+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2020, 13:00

Башҡортостанда бал ҡорттары һәм кеше мөнәсәбәте тураһында фәнни-документаль фильм төшөрөлә.

Тарихи дәлилдәргә ҡоролған проектты Рәсәйҙең тәбиғи умартасылыҡ ассоциацияһы әҙерләй.

Тарихи дәлилдәргә ҡоролған проектты Рәсәйҙең тәбиғи умартасылыҡ ассоциацияһы әҙерләй. Мәскәүҙән килгән ижади төркөм Бөрйән районында солоҡсолоҡ үҫешен яҡтыртырға йыйына. Тәүге туҡталыштары Иглин районында яһалды, Иван-Казанка ауылынан фермер Фәнис Хәлилов түмәр умартасылыҡ ( бортевое пчеловодство) менән шөғөлләнә. Биләмәнән туристар ҙа өҙөлмәй. Түмәр умарталыҡтар уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарына тиклем киң таралған була, онотолоп барған кәсеп Иглин районында алты йыл элек тергеҙелә башлай. Фермер Фәнис Хәлилов ҡуртымға ер алып, тиҫтәләп түмәр умарта ҡуя, башҡорт тоҡомло ҡорттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Умарталыҡтар ҡарағайҙан әҙерләнә. Түмәр умарталарҙан бал йылына бер, сентябрҙә йыйыла башлай. Һәр ҡайһыһынан биш килограмдан ун килограмға тиклем татлы ризыҡ сыға. Әйткәндәй, ҡышҡылыҡҡа бал ҡорттарына ла ошо уҡ күләмдә запас ҡалдырыла. Тәбиғи шарттарҙа улар сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәйәсәк. Нәҙекәйбилдәрҙең иммунитеты көслө була, һәм уларға төрлө ауырыуҙар ҙа ҡурҡыныс түгел. Фәнис үҙе Ҡыйғы районынан, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Умарталыҡты биш йыл элек аса – уға ауылдағы урман эргәһендә ҙур утрауы булған күл буйы оҡшап төшә. Әле умарталыҡта Фәнис үҙе эшләгән иллегә яҡын солоҡ бар. Хужа уларҙың иҫәбен өс йөҙгә еткерергә күҙаллай. Умарталыҡта ысын солоҡ балын етештерәләр – бал ҡорттары уны 320 самаһы баллы сәскәнән эшләй. Бындай балда 120 микроэлемент бар. Солоҡта йәшәүсе бал ҡорттарын антибиотиктар менән дауаламайҙар. Балды йылына бер тапҡыр, август аҙағында – сентябрь башында алалар. Балды ағыҙмайҙар, ә һитә киҫәктәре менән бергә болғайҙар ғына. Ошондай бал бик файҙалы тип иҫәпләнә. Бер солоҡтан 40-50 килограмм бал алалар. Файҙалы аҙыҡтың килограмы 3 мең һум тора. Фәнис Хәлилов умартасылыҡ, солоҡсолоҡ серҙәренә бала саҡтан уҡ төшөнә, был кәсепкә ул олатаһынан өйрәнә. Әйтәйек, түмәр өҫтөнә бесән матурлыҡ өсөн генә һалынмай, үҙенә күрә бал ҡорттарын һаҡлау сараһы булып тора. Иглин районы Өфөгә яҡын урынлашҡан, бер сәғәтлек юл. Шуға күрә түмәр умарталыҡ туристарҙы ла үҙенә магнит көсөндәй йәлеп итә башланы. Сираттағы ҡунаҡтар Мәскәү һәм Екатеринбург ҡалаларынан. Уларҙы ғәҙәттәгесә солоҡ балы, ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алдылар. Тәмле дегустациянан һуң экскурсия. Фәнис Хәлилов солоҡсолоҡ һәм түмәр умартасылыҡ тарихы менән ҡунаҡтарҙы шәхсән үҙе таныштыра, бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерә. нда фәнни-документаль фильм төшөрә. Милли кәсептәр, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр - республика сит төбәк вәкилдәре өсөн әлегә асылып бөтмәгән, серле һәм билдәһеҙ. Экскурсия барышында туристар уҡтан да атып ҡарай, башҡорттарҙың милли уйындары, йырҙары менән таныша, башҡортса бейергә өйрәтеп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Бер көнлөк сәфәр бар яҡлап та ҡыҙыҡлы ойошторола. «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек сиктәрендә туристик объект янында инфраструктураны үҫтереү мәсьәләһе лә ҡарала. Быйыл көҙ бер саҡрым арауыҡта юл һалынасаҡ. Фәнис Хәлилов йылҡы малын да үрсетергә йыйына, биләмәлә ҡымыҙ етештерелә башлаясаҡ.
Читайте нас: