– Тамашасы һине сәхнәлә иманлы, нәзәкәтле, тыйнаҡ башҡорт ҡыҙы тип күреп өйрәнгән. Гөлназ Асаева тормошта ниндәй кеше икән?– Тәмәке, алкоголле эсемлектәр менән бөтөнләй мауыҡмайым. Йәйәү йөрөү, бейеү, спорт менән шөғөлләнеү һау-сәләмәт, күтәренке кәйефтә булырға ярҙам итә миңә.– Йырҙар тыңлағанда үҙең ниндәй музыкаға өҫтөнлөк бирәһең?– Мин классик музыка, опера тыңлап, үҙемә илһам алам. RNT, Элвин Грей, Зәйнәп Фәрхетдинова, Филүс Ҡаһиров, Ришат Төхвәтуллиндың йырҙары оҡшай.– Уңышлы булыу серҙәре нимәлә?– Йәш саҡ – бер мәл генә. Үҙеңде һәр яҡлап һынап ҡарар өсөн ҡурҡып торорға ярамай. Тәүәккәл, тырыш булған да ғына тормошта үҙ юлыңды табырға була.