+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 17:00

Барыу

Китеп бара. Ҡайтып бара. Бара кеше. Барыуҙарҙан бер кинәнес Таба кеше. Алып йөрөр аяҡтары Иҫән саҡта Барып ҡайтыуҙан ғибәрәт Барлыҡ эше.

Китеп бара.
Ҡайтып бара.
Бара кеше.
Барыуҙарҙан бер кинәнес
Таба кеше.
Алып йөрөр аяҡтары
Иҫән саҡта
Барып ҡайтыуҙан ғибәрәт
Барлыҡ эше.
Кемдер бара бөйөк эштәр
Атҡарырға.
Кемдер бара хәл белергә,
Былай ғына.
Барыһы ла бер үк юлда
Йөрөһә лә,
Алда торған уй-ниәттәр
Айырыла.
Барып етеп, яуланыла
Ҡуйған маҡсат.
Маҡсаттарға барған саҡта
Арымау шарт.
Һәр саҡ көтмәй барған ерҙә
Уңыш, еңеү
Барыуҙарың бушҡа булып
Ҡуя ҡайсаҡ.
Барып, кемдер
Бәхет һарайҙары һала.
Һарай һалғас инде,
Шунда тороп ҡала.
Бара-бара кемдер
Бәхетенән яҙа
Эҙләгәне уның
Булған икән янда.
Барыбыҙ ҙа ер йөҙөндә-
Барыусылар.
Бара-бара эҙләгәнде
Табыусылар.
Тик булмаһын
Барыр юлында аҙашып,
Төңөлөп, яҡты өмөттән
Яҙыусылар.
Теләһәк, теләмәһәк тә
Беҙ барабыҙ.
Бармайынса һис кенә лә
Юҡ сарабыҙ.
Аҙымлап үтер ерҙә
Булмағанды
Саҡрымдар аръяғында
Беҙ табабыҙ.
Көтөр кешеләр бар саҡта
Барайыҡ беҙ.
Барған ерҙә дуҫ-туғандар
Табайыҡ беҙ.
Юл сыҡҡанда
Фатихалар алайыҡ та
Ер аҫтында юлдар юғын
Аңлайыҡ беҙ.
Мәхрүм итмәй
Һағынып көтөп алыусыны,
Һаҡла, Хоҙай, юлда китеп
Барыусыны.
Ҡабат ҡайтып күреү насип
Булһын һәр саҡ
Хәйерле юл теләп өйҙә ҡалыусыны.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: