+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июль 2020, 17:09

ҺЕҘ НОМОФОБ ТҮГЕЛМЕ?

ҺЕҘ НОМОФОБ ТҮГЕЛМЕ?

Смартфондарға артыҡ бәйле кешеләрҙе шулай тип атай психологтар. Номофобия термины инглиз теленән (no mobil-phone phobia) мобильникһыҙ, йә булмаһа смартфонһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу тигәнде аңлата. Табиптар компьютер-телефондарға бәйлелек наркотиктарға тиң тип борсола башлағас, 10 йыл элек барлыҡҡа килгән был төшөнсә. Номофобтарҙы төрлө ил ғалимдары тикшерә. Һәм ошондай уртаҡ һығымталарға килә: смартфондарын юғалтҡандарҙы яҡындарына, йә булмаһа хәүефһеҙлек хеҙмәттәренә шылтырата алмау һис тә борсомай. Номофобтар смартфондарында һаҡланған шәхси мәғлүмәттәрен һәм белешмә әйберҙәрен юғалтыуҙан ҡурҡа. Телефондарын юғалтып, улар физик тән ауыртыуы кисерә, йөрәк тибештәре йышая, нервылары, психикалары ҡаҡшай. Яҡын-тирәлә шылтыраған тауыш ишетеп ҡалыу менән телефондарын ҡулдарына эләктерә һалалар. Руль артындамы, концерттамы, урмандамы, балыҡтамы – уларға телефон шылтыраған тауыштар ишетелә. Ысынында иһә берәү ҙә шылтыратмай.Номофобтар бер ваҡытта ла телефондарын һүндермәй. Уңайы тура килгән һайын батареяһын 100 процентҡаса көсәйтеп ала. Гел эргәләрендә тота. Бәҙрәфкә лә унһыҙ йөрөмәй. Номофобиянан дауа юҡ. Психологтар ундайҙарға бер юлы ике ҡулдарын да эш менән мәшғүл итергә кәңәш бирә. Мәҫәлән, утын ярырға.
Читайте нас: