+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Август 2020, 13:00

Август айы

Август – йәйҙең һуңғы айы,

Август – йәйҙең һуңғы айы,Ҡаймағы түгел, майы.Муллыҡ айын данлар өсөнКилһен тик мәле, яйы.Август айы – эшлекле ай,Июль кеүек наҙламай,Арыш бешә. ОфоҡтарҙаБалҡып һүнә һаҙағай...Муллыҡты тәбиғәт үҙенсәҠәҙерләй, хөрмәт итә.Ысыҡ төшһә, бар донъяғаБал еҫе аңҡып китә.Аҡландарҙа үләндәрҙеҠаплап үҫкән бөрлөгән, –Бындай хәл бит һиндә генә,Тыуып-үҫкән ергенәм!Риф Әхмәҙиев
Читайте нас: