+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июль 2020, 18:14

Шиғыр яҙа башлаһам, аптырамағыҙ

Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡор т дәүләт университеты уҡытыусыһы, доцент, публицист, сценарист, (“Алтын тирмә”, “Арыҫлан” ир-егеттәр клубы тапшырыуҙары сценарийҙарын яҙыусы, “Юлдаш” радиоһының “Асыҡ студия”һы алып барыусыһы), кроссмейкер.

- Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбендә 1978 йылдарҙа унынсы синыфты тамамланым. Атайым ябай механизатор булып эшләһә лә, бик уҡымышлы булды. Өйгә алдырмаған баҫма булмай торғайны. Әсәйем ауыл китапханасыһы булғас, иң яңы китаптарҙы беренсе булып уҡый торғайныҡ. Шунда кроссворд сисергә әүәҫләнеп киттем. Тәнәфестә иптәштәрем тышҡа уйнарға сығып китһә, мин мәктәп китапханаһына инеп, яңы гәзит-журналдарҙа сыҡҡан кроссвордтарҙы сисә инем. Китапханалағы бөтә китаптарҙы ла, хатта татар телендә сыҡҡандарын, уҡып бөттөм, тиһәм дә хата булмаҫ. Ҡалын-ҡалын энциклопедик һүҙлектәрҙе лә ҡалдырмай инем.Әсәйем гел район гәзитенә мәҡәләләр яҙа торғайны. Быны күреп үҫкәс, мин үҙем дә унан ҡалмаҫҡа тырышам: публицистика менән шөғөлләнә башлауыма уға бурыслымын. Атайым һис кемдән дә ҡурҡмай, тура һүҙле булды. Мин уға оҡшап, яҙған мәҡәләләрем дә халыҡҡа дөрөҫлөктө асырға тырышам. Кешегә төрлө һәләттәр бирелә. Ҡайһы берҙәре ярылып ята: кемдер матур йырлай, кемдер матур һүрәт төшөрә. Ә ҡалғандары күҙгә ташланмай, улар ҡайҙалыр төптә орлоҡ ҡына булып ята. Уларҙы асыу, үҫтереү өсөн көн һайын үҙеңдең өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Һуңыраҡ ҡайҙалыр уҡыным: әгәр кеше берәй эш менән 10 мең сәғәт даими шөғөлләнһә, ошо шөғөлө уның йәшеренеп ятҡан талантын яңы кимәлгә күтәреп ебәрә. Кроссвордтар сисә торғас, 23 йәшемдә үҙем кроссворд төҙөй ала башланым. Бала саҡтан айырым блокнотҡа төрлө афоризмдар йыя барҙым. Тора-бара ошо шөғөлөм һәләтемә яңы үр яуларға мөмкинлек бирҙе: үҙем афоризмдар төҙөй башланым. Шиғырҙар буйынса кроссвордтар төҙөгәндә башҡорт шиғриәтенә ғашиҡ булдым, бигерәк тә, Зөһрә Ҡотлогилдина менән Әсхәл Әхмәтҡужин әҫәрҙәре үҙҙәренең тос йөкмәткеһе менән әсир итте. Тора-бара шиғыр яҙырға һәләтем асылып китһә, аптырамағыҙ.
Читайте нас: