+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Июнь 2020, 22:07

Йылмайыу ордены

Ә һеҙҙең Йылмайыу ордены хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Эйе, эйе, шундай халыҡ-ара орден да бар. Польшала барлыҡҡа килгән был бүләкте кемгә тапшырыуҙы балалар хәл итә. Килеп сығыу тарихы ошолайыраҡ.

Дауаханала ятҡан поляк малайы үҙенең хәлен белергә килгән әҙибәнән: “Ни өсөн кешеләрҙе батырлығы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләйҙәр, ә әйләнә-тирәһендәгеләрҙең күңелен күтәреүселәрҙе, бәхетле итеүселәрҙе бүләкләмәйҙәр?” – тип һорау бирә. Яҙыусы был ваҡиға менән “Польша курьеры” гәзите редакцияһында бүлешә. Журналистар етешһеҙлекте бөтөрөргә хәл итә һәм бындай кешеләр өсөн ордендың эскизына бәйге иғлан итә. Йыл һайын балалар был орденға лайыҡлы кеше хаҡында хаттар яҙа һәм иң күп тауыш йыйыусы яҙыусы, артист, уҡытыусы, рәссамдарҙы бүләкләйҙәр. Тантана мәлендә бүләкләнеүсе лайыҡлылығын иҫбат итер өсөн бер стакан лимон һутын йөҙөн дә сирмайынса эсеп бөтөргә тейеш. Был орденды алыусы тәүге сит ил кешеһе СССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡурсаҡ театрын юғары сәнғәт кимәленә күтәргән Сергей Образцов була. Замандаштары уның бөтә юғары исем һәм наградалары араһында тап Йылмайыу ордены менән айырыуса ғорурланыуын иҫләй.
Читайте нас: