-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Август 2020, 19:00

Кем ул Робинзон Крузо?

Робинзон Крузо исеме бәләкәсенән алып олоһона тиклем таныш. Китабын күпме уҡыһаң да, фильмын нисә тапҡыр ҡараһаң да, ялҡытмай. Даниель Дефо кеше аяғы баҫмаған утрауҙағы иҫ киткес мажараларҙы ҡайҙан алып яҙҙы икән, тигән һорау барыһын да ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Ә бит был мажаралы ла, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл тормоштан алынған, унда ысын кеше яҙмышы һүрәтләнгән...

Шотланд морягы Александр Селькирк 1676 йылда Лоуэр Ларго ҡаласығында күн эшкәртеүсе ғаиләһендә донъяға килә. Ул бик үҙ һүҙле, ныҡыш малай була. Үҫә төшкәс, моряк булырға хыяллана башлай. 15 йәшендә Лондонға китә. Бәлиғ булғас, ниһайәт, Африкаға юлланған карапҡа боцман итеп алалар. Беренсе походынан ул ҡолағына алтын алҡалар тағып, күп кенә аҡса менән ҡайтып инә. Еңел аҡсаның тәмен тойғас, диңгеҙ гиҙеү теләге башынан сыҡмай. Атаһының тире иләүсе эшен дауам итеү тураһында уйлағыһы ла килмәй.1704 йылда 27 йәшлек егеткә хыялына ирешеү мөмкинлеге асыла: Тымыҡ океанға сығырға йыйынған флотилияға барып ҡушыла. Берләшмә командующийы – билдәле капер Уильям Дампьер уны ”Синк поре” (”Сэнк пор”) карабына тәғәйенләй. Александр яҡшы ғына хеҙмәт итә, ләкин йәш капитан Томас Стредлинг менән борсаҡтары бешмәй. Яңы капитан уны өнәп етмәй, шул арҡала үҙ-ара ығы-зығы сығып ҡына тора. Бигерәк тә карап йүнәлеше буйынса килешә алмай улар. Селькирк карапты йүнәтеп алыу кәрәклеген дә йыш телгә ала. Томас карапты тар-мар итәсәк тип уйлай һәм быны асыҡ рәүештә капитандың үҙенә лә әйтә килә. Йыл ярым Атлантик диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгәндән һуң, Чили янындағы Хуан Фирнандес утрауҙары тирәһендә капитан менән боцман араһында йәнә ыҙғыш килеп тыуа. Ғорур Александр үҙен утрауҙарҙа ҡалдырып китеүҙәрен талап итә. Аҙаҡ икенсе карапҡа ултырып китергә уйлай.Александрҙы, аҙыҡ-түлек, ҡорал, пуля, көкөрт, тәмәке, балта, бысаҡ, котелок һәм Библия биреп, утрауҙа ҡалдырып китәләр. Утрауға аяҡ баҫҡас, Селькирк ҡыҙыулыҡ менән ҡабул иткән уйынан кире ҡайта, ләкин капитан карапҡа инергә рөхсәт итмәй. Шулай итеп, боцман Мас-а-Тьерра утрауында тороп ҡала.Бында оҙаҡҡа тотҡарланмаҫына ышана ул, һыу алырға ниндәй ҙә булһа карап барыбер туҡтар, тип көтә, ләкин тора-бара өмөтө һүнә һәм артабан нисек йәшәре тураһында ҡайғырта башлай.Йылдар үткәс, Александр нисек итеп яңғыҙлыҡҡа өйрәнеүен һәм көнкүрешен тәртипкә һалыуын һөйләй. Әлбиттә, тәүге осорҙа үҙе менән алып ҡалған аҙыҡ-түлек йән аҫрарға булышлыҡ итә. Тора-бара, аслыҡ үҙәгенә үтә башлағас, утрауҙа ҡырағай кәзәләр барлығын белеп ҡала. Ҡырағай кәзәләрҙән тыш утрауҙа ҡоштарға, ташбаҡаларға һунар итергә, балыҡ тоторға мөмкинлекте асыҡлай.Шырпы менән көкөрт бөткәс, тәүтормош кешеләре һымаҡ таш туҡмап ут табырға өйрәнә. Кәзә бәрәстәрен тотоп, ҙурайғас шәп йүгерә алмаһындар өсөн, аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡып сыға. Ике ”өй” төҙөй: береһендә ашарға бешерә, икенсеһендә йоҡлай. Кәзә тиреһен тутыҡҡан сөйҙәр ярҙамында нығытып, үҙенә кейем әтмәләп ала. Был утрауҙа ҡалып ҡуйыу ҡурҡынысы башынан сыҡмай. Шуға көн дә утрауҙың иң бейек нөктәһенә менеп баҫа ла сәғәттәр буйы карап күренгәнен көтә. Әммә күренгән караптар Испан флагы аҫтында үтеп китә, ә был Англия пираты өсөн ҡурҡыныс була. Әйткәндәй, Александр бына ошолай яңғыҙлыҡтан хафаланғанда, уны ҡалдырып киткән ”Сэнк пор” карабы дауылға эләгеп емерелә, команданың күбеһе һәләк була, тере ҡалғандары ла испандарға әсирлеккә эләгә, ә бына ул үҙһүҙлелеге арҡаһында тере ҡала.1709 йылда ғына утрауға Англия флагы аҫтында карап килеп туҡтай. Селькирктың шатлығының сиге булмай. Карап ҡаршыһына сыҡҡан Александр барыһын да аптырауҙа ҡалдыра. Дүрт йыл дауамында һөйләшмәй йәшәгән Селькирк хатта һөйләшергә онотҡан була. Аҙаҡ ҡына үҙе менән булған хәлде һөйләп бирә ала.Англия карабы, ике аҙна торғандан һуң, 14 февраль юлын дауам итә. Утыҙ өс ай йөҙөп йөрөгәндән һуң ғына Селькирк тыуған Шотландия еренә аяҡ баҫа.Тыуған илендә Селькирктың тормошо менән күптәр ҡыҙыҡһына, улар араһында ”Робинзон Крузо” романын яҙған Даниель Дефо ла була...Александр Селькирк бер нисә йылдан һуң Көнбайыш Африка утрауҙарына юлланған карапҡа аяҡ баҫа һәм һары лихорадканан (күп моряктар ошо сир менән ауырый) 1721 йылдың 13 декабрендә диңгеҙҙә мәрхүм булып ҡала. Хәҙерге көндә боцман йәшәгән утрау Робинзон-Крузо исемен йөрөтә, ә инде күрше утрауҙы Александр Селькирк иҫтәлегенә атағандар.Ләйлә ҒИМАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: