп ҡалмаһын...
Самат. Кил әле, кил. Һинең менән, Өлфәт ағай, күңел булғансы бер һөйләшеп ултырған юҡ. Әйҙә, бер ултырайыҡ әле.
Өлфәт. Һай, шәп егет булып сыҡтың бит, ҡустым!
Самат. А как же!.. Мин һине ныҡ уважать итәм, Өлфәт ағай. Һине минең кеүек уважать иткән кеше бүтән бер ҡайҙа ла юҡ. Һин бит... Һин бит ауылда берәү... Юҡ, районда... Хатта илдә берәү... Ҡәҙереңде генә белмәйҙәр...
Өлфәт. Эх!.. Ҡәҙер юҡ шул, ҡустым. Еңгәң дә пакуй бирмәй бит, бер аҙым баҫыр хәл юҡ, күҙәтеп, эт шикелле еҫкәп кенә тора.
Самат. Ныҡ йәлләйем мин һине, ағай!.. Прәме, илағылар килә бына. Әллә илап алайыммы икән, ә?!.
Өлфәт. Ҡуй, ҡустым, бына тигән егет кешегә илап ултырыу килешмәҫ.
Самат. Шулай шул. Улай булғас, әйҙә, йотоп алайыҡ. Тот! Давай, давай!.. Йәшәһен Өлфәт ағаҡайым! (Эсәләр.)
Өлфәт. Ҡарале, ҡустым, баянан бирле шуны һорайым, тим. (Шешәгә күрһәтеп.) Быны йыш тотоп килә башланың, ҡайҙан аҡса табаһың?
Самат. Әй, аҡса ла булды мал. Пенсия килде бит.
Өлфәт. Пенсия?!. Бәй, йәшең дә етмәгән, ғәрип тә түгелһең...
Самат. Һин бигерәк, Өлфәт ағай. Пенсия әсәйгә килә.
Өлфәт. Улай икән...
Самат. Әсәй, мин әйтәм, етте былай холостой булып йөрөү, кәләш алам, тим. (Шешәгә ишаралап.) Тик бынһыҙ булмай, хәҙер йолаһы шулай, мәйтәм... Йә, йә, һин тот әле, Өлфәт ағай!
Өлфәт. Кәләш тиһең инде? Ниәтең изге, ҡустым. Хуплайым!
Самат. Бына, шуға һиңә килдем дә инде. Как ни как, үҙ кешеләр бит беҙ. Шулаймы?
Өлфәт. Шулай, ҡустым, шулай. Миңә килеп, бик дөрөҫ эшләгәнһең. Үҙем яусы булып барам.
Самат. Юҡ, Өлфәт ағаҡайым, яусы булып барыу кәрәкмәй...
Өлфәт. Нисек инде улай? Боронғо йоланы ихтирам итергә кәрәк, ҡустым.
Самат. Бында бөтәһе лә һинән генә тора, Өлфәт ағай!..
Өлфәт. Минән?!.
Самат. Ну да!.. Минең бәхетем һинең ҡулыңда!
Өлфәт. Пастуй, пастуй, ҡустым, нисек минең ҡулда?..
Самат. Йә, башта ошоно тотоп ебәр әле!.. Бына нимә, Өлфәт ағай, бир миңә ҡыҙыңды!..
Өлфәт (сәсәй). Ә?!.
Самат. Сәлимәне миңә бир, Өлфәт ағай! Икебеҙ ҙә пар килеп торабыҙ бит беҙ. Ул – һөлөктәй ҡыҙ, мин – арыҫландай ир, тигәндәй... Ҡыҫҡаһы, бер-беребеҙҙе үлеп яратабыҙ беҙ!..
Өлфәт. Яратаһығыҙ?!.
Самат. Ну, да!.. Бая ғына үҙе әйтте. Ҡанаттарым булһа, яныңа осоп барыр инем, тине. Так что, эш һиндә генә ҡала.
Өлфәт. Мин нимә эшләргә тейеш һуң?
Самат. Һинме?.. Һин Айһылыу апайҙы күндер. Ҡарышып-фәлән тормаһын тағы. Сәлимәгә лә әйтеп ҡуй, хәҙер егеттәр дифицит, ултырып ҡалыуың бар, тиң. Статистика буйынса, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән ун миллионға күберәк... (Ҡул биреп.) Килештекме?...
Өлфәт. Мин ни...
Самат. Килешеүгә ҡул ҡуйылды, тимәк. Әйҙә, ошоноң менән нығытып ҡуяйыҡ (Араҡы һуҙа. Сәкәштереп эсәләр.) Ярай, Өлфәт ағай, бар, һин Айһылыу апайҙың ҡылын сирт. Был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Бар, бар! Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк.
Өлфәт. Бик ауыр мәсьәлә ҡуйҙың бит әле, ҡустым. Не знай, не знай... (Китә.) Самат. Тәк... Лед тронулся, госпада присяжные заседатели!..
Өсөнсө күренеш
Айһылыу уҡлау тотоп, Өлфәтте өйҙән баҫтырып сыға.
Айһылыу. Алкаш!.. Һин нимә һөйләгәнеңде беләһеңме, юҡмы!?
Өлфәт. Туҡтале, ҡыҙма, бисәкәй! Мин бит кәңәшләшергә генә теләгәйнем.
Айһылыу. Ҡара һин уны!.. Бирермен мин ул зимагурға ҡыҙымды! Тотһон тоҡсайын!..
Өлфәт (үпкәләп). Уның тоҡсайы ни, үҙе менән инде...
Айһылыу. Һинең телең сығамы ни әле!.. Ҡыҙымды һаҫыҡ самогонға һатырға булдыңмы, алкаш!
Өлфәт. Бөттө!.. Бөттө, бисәкәй!..
Айһылыу. Тағы ауыҙыңды асып ҡына ҡара!.. Бына!... (Уҡлау менән янап, өйгә инә.)
Өлфәт. Эх!.. (Арбаға ултыра.)
Сәлимә менән Ишбулды инә.
Сәлимә. Атай, нишләп ултыраһың унда?
Өлфәт. Ана, әсәйең, бишбармаҡ бешерәм тип, уҡлау тотоп йөрөй... Ултырам әле шуны көтөп.
Сәлимә. Ой, бишбармаҡ!.. Мин дә асыҡтым. Ишбулды, һин дә ҡайтып китмә, йәме. Бергә ашарбыҙ. (Өйгә инә.)
Ишбулды (Өлфәт янына ултыра). Әллә яңғыҙың ғына китергә булдыңмы, Өлфәт?.. Унда яңғыҙ барып булмай...
Өлфәт. Эх, ҡустым!.. Ҡайһы саҡта яңғыҙ башым менән йәһәннәмгә олағырҙай булам. Ялҡытты был тормош!..
Ишбулды. Арбаңда яңғыҙ ултырғанға ул... Йөгөң дә күренмәй... Буш арба ауыр була...
Өлфәт. Һиңә рәхәт, Ишбулды ҡустым. Был донъяла башты дүрәккә һалып йәшәрлек... Һин алдан күрәһең, әйт әле, нимә тип йәшәйем мин был донъяла, ә?
Ишбулды (китергә йыйына). Арбаны эшләп бөтөр... Һәр кешенең арбаһы булырға тейеш... Арбаһыҙҙар күбәйҙе хәҙер...
Өлфәт (ҡул һелтәп). Әллә һин ахмаҡ, әллә үҙебеҙ диуана... Аңламаҫһың...
Ишбулды сығырға барғанда, Самат тап була.
Самат. Әй, һин нишләп эт шикелле еҫкәнеп йөрөйһөң бында?
Ишбулды эт булып өрөп Саматҡа килә.
Самат (сигенә). Кит бынан, дурак! Яҡын килмә, тим мин һиңә!
Ишбулды. Ә-ә... Эттән ҡурҡаһыңмы?!. (Сыға.)
Самат. Вот, дурак, ә!.. Тешләп алмаҫ тимә!.. Өлфәт ағай, әллә баш ауыртамы? Беҙ уға хәҙер капитальный ремонт эшләйбеҙ.
Өлфәт. Еңгәң эшләй яҙҙы инде капитальный ремонт...
Самат (шешә сығарып). Бына, һинең өсөн генә первый сортын алып килдем. Ҡарале, күҙ йәше кеүек бит, ә!.. Бер уртлаһаң, закускаға телеңде йотоп ебәрерлек...
Өлфәт. Ҡуй, ҡустым!..
Самат. Атаҡ-атаҡ, нишләп балтаң һыуға төшкән әле һинең?
Өлфәт. Еңгәң менән эш барып сыҡманы... Яҡын да килмәй.
Самат. Тәк, тәк... Карабта бунт, тимәк...
Өлфәт. Һин, ҡустым, ир булһаң, үҙең һөйләш уның менән. Хәҙер саҡырам.
Самат. Һин нимә, Өлфәт ағай!? Мин... Мин нимә тип әйтәйем уға?
Өлфәт. Кәләш һиңә кәрәк бит, миңә түгел... (Әҙерәк бара ла, кире борола.) Батырлыҡ өсөн ҡой әле берҙе.
Самат. Һин тигәндә, мин – иҙәндә, Өлфәт ағай!.. (Араҡы ҡоя.) Быныһы аванс булыр...
Өлфәт (эсә, өй яғына китә). Сәлимә!.. Ҡыҙым!..
Самат. Туҡтале, Өлфәт ағай!.. Көтөп тор!.. (Көҙгөһөн сығарып, сәсен һыйпаштыра.) Бисмилла рахман рахим...
Өлфәт. Ҡыҙым! Ҡыҙым, ишетәһеңме!..
Өйҙән Сәлимә сыға.
Сәлимә. Әү, атай. Ни булды?
Өлфәт. Ана, һиңә килгән (Өйгә инә.)
Самат. Һаумы, Сәлимә!
Сәлимә. Һаумы, Самат ағай! Әллә миндә йомошоң бармы?
Самат. Ну, да... Нисек әле... Ә-ә... Эйе... Бөгөн шундай матур!.. Шулаймы, Сәлимә?
Сәлимә (аптырап). Эйе...
Өлфәт. Сәлимә, күк йөҙөнә ҡара әле. Айҙағы Зөһрә ҡыҙҙың биҙрәләренән нур ағыла кеүек... Мөхәббәт нуры ул. Бер-береһенә ғашиҡ йондоҙҙар күҙ ҡыҫыша. Талдар араһында суп-суп итеп һандуғастар үбешә...
Сәлимә. Һиңә ни булды, Самат ағай? Көндөҙ ай-йондоҙҙар булмай бит.
Самат. Ну, да... Булмай шул...
Сәлимә. Башыңа эҫе һуҡҡандыр... Ҡайтып, ял ит.
Самат. Юҡ, Сәлимәкәй! Йөрәгемә эҫе һуҡҡан минең!.. Йөрәгем дөрләй, Сәлимәкәй!..
Сәлимә. Улай булғас, пожарниктарҙы саҡырт.
Самат. Әй, была ни была... Сәлимә, давай, сыҡ миңә!..
Сәлимә. Ни-мә?!.
Самат. Миңә кейәүгә сыҡ, Сәлимә! Өрмәгән ергә ултыртмам үҙеңде, күтәреп кенә йөрөтөрмөн!
Сәлимә. Һин!.. Һин нимә!?. Көләһеңме минән!?. Кит!.. Кит бынан!.. Башҡаса йөрөмә бында!.. (Йүгереп өйгә инә.)
Самат. Сәлимә!.. Эх!.. (Пауза.) Ай-йондоҙҙар имеш... Тфү!.. Яҙалар ҙа инде!.. Ярай, һорап алып булмаһа, тартып алып була... Ну, да!.. Бер ҡайҙа ла бара алмаҫһың, ҡыҙыҡай!..
Самат сығырға барғанда, Байтимер тап була.
Байтимер. Самат!.. Сәләм, класташ!..
Самат. Һин?!. Байтимер?!.
Байтимер. Мин!
Самат. Ну, да... Һин!.. Нисек улай?.. Һине бит ике йылға...
Байтимер. Амнистияға эләктем! Бына, сығарҙылар!
Самат. Улай икән... Төрмә килешкән һиңә. Ҡалынайып киткәнһең.
Байтимер. Йә, ауылда ни хәлдәр бар?..
Самат. Ауылға нимә булһын... Ни үле, ни тере, тигәндәй... Ятҡан була төтөн сығарып.
Байтимер. Үҙең нисек?
Самат (ҡул һелтәп). Әй!.. Эштәр хөртәйеберәк тора...
Байтимер. Нимә булды?
Самат. Өйләндерергә итәләр...
Байтимер. Өйләндерергә?..
Самат. Ну, да!.. Арттан ҡалмайҙар, малай. Әле саҡ ҡасып ҡотолдом... Ҡамыт кеймәй генә тағы бер-ике йыл йөрөп ҡалырға ине.
Байтимер. Кемгә өйләндерергә итәләр һуң?
Самат. Теге... Өлфәттең ҡыҙына.
Байтимер. Өлфәттең?
Самат. Ну, да!..
Байтимер. Сәлимәгәме?..
Самат. Шул инде... Муйынға аҫылынды бит!.. Туйыбыҙ ҡасан була, тип теңкәмде ҡоротто... Исмаһам, уйларға ваҡыт бир, мин әйтәм. Как ни как, бисә алыу, һыйыр алыу түгел дә инде...
Байтимер. Беләм мин уны. Бына тигән ҡыҙыҡай.
Самат. Әй!.. Ҡыҙ сағында уларҙың барыһы ла бына тигән, тик насар ҡатындар ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң?!.
Байтимер. Ҡыҙҙарҙы Хоҙай яһай, ҡатындарҙы ирҙәр яһай, тиҙәр бит...
Самат. Туҡтале, нишләп мин һине һүҙ менән һыйлап торам. (Ҡуйынынан шешә сығара.) Бына!.. Давай, минең холостой тормоштоң поминкаһын үткәрәбеҙ.
Байтимер. Рәхмәт, Самат! Беләһең бит, мин уның менән дуҫ түгел. Ярай, һөйләшербеҙ әле. (Китә башлай.)
Самат. Туҡтап тор, Байтимер дуҫ! Һин бында оҙаҡҡа түгелдер ул?
Байтимер. Минең ашығыр ерем юҡ. Ниңә улай тиһең?
Самат. Һине йәлләп әйтәм. Бында ҡалып, әрәм булып ҡуйма, тиеүем...
Байтимер. Күҙ күрер... Пока! (Китә.)
Самат (уның артынан ҡарап). Ну, дела-а!.. Амнистия имеш... Закондарын әйтәйем!.. (Сыға.)
Дүртенсе күренеш
Айһылыу эш менән була. Өлфәт ҡайтып инә.
Айһылыу. Тағы темеҫкенеп йөрөнөңме?
Өлфәт. Юҡ, юҡ, бисәкәй! Ышанмаһаң, бына, еҫкәп ҡара.
Айһылыу. Ну ка!.. (Өлфәт ҡулдарын күтәрә, Айһылыу уны ҡапшап ҡарай.) Ҡара уны!.. (Йоҙороҡ күрһәтеп, өйгә инә.)
Өлфәт (еңенән шешә сығара). Тәк!..
Шул саҡ өйҙән Айһылыу кире сыға. Өлфәт шешәне уның арт яғына ултырта. Айһылыу боролған һайын, шешәне арт яғына ҡуя.
Айһылыу. Һин нишләп минең артымдан йөрөйһөң?
Өлфәт. Һоҡланам, бисәкәй! Фигураң матур бит һинең!
Айһылыу. Кит, ошоно!..
Өлфәт. Эйе! Арттан ҡарағанда, ҡыҙҙар кеүекһең...
Айһылыу. Әй, улай уҡ түгелдер ҙә инде...
Өлфәт. Шулай, бисәкәй, шулай!.. Ҡыҙҙарың ары торһон!.. Баҫып йөрөүҙәрең, мин һиңә әйтәйем!.. Торғаны бер королева!..
Айһылыу. Кит инде!.. (Айһылыу артын уйнатып, өйгә инеп китә.)
Өлфәт (усын ыуып). Ярай, ҡуҡырайып йөрөрлөк булды быға бөгөнгә... (Араҡы ҡойоп эсә. Шешәне йәшереп ҡуя.)
Өйҙән Сәлимә сыға. Ул матур итеп кейенгән.
Сәлимә. Атай, әсәйемә ни булған ул?
Өлфәт. Ниңә улай тиһең?
Сәлимә. Көҙгө алдында өрөлә лә сөрөлә...
Өлфәт. Ә-ә... Һимереп, йәмһеҙәйеп киттем, ти бит. Ҡартаябыҙ, ҡыҙым, ҡартаябыҙ... Ә һин ҡайҙа йыйындың?
Сәлимә (биҙрәләрен ала). Һыуға барып киләм...
Өлфәт. Атаҡ, байрамға кейенеп барған һымаҡ, һыуға барамы кеше?
Сәлимә (ҡарана). Һыуға барыу минең өсөн байрам кеүек ул, атай...
Өлфәт. Ярай, бар, ҡыҙым.
Сәлимә китмәй тора. Ҡарана.
Бәй, ҡыҙым, нишләп тораһың унда? Бар!
Сәлимә. Хәҙер, атай. Саҡ ҡына торам да...
Урамдан Байтимер үтеп бара. Сәлимә уның ҡаршыһына сыға. Бер-береһенә ҡарап, туҡтап ҡалалар.
Байтимер. Сәлимә!?.
Сәлимә. Байтимер... ағай!..
Шаршау
ИКЕНСЕ ШАРШАУ
Бишенсе күренеш
Өлфәт менән Байтимер һөйләшеп ултыра. Кәримә инә.
Кәримә. Был улымды бер ҙә төҫмөрләмәйемсе... Кем булаһың, улым?
Байтимер. Байтимер мин, Кәримә инәй. Таһирҙың улы булам.
Кәримә. Таһирҙың?.. Ә-ә, теге чечен һуғышында йөрөп ҡайтҡан улымы?
Өлфәт. Эйе, шул үҙе була, Кәримә апай.
Кәримә. Ҡайтып, бик яҡшы иткәнһең, улым! Сәкинә һөйөнөп бөтә алмайҙыр инде... Балаларҙы көтөүҙән дә ҡыйыны юҡ ул...
Байтимер. Кәримә инәй, әсәйем... мәрхүмә булды бит.
Кәримә. Эй, балалар, балалар!.. Һеҙгә шулай һымаҡтыр... Көн дә ҡапҡа алдығыҙға сығып, ҡарап тора ул... Мин уның менән һәр саҡ иҫәнләшеп үтәм... Оҙаҡ көттө һине!.. Бына, мин дә Ишбулдым юғалып ҡуймаһын, тим. Әсә өсөн бала юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ ул!.. Өлфәт туғаным, күренмәнеме икән Ишбулдым?
Өлфәт. Бая ғына кереп сыҡҡайны, Кәримә апай. Ҡайтыр ул. Әллә ҡайҙа китмәҫ.
Кәримә. Әләйғас, мин анау яҡҡа барып ҡарайым әле. Шунда киткәндер, моғайын (Сыға.)
Өлфәт. Бахыр!.. Улым тип, үҙе лә яңлыша башлаған, ахыры.
Байтимер. Дә-ә... Ҡартайып киткән Кәримә инәй.
Өлфәт. Шунан, Байтимер ҡустым, нимә эшләргә уйлайһың?
Байтимер. Әллә, Өлфәт ағай. Бында минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ, шикелле...
Өлфәт. Ә кешеләргә кәрәк булырҙай нимә эшләнең һуң үҙең?
Байтимер. Нимә эшләнемме?!. Мине нимә өсөн ултырттылар һуң? Уларҙы яҡлаған өсөн түгелме? Хакимиәт башлығы пай ерҙәрен бер килмешәккә һатырға йөрөгәндә, кем ҡаршы сыҡты уға?..
Өлфәт. Беләм. Уға һин һуҡтың. Ләкин нимә үҙгәрҙе? Власҡа ҡул күтәргән өсөн үҙеңде ултыртып ҡуйҙылар, ә ерҙе барыбер һатып ебәрҙе. Йоҙороҡ менән бер нәмәне лә хәл итеп булмай, ҡустым.
Байтимер. Күп нәмәне баш түгел, йоҙороҡ хәл итә, Өлфәт ағай. Һинең власть тигәнең дә елле бер йоҙороҡ ул!..
Өлфәт. Дә, ҡустым, йөрәгеңде ҡатырғандар, ахыры...
Байтимер. Төйөп торһаң, бөтә нәмә лә ҡата...
Өлфәт. Улай кешеләр араһында йәшәүе ауыр буласаҡ!
Байтимер. Миңә бер кем дә кәрәкмәй, Өлфәт ағай. Ана, ауылдың ситенә бер өй һалам да, йәшәйем шунда Робинзон шикелле. Мин генәме, бөтә кеше Робинзонға әйләнеп бөткән бит инде. Һәр кем үҙ утрауында йәшәй. Күрше хәлен күрше белмәй хәҙер... Әй!.. (Ҡул һелтәй.) Өлфәт ағай, өй һалырға ярҙам итмәҫһеңме? Шуға килгәйнем һиңә.
Өлфәт. Эх, ҡустым!.. Башың йәшерәк шул. Кешеһеҙ йәшәп булмай ул. Үҙеңдең уларға кәрәгең булмаһа ла, улар һиңә кәрәк буласаҡ. Эйе, Кәримә апай ҙа, хатта диуана Ишбулды ла ҡәҙерле буласаҡ!..
Самат инә.
Самат. Табындың ҡыҙыуына эләктемме тиһәм, бында ни шыш та юҡ, быш та юҡ. Өлфәт ағай, кеше аптыратып, әллә айныҡ ултыраһың инде? Ярай, ярай, танауыңды төшөрмә, Самат ҡустың барҙа хур булмаҫһың. Али-оп! (Ҡуйынынан шешә тартып сығара.) Давай, стаканыңды әҙерлә!..
Өлфәт. Ҡуй, ҡустым, кәрәкмәҫ!
Самат. Атаҡ-атаҡ!.. Әллә лечится иттеңме? Давай, давай, тартынма, һыйлағанда тотоп ҡал.
Өлфәт. Юҡ, тинем бит мин һиңә, Самат ҡустым!.. Эсмәйем!..
Самат. Ҡара, ҡара... Әллә еңгә елкәңде төйҙөмө?!
Байтимер. Бәйләнмә, Самат! Эсмәйем тине бит!..
Самат. Тәк, тәк!.. Аңлашыла!.. Аң-ла-шы-ла!.. Тимәк, һеҙ һөйләшеп тә ҡуйғанһығыҙ!.. Ну, хитер!.. Ну, хитер һин, Өлфәт ағай!.. Ике һыйырҙың имсәген имергә булдың инде!?.
Өлфәт. Һин нимә һөйләйһең, ҡустым?
Самат. Ҡыҙыңды миңә һатҡайның, хәҙер уға һатаһыңмы, ә?
Өлфәт. Һин!.. Һин ауыҙыңды самалап ас, маңҡа!
Самат. Беләм мин һине!..
Байтимер. Етте, Самат! Эскәнһең икән, буйыңа һеңдер.
Самат. Ә һин аҡыл өйрәтмә миңә! Ни эшләргә үҙем беләм!
Байтимер. Самат, яҡшы саҡта юғал бынан!
Самат (сигенә). Ой, ой!.. Ҡурҡыттың!..
Байтимер. Юғал тинем мин һиңә!.. Юғиһә!..
Самат. Сәлимә барыбер һинеке булмаясаҡ, понял!
Байтимер (уға табан бара). Мин һине хәҙер!..
Самат. Әй, кешеләр!.. Ҡотҡарығыҙ!.. Үлтерәләр!.. Үлтерәләр!.. (Ҡаса.)
Байтимер. Тфю, дурак!.. Өлфәт ағай, ғәфү ит, насар килеп сыҡты.
Өлфәт. Һинең ғәйебең юҡ бында. Үҙем ахмаҡ!.. Шул кәрәк миңә!..
Байтимер. Ярай, Өлфәт ағай, мин китәйем инде. Һау бул!
Өлфәт. Ҡарале, Байтимер ҡустым, өй һалырға тотонһаң, әйт миңә. Ярҙам итермен. Өй һалыу – яңғыҙ кешенең эше түгел ул.
Байтимер. Рәхмәт, Өлфәт ағай! (Сыға.)
Алтынсы күренеш
Ишбулды арбаны ҡараштыра. Өйҙән Сәлимә сыға.
Сәлимә. Ни эшләйһең, Ишбулды?
Ишбулды. Өлфәтте әрләйем әле мин...
Сәлимә. Ниңә?
Ишбулды. Ялҡау ул! Арбаны һаман эшләп бөтмәй!..
Сәлимә. Һин асыуланма, Ишбулды. Эшләй ул. Ваҡыты юҡ бит...
Ишбулды. Эйе... Эсергә тигәндә, йүгереп йөрөй...
Сәлимә. Ярай инде, Ишбулды!.. Арбаң бына тигән булыр. Атайым һүҙендә тора бит ул.
Ишбулды. Ярай, һин әйткәс, әрләмәй торам...
Сәлимә. Ишбулды!
Ишбулды. Әү.
Сәлимә. Һин... Һин шуны әйтә алаһыңмы...
Ишбулды. Әйтәм...
Сәлимә. Мин һораманым бит әле, ә һин, әйтәм, тиһең.
Ишбулды. Һорауың күҙеңә яҙылған...
Сәлимә. Һин шуны уҡый алдыңмы?
Ишбулды. Күҙҙәрҙәге яҙыуҙы һәр кем уҡый ала. Тик кешеләр күҙҙәргә ҡарамай шул...
Сәлимә. Мин дә уҡый аламмы?..
Ишбулды. Эйе.
Сәлимә (уйсан). Ә мин уның күҙҙәрендә... бер нәмә лә күрмәнем... Ә ул... ул уҡый аламы һуң?..
Ишбулды. Күҙҙәреңә ҡараһа, уҡыр!..
Байтимер инә. Уның артынан килгән Самат йәшенеп күҙәтеп тора.
Байтимер. Сәләм, Ишбулды!
Ишбулды. Сәләм!
Байтимер. Сәлимә, һаумы! Өлфәт ағай өйҙәме?
Ишбулды, уларҙың икеһен ҡалдырырға теләп, ситкә китә.
Сәлимә (Ҡапыл бер күҙен ҡаплап). Ой!..
Байтимер. Нимә булды, Сәлимә?
Сәлимә. Күҙемә сүп төштө шикелле...
Байтимер. Ҡайҙа, ҡарайыҡ әле.
Байтимер Сәлимәнең күҙҙәренә ҡарап, бер мәлгә онотолоп тора.
Байтимер (һиҫкәнеп). Ә... Ни... Сүп күренмәй... Миңә Өлфәт ағай кәрәк ине, Сәлимә.
Сәлимә. Ул ҡайҙалыр киткәйне.
Байтимер. Ярай... Мин... Мин аҙаҡ килермен... (Китә башлай.)
Ишбулды. Әй, Байтимер! Ҡапҡа ул яҡта түгел.
Байтимер. Ә... Эйе, эйе... (Сыға.)
Сәлимә. Уҡыны!.. Уҡыны!.. Ишбулды!.. (Ишбулдыны ҡосаҡлап ала.) Ул уҡыны, Ишбулды!
Ишбулды. Ә һин?
Сәлимә. Мин?!. Әй!.. Мин уҡып өлгөрмәй ҡалдым!.. Ишбулды!.. (Уның ҡулынан тотоп өйрөлә.)
Ишбулды. Әй, ипләп һин!.. Хәлем юҡ минең!..
Сәлимә. Ниңә?
Ишбулды. Асыҡтым!.. Төшкөһөн ашамағанмын... Бына, хатта эсем гөтөрләй башланы!..
Сәлимә. Бәй, уны ниңә бая уҡ әйтмәнең? Әйҙә, тәмле иттереп сәй менән һыйлайым үҙеңде.
Ишбулды. Мин ҡаймаҡһыҙ сәй эсмәйем!..
Сәлимә. Әйҙә, әйҙә, ҡаймаҡ та булыр (Өйгә инәләр.)
Самат (йәшенгән урынынан сыға). Дә-ә!.. Везет дуракам! Ҡыҙҙар ҡосаҡлай, ҡаймаҡ менән һыйлай... Ярай, был дурагынан ҡурҡыныс юҡ. Тегенеһе!..
Өлфәт инә.
Һаумы, Өлфәт ағай!
Өлфәт. Һиңә тағы нимә кәрәк?
Самат. Ярай, асыуланма инде, Өлфәт ағай. Мин бит эскән баш менән... Һиңә бер насар уйым юҡ минең. Ғәфү ит!
Өлфәт. Ярай... Ҡара уны, тағы шул һүҙеңде ишетһәм...
Самат. Юҡ, юҡ, Өлфәт ағаҡайым! Күңелеңдә юшҡын ҡалмаһын, әйҙә, ошоноң менән сайып ҡуяйыҡ (Шешә сығара.)
Өлфәт. Әллә инде...
Самат. Әйҙә, әйҙә, беҙ дошман кешеләр түгел дәбаһа. Дошман былай ҙа табылып тора... Бергә йәшәйек!
Өлфәт (икеләнеп тора). Әллә, ҡустым...
Самат (шешәне күтәреп). Улай булғас, бына, ошонда вата бәрәм дә ҡуям. Черт с ним!..
Өлфәт. Әй, әй!.. Ни эшләйһең, ҡустым! Ризыҡты әрәм итәме кеше!.. Ҡой, давай!..
Самат. Шулай тип ҡотол... (Араҡы ҡоя.) Тот!..
Өлфәт. Берҙе генә эсәм дә... Бүтән тамсы ла йотмайым. (Эсә.)
Самат. Ярай, шулай итерһең... Ҡарале, Өлфәт ағай, тегене әйтәм, һеҙҙең яҡта йыш урала башланы шикелле...
Өлфәт. Кемде әйтәһең?
Самат. Теге төрөмчикты әйтәм...
Өлфәт. Байтимерме?..
Самат. Ну, да!..
Өлфәт. Өй һалырға ярҙам ит, ти.
Самат. Ай-һай, шуның өсөнмө икән?!
Өлфәт. Башҡаса нимәгә булһын?!
Самат. Һиҙмәйһеңме шуны: ҡыҙыңа ҡармаҡ һала бит ул!..
Өлфәт. Ҡармаҡ?..
Самат. Эйе!.. Суртан ҡармағы!..
Өлфәт. Юҡты һөйләйһең, ҡустым.
Самат. Ярай, төрөмчик кейәүең булғас, белерһең әле... Пока!.. (Китә башлай.)
Өлфәт. Туҡтале!.. Туҡтап тор, ҡустым!..
Самат. Нимә?
Өлфәт. Ҡой әле!..
Самат. Эсмәйем, ти инең бит...
Өлфәт. Тағы берҙе генә эсәм дә...
Самат. Мә!.. Уйла, Өлфәт ағай, ҡыҙың төрөмчиккә сыҡһа, бөтә ауыл алдында мәсхәрәгә ҡаласаҡһың!
Өлфәт. Байтимер ҡусты насар кеше түгел дә...
Самат. Төрмәнән кеше йүнле булып сығамы? Күрмәнеңме ни, теге саҡта мине саҡ үлтермәй ҡалды... Хәҙер килеп ҡараһын!.. (Бысаҡ сығарып күрһәтә.) Бына!.. Ошоноң менән эсен ярам мин уның!..
Өлфәт. Әй, әй, һин ипләп, ҡустым!
Самат. Бөтә ауыл һөйләй, Байтимер Өлфәттең ҡыҙы менән гулять итә, тиҙәр...
Өлфәт. Гулять итә!?.
Самат. Ну, да!.. Һине яҡын күргәнгә әйтәм... Кеше көлә үҙеңдән...
Өлфәт. Ах, кәнтәй!..
Самат. Туҡта!.. Ҡыҙмай тор!.. Мә, башта тотоп ебәр!
Өлфәт (эсә). Ах, мин уны!..
Самат. Дөрөҫ, Өлфәт ағай, юғиһә атайҙы ла һанға һуҡмайҙар!..
Өлфәт. Бир әле!.. (Шешәне Саматтан алып, күтәреп эсә.)
Самат. Ярай, Өлфәт ағай, мин киттем (Сыға.)
Өлфәт. Ну, мин уны!.. Мир алдында мәсхәрә бит был!.. (Ҡысҡыра.) Сәлимә!.. Сәлимә, тим! Сыҡ бында!.. Тиҙ бул!..
Сәлимә менән Ишбулды өйҙән сыға.
Сәлимә. Ни булды, атай?
Өлфәт. Ни булдымы!?. Ни булғанын мин һинән һорарға тейеш!..
Сәлимә. Атай, һин тағы иҫерек...
Өлфәт. Иҫерекме?!. Мин иҫерекме?!. (Ҡайышын сисә.) Күрһәтәм хәҙер иҫеректе!.. Минең йөҙөмдән көләһеңме, ә!?.
Сәлимә. Атай, һин нимә һөйләйһең?!
Өлфәт. Иманыңды уҡытам, кәнтәй!..
Ишбулды. Атаҡ, атаҡ!.. Салбарың төшә бит, Өлфәт!
Өлфәт. Һиңә нимә кәрәк!? Бар, йөрөмә бында буталып!.. (Сәлимәгә.) Ә һин нишләп шул төрөмчик менән сыуалаһың, ә?!.
Сәлимә. Ни һөйләйһең, атай?
Өлфәт. Кәрәгеңде бирәм!..
Сәлимә. Атай!..
Ишбулды. Өлфәт!.. Етәр!.. Ҡағылма Сәлимәгә!.. Ул минең дуҫ!.. Хәҙер шул ҡайышың менән үҙеңде бәйләп һалып ҡуябыҙ!..
Өйҙән Айһылыу сыға.
Айһылыу. Ниндәй тауыш бында?
Өлфәт. Бер ни ҙә юҡ, бисәкәй... Все нормально!..
Айһылыу. Эй, Хоҙайым!.. Эттең буҡ ашамай торһа, башы ауырта, ти. Тағы эстеңме, йүнһеҙ!..
Өлфәт (арба аҫтына ҡаса). Бөттө, бисәкәй!.. Бөттө!..
Айһылыу. Сыҡ унан!
Өлфәт. Бөттө, бөттө!.. Сдаюсь, бисәкәй!.. (Ҡулдарын күтәреп сыға.)
Айһылыу. Бер йомошҡа ебәрер аҡыл юҡ, эсә лә ҡайта, эсә лә ҡайта, битһеҙ!.. Әйҙә, атла! (Өлфәтте төрткөләп өйгә индерә.)
Етенсе күренеш
Ишбулды Байтимерҙе алып инә.
Ишбулды. Әйҙә, әйҙә!
Байтимер. Һин нимәгә алып килдең мине бында?
Ишбулды. Эш бар... Һин ошонда ғына тороп тор, йәме.
Байтимер. Йә, торҙом, ти...
Ишбулды. Мин хәҙер... (Өйгә инеп, Сәлимәне етәкләп сыға.) Бына!..
Сәлимә. Байтимер!?
Байтимер. Мине... Бына... Ишбулды әйтә, эш бар, ти...
Ишбулды. Ярай, мин сәй эсергә ҡайтайым әле. Әсәйем, күмәс бешерәм, ти ине... (Сыға.)
Байтимер. Ни... Сәлимә...
Сәлимә. Әү, Байтимер? Әйт! Мин көтәм... күптән...
Байтимер. Өлфәт ағай өйҙәме?
Сәлимә. Юҡ. Әсәйем менән бесәнгә китте.
Байтимер. Улай икән... Ярай, мин... Мин аҙаҡ килермен... (Сығырға бара.)
Сәлимә. Байтимер!..
Байтимер. Ә?!
Сәлимә. Һин һиҙмәйһеңме ни шуны?!.
Байтимер. Һиҙәм, Сәлимә!.. Ләкин...
Сәлимә. Ниңә ләкин?
Байтимер. Сәлимә, мин бит... Һин һәйбәт ҡыҙ!.. Ә мин кем!?. Минең бит бер нәмәм дә юҡ...
Сәлимә. Булһын!..
Байтимер. Мин бит ултырып сыҡҡан кеше...
Сәлимә. Булһын!..
Байтимер. Һуң... мин бит... мин һиңә тиң түгел, Сәлимә!.. Һин шундай ҡыҙ!..
Сәлимә. Ә мин... Ә мин һине шундай көттөм!.. Һиңә булған хистәремде аңлатырға һүҙҙәрем етмәй!.. (Йырлай.)
(З. Ҡотлогилдина һүҙҙәре, С. Низаметдинов көйө).
Һин һорама, хәлең нисек тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама, һағындыңмы тиеп,
Күңел һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең һағышымды
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама, һөйәһеңме тиеп,
Мөхәббәтем йөрәгемде өтә.
Белгең килһә, минең һөйөүемде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Йәшенеп кенә Самат инә. Тыңлап тора.
Байтимер. Сәлимә!..
Сәлимә. Байтимер!..
Байтимер. Төш түгелме был, Сәлимә?!.
Сәлимә. Беҙҙең бәхетебеҙ шулай татлы төш һымаҡ!.. (Байтимерҙең сикәһенән үбеп, йүгереп өйгә инә.)
Байтимер. Сәлимә!.. Эх!.. (Һушына килә алмағандай тора ла китә.)
Самат (йәшенгән урынынан сыға). Бына нисек!.. Ну, сволочь һин, Байтимер!.. Юҡ!.. Юҡ, Сәлимә барыбер минеке буласаҡ!.. Минеке буласаҡ!.. (Өйгә инә.)
Сәлимәнең тауышы. Һин ни эшләйһең, ҡәбәхәт!..
Саматтың тауышы. Яратам бит мин һине, иҫәркәй!
Сәлимәнең тауышы. Кит бынан!.. Яҡын килмә!.. Ҡағылма миңә!..
Саматтың тауышы. Мин һине бер кемгә лә бирмәйем!
Сәлимә. Зинһар!.. Ебәр!.. Теймә миңә!..
Ишбулды йүгереп килеп, өйгә инә.
Ишбулды (эт булып өрә). Уау!.. Уау!..
Саматтың тауышы. А-а-а!.. Ҡулды!.. Ух, эт!.. Мин һине!.. Мә!..
Самат өйҙән атылып сығып ҡаса, эсен тотоп Ишбулды сыға, уға Сәлимә эйәргән.
Сәлимә. Ишбулды!.. Ул бысаҡ менән!..
Ишбулды. Ул ҡурҡты!.. Ҡасты!.. Ул эттән ҡурҡа!..
Сәлимә. Ишбулды, ҡан!..
Ишбулды (бөгөлөп төшә). Сәлимә дуҫ!..
Сәлимә. Әү, ҡәҙерлем!..
Ишбулды. Мине ер бәүелтә... Әллә мин сәңгелдәктәме?!.
Сәлимә. Түҙ!.. Саҡ ҡына түҙ, ҡәҙерлем!.. Эй, кешеләр!..
Ишбулды. Кәрәкмәй, Сәлимә! Һин минең күҙҙәремә генә ҡара!.. Ғүмеремдә минең күҙҙәремә ҡараусы булманы!..
Сәлимә. Ишбулды!.. Ишбулды!.. (Уға ҡапланып илай.)
Һигеҙенсе күренеш.
Өлфәт арба менән була. Айһылыу өйҙән сыға.
Айһылыу. Ошоно кейһәм килешәме, Өлфәт?
Өлфәт. Айһылыу!.. О-о-о, был матурлыҡты күрмәй нисек йәшәгәнмен мин?!.
Айһылыу. Бәй, был күлдәкте мин әле генә кейҙем бит.
Өлфәт. Эш күлдәктәме ни, бисәкәй!..
Айһылыу. Ә һин ниңә йыйынмайһың һаман?
Өлфәт. Бына, арбаны эшләп ҡуйҙым!.. Эх, Ишбулды иҫән саҡта өлгөртә алманым шул!..
Айһылыу. Хәҙер нимәгә ул һиңә?
Өлфәт. Кәрәк, бисәкәй!.. Кәрәк!..
Айһылыу (өтәләнеп). Эй, Хоҙайым, нимә тип һөйләнеп торам һуң әле мин!.. Хәҙер килергә тейеш тип әйтте бит ҡыҙыбыҙ... Әйҙә, һин дә тиҙ генә өҫ-башыңды алмаштыр!..
Матур кейенгән Байтимер инә.
Байтимер. Һаумыһығыҙ!
Айһылыу. И-и... Арыубыҙ әле, арыубыҙ!.. Кем тип әйтәйем икән... Байтимер туғанҡайым!..
Өлфәт. Әйҙә, рәхим ит, Байтимер!
Байтимер. Рәхмәт, Өлфәт ағай!.. Айһылыу апай!..
Айһылыу. Бәй, бәй, беҙ нишләп торабыҙ әле бында!? Әйҙәгеҙ, өйгә инәйек!..
Өйҙән Сәлимә сыға.
Байтимер. Сәлимә!..
Сәлимә. Байтимер!.. (Оялып ҡына Байтимерҙең янына бара.)
Байтимер. Кхм... Ни... Өлфәт ағай!.. Айһылыу апай!.. Мин... То есть беҙ... Эйе, беҙгә фатихағыҙҙы бирегеҙ!..
Айһылыу (күҙ йәштәрен һөртә). Эй, Илаһым!.. Һүҙеңде әйт, атаһы!..
Өлфәт. Фатиха, балалар!.. Фатиха беҙҙән!..
Айһылыу. Эйе шул!.. Эй, Хоҙайым, бәхетле генә булығыҙ!..
Сәлимә. Әсәй! (Ҡосаҡлай.) Рәхмәт!..
Байтимер. Рәхмәт, Өлфәт ағай! (Ҡосаҡлашалар.)
Кәримә инә.
Кәримә. Әссәләмәғәләйкүм, балаҡайҙар!
Өлфәт. Һауғынамы, Кәримә апай!
Айһылыу. Әйҙүк, Кәримә апай! Эй, Хоҙайым, Ишбулды ғына юҡ!.. (Ауыҙын ҡаплай.)
Кәримә. Ишбулды!.. Бында ул, балаҡайҙар!.. Ул миңә, әсәй, һине ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем. Мине һағынһаң, кешеләргә бар, мин уларҙың йөҙөндә йылмайыу булып йәшәрмен, тине.
Өлфәт. Эйе!.. Ул бында!.. Бында ул Ишбулды!.. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ Ишбулдының арбаһына! Мин һеҙҙе күҙ йәштәре аҡмай торған, йөҙҙәрҙән йылмайыу китмәй торған донъяға алып барам!..
БӨТТӨ.
Читайте нас: