+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2020, 16:33

Психологтар кәңәш итә: күңел тыныслығы табыр өсөн ҡайһы ваҡыт йәшерен осрашып-күрешеүгә барыр кәрәк

Күңел тыныслығы табыр өсөн ҡайһы ваҡыт йәшерен осрашып-күрешеүгә барыр кәрәк

тәбиғәт менән.
Һаумы, Тынлыҡ! Һиңә килдем. Нисек кенә хәлдәрең? Минең әле һиңә генә Серҙәш булыр мәлдәрем.
Арығанда мәшәҡәтле Тормош даръяһын гиҙеп, Күңелемә шифа табам Һил утрауыңа килеп.
Моң-зарымды, уйҙар йөгөн Бушатам шып-шым ғына, Һиллегең менән имләйһең, Тыңлайһың тып-тын ғына.
Һәр күҙәнәгем йотлоғоп Ғаләм ауазын аулай. Эй, тыңлайым тынлыҡ моңон Танһығым ҡандыралмай.
Ығы-зығылы донъяға Ҡабат ҡайтҡан саҡтарҙа Йәнгә алырмын тыныслыҡ Энзе* итеп һаҡларға.
Энзе* - (НЗ- неприкосновенный запас)
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: