-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июль 2020, 19:00

«Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы»

Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Салауат Юлаев ордены лауреатыРоберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылдың 16 декабрендә Мәсетле районының Әжекәй ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәттәге тауыштарға оҡшатып уйнарға өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлеген, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлай.

1969 йылда Роберт Абдрахман улы Өфө музыка-педагогия училищеһынының баян класында эшләй башлай. Был инструмент өсөн 300-ҙән ашыу пьеса ижад итә. Ошо осорҙа уның ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы ҡабат уяна. Музыкант уйын ҡоралдарын үҙе яһай башлай, уларҙың яңы төрҙәрен уйлап сығара, камиллаштыра.1991 йылда Роберт Заһретдинов Саха Республикаһында ЮНЕСКО ойошторған II Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивалендә ҡатнаша, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. Унда музыкант 22 илдән килгән 200 башҡарыусы араһынан беренсе урынды яулай һәм махсус бүләк — алтын ялатылған платинанан авторҙың үҙенә генә исемләп эшләнгән ҡумыҙ ала.1998 йылда ул, баһалама ағзаһы булараҡ, Австрияға халыҡ-ара фестивалгә бара, унда «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был уға бар донъяның теләгән бер музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәресе күрһәтеү хоҡуғын бирә. Роберт Заһретдинов Австрия, Болгария, Бельгия, Голландия, Польша, Швейцарияла ошондай дәрестәр бирә. Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария һәм Финляндияға гастролдәр ойоштора.Роберт Заһретдиновтың репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр була: башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙ өсөн эшкәртмәләре, башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, үҙенең ижад емештәре.«Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» әсбабы өсөн Роберт Заһретдинов «Джордж Сорос исемендәге халыҡ-ара премия»ға лайыҡ була. «Мелодия» фирмаһының пластинкаларына, компакт-дискыһына яҙҙырылған Р. Заһретдинов башҡарыуындағы әҫәрҙәр Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы фондында һаҡлана.
Читайте нас в