+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июль 2020, 14:00

Ишморат Илбәковтың ҡурайы ҡайҙарҙа ғына яңғырамаған!

Быуаттарға шаһит булып ултырған мәҙәни ҡомартҡыларға мин ҡурайҙа уйнап ишеттерәм.

Ҡурай минең мәңгелек юлдашым, айырылмаҫ дуҫым, йыуанысым, таянысым, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков.Шуға күрә Ер шарының ҡайһы иленә барһам да, ҡурайымды ҡалдырмайым. Сит ерзәрзең иҫтәлекле урындарында булырға яратам.Быуаттарға шаһит булып ултырған мәҙәни ҡомартҡыларға мин ҡурайҙа уйнап ишеттерәм.Америкала булғанда Азатлыҡ Статуяһына менеп уйнаным... Египетта пирамида башына менеп, Парижда Эйфель башняһында күкрәк киреп баҫып үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ көйҙәрен яңғыраттым. Асмандар таң ҡалып, халыҡтар илһамланып тыңлай ҡурай моңон...
Читайте нас: