“Бик борон булған хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡмар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы Һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар. Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтеү өсөн, ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош юлы тигәндәре ана шунан ҡалған ул”.Тик 20-се быуатта ғына ғалимдар Ҡош юлы спираль рәүештәге йондоҙҙар иләүе, йәғни галактика икәнлеген асыҡлай. Беҙҙең ҡояш системаһы галактиканың бер ситендә генә урынлашҡан . Ә беҙҙең галактика төнгө күктә йондоҙҙар һибелгән таҫма рәүешендә генә күренә. Күк йөҙөнөң төньяҡ ярымшарында урынлашҡан ете сағыу йондоҙҙан торған йондоҙлоҡто һәр кемебеҙ белә, әлбиттә. Урыҫса ул йондоҙлоҡ Большая медведица, тип аталһа, башҡортса – Етегән.Етегән йондоҙ тураһында легендалар башҡорт халыҡ ижадында байтаҡ ҡына. Бер легендала Етегән Алыптың (дәү кешенең) сүмесе, тиелһә, икенсеһендә ете бүре, тип нарыҡланған. “Етегән тигән ете йондоҙ – ете бүре ул. Етегәндән алыҫ түгел ике йондоҙҙо Һарат менән Буҙат, тиҙәр. Теге ете бүре шул Һарат менән Буҙатты баҫтыралар. Инде ҡыуып етеп, тотоп ашайым, тиһәләр, таң ата ла ҡуя. Таң атһа, ашай алмай.Етегән тигән ете йондоҙҙо бер тында ете уратып әйтһәң, һауап була”, – тигәндәр боронғолар. Был йондоҙлоҡҡа бәйле киң легенда, әлбиттә, “Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ”. Унда былай, тип бәйән ителә: “Элек берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. Һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти. Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артынан килгән. Инде тотам, инде электәрем тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенә яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ, тип атағандар”. Был йондоҙға бәйле башҡорт халҡында һынамыштар ҙа бар. Мәҫәлән, Етегән йондоҙ ҡараһыу булып күренһә, ямғыр булыр, тип юрағандар борон.Башҡортостанда Етегән йондоҙҙо йыл әйләнәһенә төнъяҡ күктә күҙәтергә була. Йондоҙлоҡтоң офоҡтан иң бейек күтәрелгән мәле (80 градус) март айына тура килә, сентябрҙә, киреһенсә, офоҡҡа яҡын тора (20 градус). Етегән йондоҙҙоң Алып сүмесе, тип аталыуын әйткәйнем инде. Ошо сүместең ситендәге ике йондоҙо туп-тура Тимер ҡаҙыҡ йондоҙона күрһәтеп тора. Тимерҡаҙыҡ – түңкәрелгән бәләкәй сүмес (тотҡаһының) формаһындағы йондоҙлоҡтоң иң осондағы сағыу йондоҙ (урыҫса Полярная звезда). Башҡортостан территорияһында был йондоҙ бер ҡасандар байымай һәм үҙ урынынан шылмай. Шуға күрә лә был йондоҙҙо башҡорттар борон-борондан Тимер ҡаҙыҡ, тип атап йөрөткән, йәғни тимер ҡаҙыҡ менән ҡатып ҡуйылған, шылмай торған йондоҙ, тигәндәр. Тимер ҡаҙыҡтың ошо уҡ сифаты менән бәйле икенсе исеме – Алтын бағана. Төндә ошо йондоҙға ҡарап башҡорттар тура юлды билдәләгән, аҙашмаған. “Ҡәнифә юлы” риүәйәтендә ҡаҙаҡтарҙан ҡайтыу өсөн Ҡәнифә исемле ҡыҙға тәрбиәсеһе: "Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңда булһын”, – тип кәнәш бирә. Буға йондоҙлоғондағы ойошоп торған яҡты йондоҙҙар төркөмө (Буға исеме грек мифологияһынан алынған) башҡорттарҙа Иләк йондоҙо йәки Өлкәр йондоҙо, тип атала. Өлкәр күктең Төньяҡ ярымшарында урынлашҡан. Ноябрҙән алып ғинуарға тиклем был йондоҙлоҡто күҙәтеү өсөн бик уңайлы осор һанала. Өлкәргә бәйле халҡыбыҙҙа һынамыштар ҙа бар. “Өлкәр ергә төшкәндә, һыйыр һыуға төшөр”, – тигән башҡорттар. Йәғни Өлкәрҙең офоҡтан юғалыуы йәйге эҫенең башланыуына тура килгән. Күк йөҙөнөң төньяҡ ярымшарында башҡорт атамаһы булған тағы бер йондоҙлоҡ бар. Ул Арҡысаҡ йондоҙо йәки йондоҙлоғо. Арҡыс-торҡос өсәр йондоҙҙан торған өсөн башҡорттар уны Арҡысаҡ тип атаған. Фәндә уның исеме Орион йондоҙлоғо, тип исемләнә. Грек мифологияһы буйынса Орион исемле һунарсы һынланған. Арҡысаҡты төнгө күктә табыуы ҡыйын түгел. Уны бергә генә, әҙерәк ауышыраҡ рәүештә торған өс аҡһыл-зәңгәр төҫтәге йондоҙҙар аша танырға була. Улар “Орион билбауы”, тип атала. Билбау янында сағыуыраҡ йондоҙҙар урынлашҡан. Шулай уҡ, бинокль менән ҡарағанда бында Ориондың Оло томанлығын күрергә була. Арҡысаҡ йондоҙлоғоноң иң сағыу йондоҙо – үтә ҙур ҡыҙыл гигант Бетельгейз. Был күк есеменең исеме ғәрәп телендә (Бәйт әл Джаузза) “Үҙәктең ҡулы”, тип тәржемә ителә. Әммә уны яңылыш “Ҡултыҡ аҫты”, тип тә атайҙар. Был йондоҙ беҙҙең ҡояштан 600-700 тапҡырға ҙурыраҡ, Ерҙән 650 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Тағы ла башҡортса атамаһы булған күк есеме – Венера планетаһы. Ул беҙгә һәр иртән сағыу йондоҙ рәүешендә күренә. Был пленетаны башҡорттар борондан Сулпан, йәки Зөһрә йондоҙо, тип атай. Шулай уҡ башҡорттарҙа Аҡбуҙат, Күкбуҙат, Зөлфәр, Яҡты йондоҙ, Эңер йондоҙ, тигән йондоҙ исемдәре лә билдәле. Борон йондоҙҙарҙың исемдәрен белеү, өйрәнеү һәр кемдең бурысы һаналған. Арҙаҡлы башҡорт ғалимы, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәр башҡорт үҙенең ете быуынын, риүәйәт, өләңдәрҙе һәм йондоҙҙарҙы белергә тейеш, тип яҙған үҙенең “Йәдкәр” исемле китабында. Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.