+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июль 2020, 23:05

Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?

Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?

Бер ваҡыт уҡыусы Уҡытыусыһынан:– Остазым, йәшәү мәғәнәһе ниҙә? – тип һораған.– Кемдең? – тип аптыраған Уҡытыусы.Уҡыусы уйланып:– Ғөмүмән. Кеше тормошоноң, – тип яуаплаған.– Яуап биреп ҡарағыҙ, – тигән Уҡытыусы тәрән һулыш алып.– Бәлки, мөхәббәттәлер, – тигән береһе.– Насар түгел, – тигән уҡытыусы, – әммә ғүмер ахырында «мин бушҡа йәшәмәнем» тип әйтер өсөн бер мөхәббәт кенә етәме икән?Унан икенсе уҡыусы:– Минеңсә, йәшәү мәғәнәһе – үҙеңдән һуң быуаттарға етерлек нимәлер ҡалдырыуҙа. Мәҫәлән, һинең кеүек, Остазым.– Әгәр һине насарыраҡ белһәм, был һүҙҙәреңде ярамһаҡланыу тип ҡабул итер инем. Күптәр ғүмерен заяға үткәрә тимәксеһеңме?Өсөнсө уҡыусы ҡыйыуһыҙ ғына:– Бәлки, уны, йәшәү мәғәнәһен, эҙләргә лә кәрәкмәйҙер? – тигән.– Йә, йә, – тип ҡыҙыҡһынған Уҡытыусы, – аңлат әле, ни өсөн улай тип уйлайһың?– Беренсенән, был һорауға аныҡ яуап табып булмай, һәр ваҡыт икеләнәсәкһең, икенсенән, ниндәй генә яуап тапһаң да, һәр ваҡыт уны инҡар итерлек кеше табыласаҡ. Йәшәү мәғәнәһен эҙләп бөтөн ғүмерең үтеп китеүе ихтимал...– Тимәк, йәшәү мәғәнәһе... – тип йылмайған Уҡытыусы.– Йәшәүҙә?– Минеңсә, был – яуап! – тигән Уҡытыусы һәм дәрес тамамланыуына ишаралаған. Ә Һеҙҙең өсөн, хөрмәтле дуҫтар, йәшәү мәғәнәһе ниҙә?
Читайте нас: