+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Август 2020, 15:00

Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек!

Әйҙәгеееҙ! Сәй эсерәм!Сәйһеҙ эш бармай, беләм.

Әйҙәгеееҙ! Сәй эсерәм!Сәйһеҙ эш бармай, беләм.Баллап, майлап сәй эскәндәСир-сырхау ҡаса беҙҙән.Самауырҙы йыҡҡансы,Таҫтамалды һыҡҡансы,Эсәйек әле тәмле сәйМаңлай тире сыҡҡансы.Эй, эсәбеҙ, эсәбеҙҠайҙа беҙҙең кәсәбеҙКәсә тулы сәй генә,Сәйхур ғына кеше беҙ.Башҡорт сәй эсмәй булмаҫ,Сәй эсеүҙән һис туймаҫ,Бүтән эштәр көтөп торһонТүргә самауыр ҡунғас.Күрше менән күрешеп,Хәл-әхүәлде белешеп,Сөкөр- сөкөр- сөкөрҙәшепБер самауыр сәй эсеп,Матур хәбәр һөйләйек.Ҡыҙыҡтарға көләйек.Самауырҙың шыжлауынаҠушылып көй көйләйек.Сәйле тормош- көйлө тормош,Көйһөҙлөктө белмәйек.Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: