Төрлө хәлдәр, төрлө мәлдәр иҫкә төшә. Йыш ҡына көслөләр менән көсһөҙҙәр араһындағы мөнәсәбәттәр парадоксы ғәжәпләндерә. Күп ваҡыт аңлауы ла ҡыйын: кем һәм нимә көслөрәк был донъяла – бәйһеҙлектән ҡоторонған ҡара ниәтле иманһыҙ әҙәмдәрме, әллә беҙ белеп бөтмәгән бүтән хикмәттәр бармы?Мәскәүҙә, мәҫәлән, урамда аяҡ кейемдәре таҙартып көн күреүселәрҙең күпселеге – боронғораҡ дәүерҙә Яҡын Көнсығышта атаҡлы дәүләт төҙөп, дан һәм шөһрәт ҡаҙанған, күрше-тирәләге халыҡтарҙы тетрәтеп тотҡан цивилизация вәкилдәре. Ниндәй гонаһ шомлоғо арҡаһында шул көнгә төшкән икән улар?Беҙҙең заманда ла ғибрәттәр тулып ята. «Төлкө менән ҡуян» әкиәтендәге һымаҡ, кешенең йортона килеп инеп, хужаның үҙен ҡыҫырыҡларға, кәмһетергә ҡыҙышҡан әҙәмдәрҙең мөрәүәтһеҙлеген нисек ғәфү итмәк кәрәк? Был бит шул уҡ баҫҡынсылыҡ психологияһы. Йорттоң төп хужаһы нисек итеп яуап бирергә тейеш һуң ундайҙарға? Урыҫтар әйтмешләй, «око за око, зуб за зуб» тигән принцип менән йәшәргәме юғиһә?Эй, Хоҙайым, сабырлыҡ бирһәңсе өммәтемә! Яуызлыҡ, үкенескә, ай-һай оҙаҡ йәшәй. Әммә, Аллаға шөкөр, ҡара йөрәклелектең язаһыҙ ҡалмаған осраҡтары ла булып тора....Ҡурған өлкәһенең Убалы ауылында һөйләнеләр. Бер мәлде ауылға электриктар килеп төшә. Электр сымына тейә тигән һылтау менән, бөтөнләй тейерлек булмаһа ла, бер өйҙөң урам яғындағы һомғол тирәкте быса башлайҙар. Оло йәштәге йорт хужаһының ризаһыҙлығын ҡолаҡтарына элмәйенсә, мыҫҡыллап көлөп, йортҡа, урамға йәм биреп ултырған тирәкте тиктәҫкә йығып, етмәһә, тураҡлап уҡ ташлайҙар. Бабай, йәне әрнеп, эстән һыҙланып ҡала. Әлеге эшем эйәләре ауылдан сығып, бер-ике саҡрым китеүҙәре була, машиналары ауып, үҙҙәре ботарлаған шул тирәк шикелле, юл ситендә тәгәрәшеп ятмаһынмы. Зирәк кешеләр әйтә булыр: яуыздың яуызлығы ҡасан да булһа үҙенә әйләнеп ҡайтмайынса ҡалмаҫ. Кешегә ни теләһәң, үҙең дә шуны күрерһең. Енәйәтсе бүтәндәргә ҡарата ғына түгел, иң элек үҙенә үҙе енәйәт ҡыла. Бүтән халыҡты, бүтән телде, бүтән рухты хурлаған әҙәм аҡтыҡтары бар. Бүтәндәрҙең ҡанын эсеп көс йыйыусыларҙың исеме берәү генә: убырҙар. Убырлылыҡ, оятһыҙлыҡ, бүтәндең йортон-илен баҫып алыусылыҡ психологияһы бер генә әҙипкә лә, бер генә милләткә лә бәхет килтергәне юҡ әле. Көс күмәклектә генә түгел, көс – ғәҙеллектә. Үҙенең тарихи хоҡуҡтарын, ерен, һыуын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телен, үҙ-үҙен ер йөҙөндә һаҡлап һәм яҡлап алып ҡалыр өсөн йәнен фиҙа ҡылып көрәшкән милләттәр мәңге йәшәйәсәк. Беҙ башҡортҡа бөйөк аҡыл эйәһе Әхмәтзәки Вәлиди бабабыҙ васыят итеп әйтеп ҡалдырғанса: үҙ еребеҙгә, үҙ илебеҙгә баҡсалағы аҡтамыр һымаҡ таралып, ян-яҡтан килгән ассимиляция афәтенән ҡотолоп, йолҡҡоланған телебеҙҙе тергеҙеп, телгеләнгән рухыбыҙҙы яңыртып, бөтөн халҡыбыҙ бер булып, күкрәп, күтәрелеп китәсәкбеҙ әле беҙ. Беҙҙең йәнебеҙҙә теләк тә, ихтыяр көсө лә унлата, йөҙләтә ҡеүәтлерәк. Мин инанам быға: Ерҙең, Күктең бөтөн мәрхәмәте беҙҙең юлыбыҙҙы яҡтыртып тора.Рәшит ШӘКҮР.