+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 12:38

Ҡайын, ҡарағастан – һағыҙ!

ЙӘКИ ТӘБИҒИ ҺАҒЫҘ ФАЙҘАЛЫРАҠ Бөгөн магазин кәштәләрендә һағыҙҙың ниндәй генә төрө юҡ! Күптәребеҙ яратып сәйнәгән “тәмлекәс”тең һаулыҡҡа зарарлы булыуы ихтималлығын уйлап та бирмәй беҙ. Хәтеремдә: бала саҡта өләсәйем ҡайнатҡан туҙ һағыҙын сәйнәй торғайныҡ, үҙебеҙ урмандан ҡарағас һағыҙы ла алып ҡайтыр инек. Ҡарағас сайырынан эшләнгәне

Алдан әйткәнемсә, бала саҡта ҡарағас һағыҙы алыр өсөн ауылдан йыраҡта үҫкән ҡарағастар янына йөрөй торғайныҡ. Баҡтиһәң, белмәйенсә сайыр сәйнәп йөрөгәнбеҙ икән. Ә ысынын әҙерләүҙең үҙ сере бар. Уның менән Йылайыр районында командировкала саҡта шәхсән танышырға насип итте. Иң тәүҙә сайыры ағып сыҡҡан ҡайырҙарҙы тоҡлап тигәндәй йыйып алаһың. Уларҙы таҙартып, ҡараңғы урынға йәйеп ҡуяһың. Шулай иткәндә, ҡайыр кипмәйәсәк (уны тиҙ генә эшкәртеп булмауы ла бар бит). Әҙер ҡарағас ҡайырын ҡаҙандың йәки кәстрүлдең өҫтөнә бәйләп эленгән сепрәккә самалап һалып, талғын утта тотаһың. Сайыр әкренләп иреп, шыйыҡсаға әйләнеп, һауыттың эсенә аға. Унан ҡалаҡ ярҙамында төрлө фигуралар яһарға ла мөмкин. Бер аҙ һыуытып алғас, әҙер һағыҙҙы сәйнәргә була. Тәмлелеге!.. Төрлө илдән килтерелгән, әллә күпме химик матдәләр ҡушылған, һаулыҡ өсөн зарарлы һағыҙҙарҙы һатып алып, ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйғансы, өләсәйҙәрҙең шөғөлөн тергеҙеп, тәбиғи һағыҙҙарҙы үҙебеҙ яһап сәйнәһәк ине. Ҡайын туҙынан яһалғаны Күптәр уны “ҡара һағыҙ” тип йөрөтә. Ҡайын туҙынан эшләнгәс, ул таҙа, сәләмәтлеккә зарар килтермәй. Һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын медицина белгестәре лә таный. Теште таҙартыу, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөү йәһәтенән туҙ һағыҙына етеүсе юҡ, тиҙәр. Шулай уҡ уның ашҡаҙан-эсәк, боғаҡ ауырыуҙарын, үҙәк көйөүҙе дауалауын иҫбат итеүселәр байтаҡ. Тимәк, элек ауыл инәйҙәре юҡҡа ғына туҙ һағыҙы яһауға ҙур әһәмиәт бирмәгән. Был эште күмәкләп башҡарғандар. Хатта яҙ һайын балалар өсөн махсус рәүештә һағыҙ ҡайнатҡан кешеләр булған. Һағыҙ яһау өсөн апрель-май айҙарында ҡайын туҙын һыҙырып, уны йәтеш итеп турап, әҙерләп ҡуяһың. Шунан туҙҙы суйын ҡаҙанға һалып, аҫтына ут тоҡандыраһың. Һағыҙ ситенә йәбешмәһен өсөн һауыт алдан майлап ҡуйыла. Утты аҡрын ғына яндырыу шарт. Ҡайнатманы махсус ағас таяҡ менән болғата-болғата, ҡаҙанға һыҙырылған туҙҙы өҫтәй бараһың. Болғағыс таҙа булырға тейеш, сөнки, ниндәйҙер бысраҡ эләгә ҡалһа, һағыҙҙың сифаты боҙолоуы ихтимал. Бер аҙҙан ҡара төҫтәге иҙмә барлыҡҡа килә. Уны, өҫтөн тултырғансы һыуыҡ һыу ҡойоп, бер аҙ ваҡытҡа ултыртып торорға кәрәк. Һыуый төшкәс, ҡаҙан эсендәге һағыҙҙы йомғаҡҡа уратып алабыҙ. Артабан, алдан әҙерләп ҡуйылған ҡамыр йәйгес таҡта өҫтөнә һалып, тәгәрәтәбеҙ, килеп сыҡҡан йәймәне туҡмас һымаҡ тигеҙ өлөштәргә турайбыҙ. Аҙаҡ һағыҙҙарҙы махсус һауытҡа йәки полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуйырға мөмкин. Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: