-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2020, 00:33

Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе?!

Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын, тиҙәр. Нисек йәшәрмен унда, мин бит кескенә һәм ярҙамға мохтаж?"Аллаһ әйткән:

"Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен". Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: "Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән". Аллаһ: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың". "О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем? Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә, ни эшләрмен?" - тигән бала. Аллаһ әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша аралашырбыҙ". Унан һуң бала: " Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар?" тип һораны. Аллаһ иһә: "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар", - тип яуаплаған.Һине күрмәгәс, миңә бик яманһыу булыр.Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын.Шул саҡта Ер йөҙөнән сабый илаған тауыш ишетелде һәм яңы донъяға килгән бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе?!" Аллаһ тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй" - тине.
Читайте нас: