+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июль 2020, 00:29

ТАРИХТЫҢ БИЛДӘҺЕҘ БЕР БИТЕ

Ҡаҙаҡ ағай малай сағында тыуған ауылында күргәндәрен бына нисек бәйән итте. 1919 йылда булған ул ваҡиға. Ауылыбыҙ аша ғаиләләре – ҡатындары, бала-сағалары тейәлгән ылауҙар менән яҡшы ҡоралланған башҡорт ғәскәре өс аҙна буйы ҡайҙалыр үтеп киткәнен күреп торҙом, ти.Өс аҙна буйы ғаиләләре менән ҡаҙаҡ ауылы аша үткән ҡораллы башҡорт ғәскәре... Нисәмә мең башҡорт ҡайҙа юлланды икән дә ҡай тарафтарға барып төйәк тапты икән? Ул хәтле халыҡ эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа.

Дуҫым, отставкалағы подполковник, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов 2013 йылдың июль башында тыуған ауылы Яңы Яппарға (Дәүләкән районы), туғандары янына ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Шунда мине лә, ҡунаҡ өҫтөнә ҡунаҡ итеп, саҡырып алды. Иркен тәбиғәт ҡосағында дүрт көн буйы аралашыу, утыҙлап бейә аҫраған фермер энеһе Филүс менән килене Санияның хуш еҫле ҡымыҙҙарын эсеп, һый-хөрмәт күреү насип булды. Ишеткән-күргәндәр – әйтеп бөткөһөҙ. Хәрби академия тамамлап, 90-сы йылдар уртаһында Чечен Республикаһында «конституцион бурысын» үтәп, һаулығын юғалтҡан офицерҙың героик биографияһы үтә фәһемле. Ә үҙе ниндәй эрудит – ғәжәп итерлек! Шуға ла дүрт көн буйы мин фәҡәт уның һөйләгәндәрен генә тыңлап йөрөргә тырыштым. Бына беҙҙең осрашыуҙан һуң бер ай ваҡыт үтеп тә киткән. Мәхмүт Бәкер улы менән әңгәмәләшкәндәрҙе күңелдән үткәрәм дә бер ваҡиға тураһындағы хәбәргә киләм дә туҡталам. Шулай Зәйнәб апай Биишеваның улы, тәржемәсе Юлай Әминев тураһында һүҙ сыҡты ла Мәхмүт дуҫым уның менән таныш булыуы, Мәскәүҙәге фатирҙарын да уның ҡайныһы – билдәле ҡаҙаҡ ғалимы һөйләгән иҫтәлек тураһында әйткәйне. Ул ҡаҙаҡ ағай малай сағында тыуған ауылында күргәндәрен бына нисек бәйән иткән. 1919 йылда булған ул ваҡиға. Ауылыбыҙ аша ғаиләләре – ҡатындары, бала-сағалары тейәлгән ылауҙар менән яҡшы ҡоралланған башҡорт ғәскәре өс аҙна буйы ҡайҙалыр үтеп киткәнен күреп торҙом, тип һөйләгән Юлайҙың ҡайныһы. Өс аҙна буйы ғаиләләре менән ҡаҙаҡ ауылы аша үткән ҡораллы башҡорт ғәскәре... Нисәмә мең башҡорт ҡайҙа юлланды икән дә ҡай тарафтарға барып төйәк тапты икән? Ул хәтле халыҡ эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа. 1919 йыл булғас, большевиктар менән килешә алмайынса ситкә сығып киткән башҡорттарҙың бер төркөмө булғандыр, моғайын, тип фараз итәм. Ул ғәскәр Муса Мортазин бригадаһы булғандыр тиһәң, Мортазин ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы ылауға тейәп йөрөмәгән. Ғәлимйән Тағандың «Башҡорттар Байкал аръяғында» тигән хеҙмәте иҫкә төшә төшөүен. Юҡ, ул төркөм булмаҫ. Сөнки улар аҡтар менән бергә ғаиләләрен алып китмәгән булһа кәрәк. Полк командиры Ғәлимйән Тағандан башҡа ла ситкә китеүсе ғәскәри төркөм булғанмы икән әллә? Бәлки, булғандыр. Булһа ла, тарих өсөн билдәһеҙ булып ҡалғандыр, ахыры.Шул ғәскәр тураһында уйлап, хәҙер инде бер быуат ваҡыт үткәндән һуң да йәнем һыҙланып ултырам. Һис юғы яҙмыштары билдәле булһа икән – күңелгә саҡ ҡына еңелерәк булыр ине. Рәшит ШӘКҮР
Читайте нас: