-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 13:00

– Ах, шайтан малайҙар! Нимә эшләнегеҙ һеҙ, ә!?

Бесән мәле етһә, атайымдың ҡулдан эшләп биргән эре ағас тешле тырмаһын һөйрәп, уның артынан һәнәгенә эләкмәй ҡалған бесәндәрҙе тырмап йөрөгән саҡтарым һағындыра. Иркә генә, кинйә генә ҡыҙы булғас, бәләкәй сағымда миңә башҡа төрлө бесән эше сей елкәгә теймәне, сөнки имәндәй ике ағайым булды. Беҙ – өс ҡыҙ, күберәк баҡса эше менән булыша инек.

Бесән эше менән, ғөмүмән, беребеҙҙе лә ынйытмай ғына мал аҫыраны атайымдар. Кәртә-ҡураны тултырып, кешенән ҡалмайым тигән нимә уларҙа булманы. Бер һыйырҙың һөтөнә лә мәз булып кинәнер инек, һарыҡ-кәзәһе ер ябып йөрөмәһә лә, быйма-ойоҡло, дебет шәлле булып үҫтек. Атайым бесәнде ҙур бер кинәнес менән эшләй ине. Кәкере ҡайын төбөндә ағас ботаҡтарынан әтмәләп эшләгән ҡыуышында ял итеп, тәмләп үлән сәйен һемереп, ҡабаланмай-ҡарһаланмай ғына бесән сабыр ине ул. Атайымдың бесәнлегендәге баласаҡ хәтирәләремдә бер ҙә уның ҡара көйөп бесән сапҡан сағы түгел, ә тирләгән маңлайына йәбешкән сәстәрен артҡа һыпырып ебәреп, күләгәгә ултырып:
"Таштурынаааан
Ҡарап торҙоооом
Боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмарғаааа"– тиеп талғын йыр һуҙған саҡтары нығыраҡ хәтеремә уйылып ҡалған. Айыу килеп сыҡмаһын тип, яҡындағы ағаслыҡтан күҙемде алмай, шул шөрләүем арҡаһында атайымдан бер тотам да ҡалмай ҡамасаулап, унда нишләп йөрөгәнмендер инде?
Әсәйемде лә
– Урман күреп, өй эшенән ял итһен, мәтрүшкә, урман сейәһе йыйнаһын – тип кенә бесәнгә алып сығыр ине.
Береһе медицина институтында, береһе авиация институтында уҡып йөрөгән улдары йәйге ялға ҡайтҡанда ҡояштай балҡып китер ине атайым. Ҡарағайҙай улдар эргәлә булғанда эх, күңелле лә һуң! Уларҙың ҡолас ташлап салғы һелтәүҙәрен ҡарап тороуы ғына бер кинәнес атай кешегә.
Бер йәй шулай ике улды бесәнгә сығарып ебәрә лә, үҙе ни сәбәптәндер көн кисләтеүгә генә килеп етә бесәнлеккә.
Тип-тигеҙ итеп сабып һалынған бакуйҙарҙы байҡап, яланғасланып ҡалған бесәнлек буйлап ҡыуышҡа яҡынлай. Ике егет зәңгәр күккә ҡарап ятып, мөңгөр-мөңгөр нимәлер һөйләшеп ял итәләр.
– Ах, шайтан малайҙар! Нимә эшләнегеҙ һеҙ, ә!?
Аптырауҙан күҙҙәре шарҙай булған ағайҙарым тороп баҫып, тирә-яҡҡа күҙ һала: атайҙы сығырынан сығарырлыҡ бер нимә лә күренмәй шикелле?..
– Минең ай буйы саба торған бесәнде бер көндә сабып һалып ҡуйғанһығыҙ бит, шилмалар! – төйөлгән ҡаштары аҫтынан ҡәнәғәт йылтыраған күҙ ҡараштарынан ғына аңлап ҡалды егеттәр, әллә ни ҙур бәлә яһамаған икәнлектәрен.
Атай был донъяларҙан киткәнгә лә 15 йыл ваҡыт үтеп китте. Инде үҙҙәре лә бабай булған ағайҙарым тыуған яҡтарға ҡайтып урағанда Кәшәрҙәге шул бесәнлеккә барып, ҡыуыш урынында аяҡ һоноп ултырып, ошо хәтирәне, ҡарыулы егет саҡтарының матур бер иҫтәлеген һәр саҡ яңыртып торалар.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: