+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 16:00

Изгелектә үтһен көндәр

Һәүәҫкәр композитор Солтанов Дамир Дәүләткилде улы йәмле Йылайыр районы Байғужа ауылында тыуып үҫә. Моңло күңелле малай 4-се класта уҡыған сағында тәү тапҡыр ҡулына гармун ала.

Артабан ул баянда һәм мандолинала уйнарға өйрәнә. Армияла ла музыканан айырылмай – тынлы оркестрҙа уйнай. 1980–1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем алып сыға.
Сибай институтының музыка бүлеген тамамлап, 40 йәшендә, илһамы асылып йырҙар ҙа ижад итә башлай. Күмертау ҡалаһында үткән “Күңелем моңдары” һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында Гран-приға лайыҡ була. “Гәлсәр һандуғас–2008” проектында “Изгелектә үтһен көндәр” тигән йыры менән дипломант була. “Һөйөүҙер ул...” тип аталған йырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Читайте нас: