+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Август 2020, 00:05

Дан ғаиләләр

Ил буйынса ауылда йәшәүсе иң яҡшы ғаилә - Ишембай районында.

Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кеше өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора.Һуңғы ваҡытта ил кимәлендә демографияны яҡшыртыу, халыҡ һанын арттырыу хаҡында йыш ҡына баш ватабыҙ. Үҙ мөхитебеҙҙә, тыуған еренән айырылмаған ишле башҡорт ғаиләләре күберәк булһын ине, тип тә борсолабыҙ. Ил кимәлендәге демография мәсьәләһен хәл итеп, милләт һанын ишәйтеп, балалар тәрбиәләп лайыҡлы итеп аяҡҡа баҫтырырға теләүселәр кәмегәндән -кәмей барған заманда, матур итеп йәшәгән ишле ғаиләләр ҙә арабыҙҙа осрап тора!Был тәңгәлдән бөтә Рәсәй кимәлендә өлгө булып торорҙай ғаиләләр булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы.Зилә менән Рафаил Ғәзизовтар «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә ингән. Уңыш сере ябай – студент саҡтарында уҡ ҡауышҡан бәхетле пар, дүрт балаға атай-әсәй булып, 16 йыл бергә татыу ғүмер итә.Ғаилә башлығы Себер яҡтарында вахта ысулы буйынса эшләһә, ҡатыны декрет ялында. Ғәзизовтар Петровское ауылында дүрт сутый ер алып, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй.Зилә менән Рафаил икеһе лә Ишембай районында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы улар өсөн йәшлек, мөхәббәт ҡалаһы булып тора, сөнки улар Стәрлетамаҡ педагогия институтынла уҡыған саҡта таныша. Улар уҡып йөрөгән саҡта уҡ ғаилә ҡороп, бергә-бергә йәшәй башлайҙар. Ҡулдарына диплом алғас,, йәштәр дәртләнеп эш башлайҙар. Тормошҡа йәм өҫтәп, тәүге улдары Рифат донъяға килә. Зилә үҙ һөнәре буйынса эшләһә, ғаилә башлығына уҡытыусы булып эшләргә насип булмай. Ишле ғаиләне бағыр өсөн аҡсалы эш кәрәк булғанлыҡтан, Рафаил күп уйлап тормай, Себергә юллана...Тормош ауыр, аҡса етмәй тип, зарланып ултырмай йәштәр, ең һыҙғанып донъя көтә. Мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы балалар ишәйә - Регина, Зарина һәм Зариф донъяға килә. Шулай итеп, Ғәзизовтар дүрт балалы ҙур ғаилә булып, үҙ өлгөһөндә балалар тәрбиәләүсе матур ғаилә булып, һоҡландырып йәшәйҙәр. Ҡалала йәшәүе рәхәт булһа ла, ауылда тыуып-үҫкән йәш парҙың ер эшкәртеп, баҡса сәсеп, ауылда йәшәгеһе килә. Зиләгә тыуған ауылы Петровскиҙа эш тәҡдим иткәс, улар, күп тә уйлап тормай, ҡалала ҙур фатир булыуға ҡарамаҫтан, ауылға күсенеп ҡайталар. Был ауылдан Рафаилдың тыуған ауылы Маҡарға ла алыҫ түгел. Бына шулай гөрләтеп ауылда йәшәп алып киьә улар. Ғәзизовтарҙың ғаиләһен Стәрлетамаҡтан бөтөнләй айырылған тип әйтеп булмай: улдары Рифат 3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡый, география, тарих буйынса олимпиадаларҙа яҡшы күрһәткестәргә эйә булып, тырышып уҡый. Ғәзизовтар үҙҙәре лә ҡалаға төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, әүҙем ял итәләр, утыҙ биш саҡырым ара, тип тормайҙар.Балаларға матур тәрбиә биреү, матур итеп йәшәй белеү өсөн торған урын түгел, ҡорған тормоштоң мәғәнәһе мөһим икәнде һәр яҡтан иҫбатлап йәшәй ишле Ғәзизовтар.Тормошта бит иң мөһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрер, килер быуынға үрнәк булып торор, бәрәкәтле тыуған ер ҡотон арттырыр матур, тырыш, бәхетле ғаиләләр күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: