-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август 2020, 20:55

Азамат Юлдашбаевтың ҡыҫҡа фекерҙәренән

Ҡулымдан килмәй, ти берәү... Ғәйеп ҡулда түгел шул, ғәйеп - башта...

Мыжымаҫҡа! Кем ниндәйгә лайыҡ - эргәһендә шундай кеше...Кешеләрҙең бөйөклөгөнә, уларҙың күңел сафлығына, намыҫ таҙалығына, уйҙар матурлығына, изгелеклелегенә, татыулығына һоҡланам... Урманда янғыҙ сағымда... Яҡын-тирәлә бер кем дә булмаһа...Яңғыҙаҡ яҙмыштың яҡшы яғы - кешеләр көтөүенең дөйөм фекере менән килешмәҫкә, уртаҡ ҡағиҙәләренә буйһонмаҫҡа мөмкин...Әҙәм бәхетте күпме кәрәк, шул тиклем көтә ала... Шунан тағы саҡ ҡына... Шунан йәнә бер аҙ... Шунан...Бер ҡараш... Йә көлгә әйләндерә... Йә, Феникс-ҡош кеүек итеп, көлдән терелтә...Әрнеү бер үк... Фил өсөн дә, серекәй өсөн дә...Ваҡытты еңеп булмай... Уның менән ваҡытлыса килешеү төҙөргә генә була: һин мине күрмәйһең, мин - һине...Намыҫ кеҫәрткенең ҡойроғо һымаҡ яңынан үҫмәй...Офоҡ киңлеге эргәңдәге киң күңелле кешеләрҙең күплеге менән билдәләнә...Ахмаҡтар юл яра... Аҡыллылар уларға бармаҡ төртөп көлә... Аҙаҡ бөтәһе лә шул юлдан йөрөй...Кисә ябай бер нәмәне төшөндөрҙөләр... Яңғыҙлыҡ һәм яңғыҙаҡлыҡ тураһында... Яңғыҙлыҡ - һин бер кемгә лә кәрәкмәйһең... Яңғыҙаҡлыҡ - һиңә бер кем дә кәрәкмәй... Бәндәнең бар йәшәйеше ошо ике сик араһында...Уйланыр уйҙар уйланылһын... Әйтер һүҙҙәр әйтелһен... Ҡылыныр эштәр ҡылынһын... Тик... Сер - сер булып ҡалһын...Ҡайһы бер яҙыусының оҙаҡ йылдар буйына бер нимә лә яҙа алмауы - бәлки, уның иң оло ижадылыр ;)Гел изге уйҙар ғына уйлап йөрөүең һинең изге кеше булыуыңды аңлатмай әле...Үҙеңде генә яратыуҙың бер ыңғай яғы бар: бер кемгә лә бурыслы түгелһең...Һеҙҙең гүзәл сәскәгә ҡарап һоҡланыуығыҙ, шул уҡ сәскәнең һеҙҙең менән һоҡланырға тейешлеген аңлатмай бит әле...Ысын азатлыҡ юғалтыр нәмәңде юғалтып бөтөүҙең аръяғында башлана...Тормошта бер нәмә лә аңламағанымды аңлағанға тиклем миңә барыһы ла аңлашыла ине...Ҡылырлыҡ гөнаһтар бөткәс, ул, аптырағандан, тәүбәгә килде...Яҡын кешеңә нимәлер аңлатырға тейешһең икән... Тимәк, бик яҡын түгел... Тимәк, бик аңлатырға ла кәрәкмәй...Упҡынға осорға икән... Күҙҙе йоммағыҙ... Һәләкәт алдынан матурлыҡҡа һоҡланып өлгөрөргә мөмкин...Мөхәббәт яланғасландыра... Тәнде генә түгел, йәнде лә... Тәнде кейендереү оҙаҡ түгел дә... Яланғас ҡалған йәнгә һыуыҡ ел үтә өрөп аптырата аҙаҡ...
Читайте нас: