+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июль 2020, 11:46

Башҡорт ҡомартҡылары

Талир тәңкә менән долларҙың туғанлығы

«Талир тәңкә», тип беҙ бөгөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендә биҙәүес рәүешендә ҡулланылған ҙур көмөш аҡсаны күҙ уңында тотабыҙ. Элек талир тәңкә тип башҡорттар бер һумлыҡ көмөш аҡсаны атағандар. Тәңкә тигән һүҙ аңлашыла, буғай. Балыҡтың да йылтырап торған тәңкәһе була. Ә бына «талир» һүҙе башҡорт теленә ҡайҙан килеп ингән һуң? Бер ҙә башҡортса яңғырамаған һымаҡ тойола.
Баҡтиһәң, башҡорттағы «талир» немец телендәге «талер» һүҙенән килеп ингән икән. XV быуаттан алып Европала көмөш тәңкә рәүешендә йөрөгән аҡса берәмеген шулай атағандар. Ә уның тарихы былай: тәү башлап 1486 йылда 29,8 г ауырлығындағы был көмөш тәңкәләр Һалле ҡалаһының эрцгерцогы Сигизмунд Тироль тарафынан сығарыла башлай. Ул заманда көмөш аҡса «рейхсгульднер» исеме менән аталып йөрөтөлә. Ләкин XV быуаттың аҙағына, сауҙаның йылдам үҫеүе, киңәйеүе һөҙөмтәһендә, алыш-биреште еңеләйтеү өсөн ҙурыраҡ көмөш аҡса сығарыу ихтыяжы тыуа. Көмөш тәңкәләр күп ерҙәрҙә һәм күпләп сығарыла башлай. Ә бының өсөн Үҙәк Европала һәм Үҙәк Американың мәғдәнлектәрендә көмөш етерлек була.
Тәүге рейхсгульднерҙар араһында Саксонияла эшләнгән клапмютенталер менән бер рәттән 1519 йылдан башлап Чехияның Иоахимсталер өлкәһендә сыҡҡан «Иоахимсталер» исемле көмөш тәңкәләр ҙә билдәле. Чехияла һуғылған был көмөш тәңкәләр Габсбург династияһы менән Шликк сеньорҙарына яҡшы ғына килем килтергән.
XVI быуаттың 20-се йылдары уртаһынан башлап, бөтә көмөш тәңкәләрҙә (рейхсгульднер, клапмютенталер) «Иоахимсталер» исеме нығына, һуңыраҡ инде «талер» тип кенә йөрөтөлә башлай. Был атама күп кенә халыҡтарҙың теленә күсә һәм талер монета сығарыу тарихында киң таралған ҙур көмөш тәңкә һанала.
Талерҙың киң таралыуы һәм тәьҫире көсәйеү менән уны башҡа илдәрҙә лә сығара башлайҙар. Нидерландта ул дальдер, Скандинавияла – риксдалер, Италияла – таллеро, Польшала – талар, Францияла – Жокондаль тигән исем менән тарала. Әйткәндәй, Рәсәйҙә талерҙы «ефимка» исеме менән сығарғандар. «Иоахимсталер» һүҙенең тәүге өлөшө «Иоахим»дан алынған, күрәһең.
Рәсәйгә талер XV быуаттан инә башлай. Был мәлдә урыҫ батшаһының көмөш аҡсаларҙы күпләп сығарыу өсөн мөмкинлектәре булмай, шуға күрә Европанан индерәләр. Ул ваҡытта Рәсәйҙә көмөш тәңкә сифатында сығарылған аҡса берәмеге «Деньга» тип аталған, йәғни төрки теленән ингән «Тәңкә» һүҙенән алынған була. Европанан индерелгән талерҙы деньга сығарыу өсөн ҡулланғандар. 1654 йылдан талерҙы айырым аҡса берәмеге сифатында сығара башлайҙар, улар «рублевые ефимки» тип аталған. Ләкин уның ауырлығы 100 көмөш тәңкәнән күпкә әҙерәк булыу сәбәпле, халыҡ араһында киң таралыу тапмай. Киләһе йылына батша «рублевые ефимки»ны әйләнештән алырға мәжбүр була, уларҙың урынына Европанан килтерелгән талерҙарға «һөңгө тотҡан һыбайлы» һүрәтен (изге Георгий еңеүсе һүрәте, хәҙерге Рәсәйҙең бер, ун, илле тинендә лә төшөрөлгән) һуғып сығаралар. Һуңыраҡ ошо көмөш тәңкәләр Рәсәйҙә «рубль» исемен ала.
Ә инде башҡорттарҙа Европанан аҡса «талер» менән борондан төрки донъяһында (һуңынан Рәсәйҙә) йөрөгән көмөш аҡса «тәңкә»нең исеме бергә ҡушылып, «талир тәңкә» атамаһын барлыҡҡа килтергән һәм беҙҙең көндәргә тиклем көмөш аҡса мәғәнәһендә һаҡланып килеп еткән. Ә инде Төньяҡ Америкала (АҠШ-та) талерҙы доллар исеме аҫтында сығаралар. Артабан ул АҠШ-тың төп аҡса берәмегенә әүерелә. Бөгөнгө көндә долларҙы АҠШ-тың ғына түгел, бөтә донъяның төп аҡсаһы тип әйтергә була. Шулай итеп, талир тәңкә менән доллар атамаһы бер үк аҡса исеменән, талерҙан алынған булып сыға.
Азат ЮЛАН
Читайте нас: