+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июль 2020, 13:51

Оҙаҡ йәшәйһең киләме?

Гелотология фәне кеше ғүмерен оҙайтыу ысулдарын тапҡан.

Ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.Көлөү, ысынлап та, ауыртыуҙы баҫырға һәләтле. Беҙ донъябыҙҙы онотоп шарҡылдаған ваҡытта вирустарҙы һәм башҡа ауырыу тыуҙырыусыларҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә икән. Шуға ла тормошҡа еңелерәк ҡараған оптимистарҙың йоғошло ауырыуҙарға бирешеп бармауы билдәле. Хахылдап көлөү эске ағзаларға, шул иҫәптән, эсәктәргә лә яҡшы тәьҫир итә икән. Көлгән мәлдә беҙҙең 80 төр мускулдарыбыҙ ҡыҫҡара, тән температураһы артып китә, ҡан баҫымы үҙгәрә, ә мейегә эндорфиндар – “бәхет гормондары” ағыла. Шатланыу ҡан тамырҙарына ла ыңғай тәьҫир итә. Быларҙың барыһын өйрәнеп, көлдөрөп дауалау тигән йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Кешенең йәненә һәм тәненә көлөүҙең йоғонтоһон һәм уны дауалау ысулы булараҡ ҡулланыуҙы өйрәнеүсе махсус фән гелотология тип атала. Был фән менән шөғөлләнеүселәр көлкө тыуҙырыусы сәбәптәрҙе махсус эҙләй. Гелотологияға Америка ғалимы Норманн Казинс нигеҙ һала. Әйткәндәй, асышҡа килтергән ваҡиғаның башы һис күңеллеләрҙән түгел. 70-се йылдарҙа була был хәл. Казинс бик етди ауырыуға дусар була. Бөтөнләй хәрәкәт итә алмай башлағас, түшәктә ятҡан килеш кинокомедиялар ҡарауҙан да мауыҡтырғысыраҡ шөғөл ҡалмай. Ул донъяһын онотоп көлә һәм бер мәл үҙәккә үтерлек һыҙланыуҙарының кәмей барыуына иғтибар итә. Яйлап бармаҡтары, аяҡ-ҡулдары хәрәкәткә килә. Бер ни тиклем ваҡыттан ул бөтөнләй һауыға. Улай ғына түгел, Лос-Анджелес университетының көлөүҙе өйрәнеү кафедраһын етәкләй. Шулай итеп, әжәлдең үҙен көлкө ярҙамында еңә алыуы менән тарихҡа инә.
Читайте нас: