-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2020, 12:26

ҠОЛАҠ ТИШЕҮ

Ҡолаҡ тишеү

Һуңғы ваҡытта йәштәр араһында тату, пирсинг модалы күренешкә әйләнеп китте. Тәненә мәңге юйылмаҫ һүрәт эшләтеп, ҡолағына, кендегенә, танауына, ҡашына тимер киҫәге, тештәренә, күҙҙәренә стразалар ҡуйып, матур булам тип уйлай күрәһең улар. Ҡолаҡ – кешегә иң беренсе сиратта ишетеү органы булараҡ хеҙмәт итә. Шулай уҡ унда эске органдарға йоғонто яһаған биологик әүҙем нөктәләр урынлашҡан. Уларға дөрөҫ тәьҫир иткәндә, кешенең һаулығын яҡшыртыу мөмкин тип иҫбатлай хәҙерге медицина. Ул методика – энә-рефлекс терапияһы тип атала. Пирсинг иһә – ҡолаҡ япрағының йомшаҡ туҡымаһын тишеү. Алҡа тағыу өсөн башҡорттарҙа борон-борондан ҡолаҡтың йомшаҡ урынын тишәләр. Был урында күҙ, теш, тел, ҡолаҡ, бит мускулдары менән бәйле нөктәләр бар. Неврологтар фекеренсә, әгәр ҙә яңылыш ҡына энә менән был урындағы нөктәләр тишелһә, ул “һүнә”. Өҫтәүенә, врачтар өс йәшкә тиклемге баланың ҡолағын, ғөмүмән, тиштерергә кәңәш итмәй. Был йәшкә тиклем баланың тештәре, теле, бит мускулдары менән тығыҙ бәйләнештә булған ҡолаҡ кимерсәге формалаша. Ҡолаҡ тиштерер алдынан зыянлы яғын да уйларға кәрәк. Тәнде экзотик юл менән биҙәйем тип һаулыҡҡа зыян килтерергә лә мөмкин. Ниндәй ҡурҡыныстар һағалап тора һуң?1. Әгәр инструменттар етәрлек кимәлдә стерилләнмәгән, оҫтаның бирсәткәләре бысраҡ булғанда, “операция” өй шарттарында эшләнгәндә инфекция эләктереү мөмкинлеге бар. Шуға ла инструментты сифатлы зарарһыҙландырыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, сит илдә “пистолет” менән ҡолаҡ тишеү тыйылған. Рәсәйҙә әле һаман “пистолет” ҡулланалар. Ҡолаҡты был юл менән тишкәндән һуң сепсис менән 20 % кеше сирләй. Елһенеү, эренләү, ҡанһырау барлыҡҡа килә.2. ВИЧ һәм гепатит эләктерергә мөмкин.Шуға ла Европа илдәрендә пирсинг эшләткәндәргә донор сифатында ҡан биреү тыйылған. Ә Рәсәйҙә пирсинг процедураһынан бер йыл үткәндән һуң ғына ҡан бирергә мөмкин. Был, ҡолаҡ тиштергәндә йыш ҡына зарарланыу осраҡтары булыу сәбәпле тип, аңлатыла.3. Аллергия барлыҡҡа килеүе ихтимал.Әгәр ҙә тишкән урында ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килеп, күберсеп, ҡысытып торһа, был – аллергик реакция билдәләре. Бындай осраҡта биҙәүесте мөмкин тиклем тиҙерәк сисеп алырға кәңәш ителә. Күп осраҡта алҡаның алтын булыуыла ярҙам итмәй, был ҡиммәтле металға ла аллергия булыуы мөмкин.4. Тишелгән урында мәңгелек йөй тороп ҡалыу осрағы.Әгәр тәндә яра оҙаҡ төҙәлмәй икән, ул урында аҙаҡтан йөй (келоидный рубец) тороп ҡалыуы мөмкин. Был осраҡта пирсинг эшләргә ярамай. Астма, диабет, эпилепсия менән яфаланғанда, йөрәк, ашҡаҙан, бөйөр сирле булғанда, йәки баш мейеһе имгәнгәндә лә кәңәш ителмәй. Шулай итеп, тәнегеҙҙе тишкеләр алдынан иң беренсе уйларға кәрәк: миңә ул кәрәкме, һаулығыма зыян килмәҫме? Ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарып ҡуймағыҙ. Зөбәржәт ЯҠУПОВА
Читайте нас: