+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июнь 2020, 14:57

Был нимә??!!

Турғай ҙурлыҡ ҡына был ҡошҡайҙарҙың оҫталығына, берҙәмлегенә һәм үҙҙәренең дөйөм "йәмғиәт ҡанундарын" бер тайпылышһыҙ үтәгәненә хайран да ҡалырлыҡ, фәһем дә алырлыҡ.

Ошондай ныҡ, ышаныслы ҡоролмалар эшләгәне өсөн дә был ҡошто рус телендә ткачик (туҡыусы) тип атағандар. Тропик саванналарҙа йәшәгән был ҡоштар ағастарға, электр бағаналарына донъялағы иң ҙур оялар эшләп дан ҡаҙанғандар. Бергә- бергә һыуыҡты ла, эҫене лә, ҡурҡынысты ла еңергә була икәнен белә улар. Ояларын төрлө үлән япрағы, үҙҙәре бүлеп сығарған бүлендектәрҙән һәм йөндән эшләйҙәр. Төптәге "бүлмәләрҙә" кескәй ҡошсоҡтар ҙурая, төндә үҙҙәре ял итә. Оя эшләгәндә бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша. Ә ялҡауҙарҙы, йәки сит оянан "төҙөлөш материалы" урлап килтергән ҡараҡтарҙы бергәләп хөкөм итәләр- оянан ҡыуалар. Яңғыҙ ҡош йә үлемгә дусар була, йәки ғәйебен танып, берҙәм ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайта һәм икеләтә нығыраҡ тырышып хеҙмәт итә башлай.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: