Һаумы, август!Һинең менән ҡабатОсрашабыҙ ваҡыт юлында.Уйлайһыңдыр: "Тағын иҫәнләшә...Ни бар икән бының уйында?"Бер ҙә ҡурҡма, август!Беҙҙең мутлыҡАҙашып ҡалды апрель-майҙарҙа.Эйәрмәксе ине... Аймылыштыҡ...Йөрөй икән бахыр, ҡайҙарҙа?Ә һин, август, олпат һәм мәһабәт!(Юҡҡамы һин батша исемле?!)Йылы һәм һалкының - сама менән:Үлсәүҙәргә һалған шикелле.Байлыҡ ҡыҙғанмайһың - бүлешәһең.Балкышыңдан күҙҙәр ҡамаша.Беҙгә ни кәрәген һин беләһең:Икмәк булһын! Һәм дә тамаша!... Һинең янда ҡайҙа ул шаярыу?Килә батшабикә булаһы!Илдә булмаһа да - үз йәнемдәҒәҙел хакимлыҡтар ҡыласы.... Һаумы, август!Һине тормышомаОстаз итеп әллә алаһы?..Йылдар тәгәрмәсен әйләндереп,Бараһы ла әле, бараһы...Бараһы ла...Бер көн ҡалаһы...Лилиә СӘҒИҘУЛЛИНА