ТАТРАН. Башҡорт мифологияһында Татран – ҡолаҡ ауырыуы эйәһе. Уны,
ғәҙәттә, ҡыҙ, ҡатын ҡиәфәтендә күҙ алдына килтерәләр.
Ышаныуҙар буйынса, Татран һыу ингәндә ҡолаҡҡа инә. Шуға бала-
сағалар һыуҙан сыҡҡас та бер аяҡта ырғып, һыуҙы сығарырға
тырыша. Ырғыған ваҡытта ошо йәки шуға оҡшаған башҡа магик
һүҙҙәрҙе өс тапҡыр әйтәләр:
Татран, күс, Татран, ҡас!
Был имләү ысулын, йәғни ҡолаҡтан һыу сығарыуҙы "баҡа һыуы
сығарыу" йәки "ҡасырыу" тиҙәр.
Әгәр Татран сыҡмаһа, ҡолаҡ эренләй, һыҙлай башлай. Был
осраҡта махсус им-том итеүсе саҡырыла һәм Татран ҡыуыу йолаһы
башҡарыла. Татран ҡыуыу бер нисә этаптан тора. Тәүҙә үҙенә күрә
"диагноз" ҡуялар, йәғни ауырыуҙың татран икәнлеген, уның ҡайҙан
Бының өсөн им-том итеүсе:
– Татран тигән татлы ҡош! Өйөң ҡайҙа?
Шулай ти ҙә баланың ҡолағына:
– Көф, көф, көф! – тип өрә.
Шунан Татран эйәһен маҡтап, уны күсергә, сығырға өгөтләй
башлай. Бының өсөн түбәндәге һүҙҙәрҙе һамаҡлап әйтә:
Татран, күс, Татран, күс,
Әгәр ҙә өгөтләүҙәр ярҙам итмәһә, ҡыуыу, йәғни Татранды әрләү,
яманлау, ҡурҡытыу башлана. Был осраҡта инде бөтөнләй икенсе
һүҙҙәр әйтелә. Сағыштырығыҙ:
Ҡайын күрһәң, ҡайным, тиң,
Ҡабыҡ күрһәң, ҡартым, тиң,
Ҡумырыҡ күрһәң, өйөм, тиң,
Йылан күрһәң, ҡамсым, тиң,
Татран, күс, Татран, ҡас!
Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты,
Татран ҡолаҡ, һин дә ҡайт!
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Татран эйәһе ҡолаҡтан ҡорт ҡиәфәтендә
килеп сыға һәм ҡумырыҡҡа, ҡабыҡҡа, ҡайынға күсә, тиҙәр.
Татран һүҙе менән башҡорт телендә татран булыу, татран ҡыуыу, татран ҡысҡырыу, татран ҡолаҡ кеүек һүҙбәйләнештәр бар.
Килеп сығышы яғынан татран һүҙе төрки сығанаҡлы һүҙ булырға тейеш. Беренсенән, уның нигеҙендә татыр “тоҙло, ҡаты” тигән һүҙ ятыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта татран ҡыуыу әпсендәрендә осраған татран исемле ҡош атамаһына ла барып тоташыуы мөмкин.