-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 17:30

Һаулығың һәм ғүмер оҙонлоғо мөһимме? Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте ҡуллан!

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә менән байытылған үҙенсәлекле десерт уйлап сығарғандар.

Башҡорт дәүләт аграр университетында прополис һәм һеркә менән байытылған үҙенсәлекле десерт уйлап сығарғандар.Ғалимдар фекеренсә, туңдырманың килеп сығыу тарихы дүрт мең йылдан ашыу.Туңдырма эшләүҙә яңы алым ҡулланыла. Был аппарат өс төрлө десерт әҙерләй. Прополис һәм үҫемлек һеркәһе ҡушып эшләнгән продукт дегустацияна, уның нигеҙенә туңдырманың ябай рецебы алына. Технологтар фекере буйынса, туңдырма ҡулланыу өсөн оптималь һанала, составында консервант һәм стабилизатор компоненттары күп түгел.2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк Апимондия халыҡ-ара умартасылар конгресына әҙерлек бара, шуның өсөн милли башҡорт продуктын төрлөсә ҡулланып ҡараныҡ, ти университет хеҙмәткәрҙәре.Башҡорт дәүләт аграр университетына төрлө кибет, кафе һәм ресторан вәкилдәре йыйылды. Уларға туңдырманың яңы рецебын уйлап сығарыу, уның файҙаһы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ башҡа аҙыҡ-түлектәрҙе етештереүҙә лә прополис һәм һеркә ҡулланыу мөмкинлеге тураһында һүҙ барҙы. Мәҫәлән, туңдырма эшләүҙә умартасылыҡ продуктары ҡулланыу уның һаҡлау ваҡытын оҙайта.Туңдырма етештереүҙә иң мөһиме артығын ебәрмәү. Компоненттарҙы самаһыҙ ҡушыу туңдырманы әсе тәмле һәм көрән төҫлө итәсәк.
Читайте нас: