+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2020, 15:15

Тәүҙә тарихтың бер күренеше күҙ алдына килә

Үҙе тураһында асылып һөйләргә әүәҫ түгел рәссам: «Картиналарымды халҡым өсөн эшләйем, уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараһалар, аңлаһалар, миңә шул етә», – ти.

Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, «Артыш» Ижад берекмәһе ағзаһы, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз күргәҙәмәләрендә ҡатнашыусы рәссам Ринат Атауллиндың ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйле, сөнки ул бында тыуып үҫкән. Магнитогорск дәүләт педагогия институтының һынлы сәнғәт факультетында белем алған. Әле рәссам Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй.
Уның картиналары М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһына индерелгән. Әҫәрҙәренең төп темаһы – тыуған яҡ, тарих, халыҡ йолалары һәм кешеләр. Өлкән быуын рәссамдарының йолаларын дауам иткән Ринат Йомор улы үҙе алған белеменә, тәжрибәһенә, күҙәтеүҙәренә, уйланыуҙарына таянып, ваҡыт, быуындар бәйләнешен, халҡының рухи ҡиммәттәрен тасуирлаған картиналар ижад итә. Ринат үҫмер сағында археолог булырға хыяллана, уларҙың ауылында өс йыл рәттән геологтар лагеры урынлашып, төрлө эҙләнеүҙәр алып барған була. Ә атаһы Йомор Атауллин, ветеринария табибы булһа ла, йыш ҡына ҡулына ҡылҡәләм алып, майлы буяуҙар менән пейзаж, натюрморт төшөрә. Ул картиналары менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша. Ринат та атаһы юлын ҡабатлап, һүрәт төшөрә. Олатаһы Атаулла шәжәрәһен ентекле өйрәнә. Уларҙың быуындар сылбырында тарихи шәхестәр байтаҡ булған: Тәүәш батыр, Иһәш тархан, Йомор бей (олатаһы ул исемде яңыртыу өсөн улына, Ринаттың атаһына ла ҡуша). Шәхестең, кешенең үҫешенә ғаиләнең йоғонтоһо ифрат ҙур булыуы күптән иҫбатланған. Тыуған ергә һөйөү, тирә-яҡҡа иғтибарлы, һынсыл ҡараш, атай-олатайҙарҙан ишетеп белгән әллә күпме тарих Ринаттың да тормош юлын билдәләй.
Уның балалары, махсус мәктәпкә йөрөмәһәләр ҙә, шулай уҡ ижади юлды һайлай. Ҡыҙы Юлиә һынлы сәнғәт факультетын тамамлай, улы Азамат дизайнерлыҡ һөнәрен үҙләштерә.
Ринат Йомор улына картиналарының нисек яҙылыуы тураһында һораштым.
– Борон-борондан ер өсөн күпме һуғыштар булған. Хәрбиҙәрҙең ҡулдарындағы ҡалҡандарҙы ергә теҙеп сыҡһаң, бөтөн Ер шары ҡапланыр ине. «Ҡалҡандар» картинаһы ошо турала уйланып йөрөүҙән килеп сыҡты. 1806 йылда, әле Александр I менән Наполеон Бонапарт татыу сағында, Рәсәй батшаһы ҡунаҡтарҙы күрһәтмә сығыштар ҡарарға саҡыра. Бының өсөн ул башҡорттарҙы сығара. Ергә баш кейеме – папаха һалына, башҡорттар атта йөрөп, уртала ятҡан шул баш кейеменә уҡ менән ата. Был тарихтан «Төнъяҡ амурҙары уҡтары» картинаһы барлыҡҡа килде, – ти рәссам.
Асҡар ауылы мәҙәни-ял үҙәгенең икенсе ҡатында райондың билдәле шәхестәренең галереяһы булдырылған. Уларҙың барыһының да авторы – Р.Й. Атауллин. Бик ҙур хеҙмәт, баһалап бөткөһөҙ эш башҡарылған. Үҙе тураһында асылып һөйләргә әүәҫ түгел рәссам: «Картиналарымды халҡым өсөн эшләйем, уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараһалар, аңлаһалар, миңә шул етә», – ти. Журналыбыҙҙа Әбйәлил рәссамының картиналарынан бер нисә репродукция тәҡдим итәбеҙ.
Сәриә КУЧАЕВА
(Архивтан)
Читайте нас: