+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июль 2020, 18:31

Журнал уҡыусыларыбыҙ ижады

Мәсетле районы Яңы Мишәрҙә тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта ошо уҡ райондың Йонос ауылында йәшәгән Гөлсирә ШАФИҠОВА - таныш булығыҙ! Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар берлеге ағзаһы, ете китап авторы: "Балалар һәм өлкәндәр өсөн яҙам. Лирика, сатира, юмор - минең - төп шөғөлөм", - ти "Тамаша"ның дуҫы. Бөгөн журнал уҡыусылар иғтибарына уның "Ғашиҡ...ендәр" исемле юмористик шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙыҡ түгелме ,ҡыҙыҡмы? Яҙҙым әле бер мәҙәк. Яҙғанымды ялған тимә, Ышанырға ла кәрәк. Күктә йондоҙҙар ҡабынып, Йорттарҙа уттар һүнгәс, Ҡарт-ҡоролар бисмиллалап, Өйҙәр ишеген элгәс, Осрашҡан, ти, сит баҡсала Һылыу ҡыҙ менән егет.

Тирә яҡ тып-тын, ти,
Аулаҡ.
Эт өрөп ҡуйған лаулап.
Түңәрәй ай, оялғандай,
Болот артына боҫҡан.
Шаярышып, ғашиҡтарға
Йондоҙҙар күҙен ҡыҫҡан.
Ауылды сорнаған сергә
Ғашиҡ һандуғас моңо.
Иремәҫ тимә был мәлдә
Хатта йөрәктең туңы!
Һөйөшкәндәр егет һәм ҡыҙ,
Ултырғандар бик ипле.
Әммә, сығабыҙ, тиһәләр,
Баҡса ҡапҡаһы бикле!
Ваҡыт үтә, ҡыҙ көрһөнгән,
Уҫал әсәһен уйлап.
Йөрөгәндәр оҙаҡ ҡына
Баҡса ҡоймаһы буйлап.
Ҡыҙ :
-Һикереп төшәм , - тигәс,
Егет күтәреп торған.
Аҙаҡтан нимә булғанын
Аңларһың үҙең, туған.
Кис ултырып , Гөлғәйшә
Ҡайтҡан, имеш, шул төндә.
Көтмәгәндә ҡыҙ һикереп
Төшә уның алдына.
Ҡатынҡай ныҡ шөрләүенән
Бәлтерәп төшә тәүҙә.
Ҡойма аша осҡан өрәк
Әллә тоҡ, әллә кәүҙә?
Һә тигәнсе йүгерә-атлап,
Барып етеп Гөлғәйшә,
Ишек ҡағып, шул баҡсаның
Хужаһына өндәшә:
-Бур күргәндәй булдым ,ағай,
Зинһар, тим, ашығығыҙ.
Ҙур тоҡ менән ҡойма аша
Осто бит ашлығығыҙ.
Хужа уйлай:
“Мал, ҡошом юҡ,
Юҡсы арпа, бойҙайым.
Сәбәпһеҙгә бурға япһам,
Ни ҡылыр һуң хоҙайым!
Ғишыҡ тотоп, күңелендә
Килгәндер мут Гөлғәйшә.
Ҡарайым, ҡылын сиртеп,
Ипле генә һөйләшә”.
Ысынлап та бер нимә юҡ -
Ел иҫкән серле тоҡтан.
Ирекәй көлә:
- Ҡайҙа һуң бур,
Һине шулай өркөткән?
Буйҙаҡ ир ни, гел ҡыҙмаса,
Шул саҡ йөрәген аса:
- Күңелемдә әллә ниндәй
Матур хыялдар таша,
Яҙмыш һине юлдарыма
Сығарғандыр, күрәһең.
Ғәйшәкәйем, күптән һине
Килә ине күрәһем.
Гөлғәйшәнең иңбашына
Һалған да ауыр ҡулын,
Эҙләп киләйек , - тигән,
Ен булмаһа,черт булһын.
Ирҙең йылы һүҙҙәренән
Ҡатын да киткән иреп.
Эҙләгәндәр икәү енде
Төн буйы бергә йөрөп.
Хәҙер ауыл кешеләрен
Ҡалтыратып һүҙ йөрөй:
- Аралыҡта йөрөмәгеҙ,
Аралыҡта ен йөрөй.
Кемдер күргән, берәү түгел,
Был ендәр дүртәү, имеш.
Ҡасып-боҫоп, улар төнөн
Баҡсанан үтә, имеш.
Гөлсирә ШАФИҠОВА
Читайте нас: