+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Июль 2020, 19:19

ШУНДАЙ ҺЫУЫҠ, ХАТТА БЕШЕРӘ!..

Кеше иң ҡыҙыҡһынып тыңлаған һәм ҡараған тапшырыу – “Көн торошо”. Хатта өйҙә тик ултырырға йыйынған кеше лә тыштағы хәлдәр тураһында иғланға иғтибар итә һәм ҡолағын ҡарпайта һала:

нисек унда, ниҙәр бар һәм көтөлә? Ә бына ниҙәр булған һуң Ер тарихында? Быныһы ла бик ҡыҙыҡ икән. Мәҫәлән, ҡар бөртөктәренең төрлө ҙурлыҡта һәм ҡиәфәттә була алыуы тураһында яҡшы беләбеҙ. Шулай уҡ донъялағы бер ҡар бөртөгө икенсеһенә оҡшамаған, тигән фараз да бар ғалимдар араһында. Быныһы, әлбиттә, теоретик фараз ғына, сөнки ике кеше лә бер-береһенә оҡшап торған осраҡтар була, ләкин береһе лә Африкала яуған ҡар бөртөгө менән Рәсәйҙә яуғанын йәнәш ҡуйып сағыштырып ҡарамаған. Ә бына ерҙә яуған иң эре ҡар бөртөктәренең диаметры 38 сантиметр булғанын тарих теркәп ҡалдырған.Иң вағын, әлбит тә, теркәү мөмкин түгел, сөнки уларҙың ябай күҙгә күренмәүе лә ихтимал. Ә 1986 йылдың 1 апрелендә Бангладешта яуған боҙ бөртөктәренең ауырлығы бер килограмм булған! Боҙ яуыу, ғөмүмән, тәбиғәттә һирәк осрай торған күренеш булһа ла, ул осраҡтар иғтибарға эләгеп барыусан. 1981 йылдың апрелендә, мәҫәлән, Ҡытайҙа шундай эре боҙлауыҡ яуған: 7 килограмм ауырлыҡтағы боҙҙар биш кешене бәреп үлтергән, 10,5 мең йорттоң ҡыйығын емергән. Ҡыҙыҡ осраҡтар ҙа теркәлгән: 1894 йылда АҠШ-та килеп төшкән боҙ эсендә… 20 см оҙонлоҡтағы гөбөргәйел табылған! Һирәк күренеш тигән булабыҙ ҙа ул, ә бына, күп йыллыҡ иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, йылы яҡ тигән Кенияла йылына уртаса 132 көн боҙло ямғыр яуа, имеш. Бындай көндәрҙе һанауы ла ҡыйын, сөнки боҙ бит урыны-урыны менән тиҙ генә яуып үтә – билдәләп өлгөрөү ҙә мөмкин булмай хатта. Яуым-төшөмдән башҡа, халыҡты иң ҡыҙыҡһындырғаны – һауа температураһы. Ул әллә ни үҙгәрештәр кисермәй, тибеҙ, сөнки йәйен – йәйсә, ҡышын - ҡышса булып торғанына өйрәнелгән. Ә шулай ҙа был өлкәлә лә ғәжәйеп хәлдәр булып тора икән. Әйтәйек, беҙҙең шарттарҙа иң түбән менән иң юғары һауа температура арауығы 70 градусҡа етә (йәйен – плюс 35, ҡышын – минус 35). Ә рекордты был йәһәттән Себерҙең Верхоянск ҡалаһы ҡуя икән: унда айырмалыҡ 106,7 градусҡа еткән осраҡ теркәлгән! Һауа температураһы ер шарттарында әллә ни күпкә үҙгәрмәй, тибеҙ. Ҡасан һыуытырын, ҡасан йылы булырын метеорологтар хәҙер өс көн алдан дөрөҫ белә ала. Шулай ҙа ҡырҡа үҙгәрештәр ҙә булғылап ҡуя икән. Мәҫәлән, 1943 йылдың 22 ғинуарында АҠШ-тың Көньяҡ Дакота штатында шундай күренеш күҙәтелгән: 2 минут эсендә һауа минус 20 градустан плюс ете градусҡа тиклем йылынған. Ер тарихында температура сиктәре аныҡ билдәләнгән: 1964 йылда беҙҙең һалҡынлыҡ полюсы һаналған Оймякон янында һалҡынлыҡ 71 градусҡа төшкән, ә 1922 йылда Ливияла 57,8 градус эҫелек булған. Һауа температураһы бик күп шарттарға бәйле. Уға дымлылыҡ та, ел дә ныҡ йоғонто яһай. Шуға ла хәҙер метеорологтар уңайлы шарт (комфорт) тигән төшөнсә индерҙе. Йәғни, төрлө шарттарҙа градустарҙы кеше төрлөсә ҡабул итә. Әйткәндәй, эҫенән тәне бешкән һымаҡ, кешенең ҡапыл бәргән һалҡынлыҡтан да “бешеүе” ихтимал. Быныһы инде – айырым һөйләшеү темаһы.
Читайте нас: