Ул Көньяҡ Уралдағы таш тоҡ формаһындағы мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарынан һанала – оҙонлоғо 100 метрҙан күберәк, 40 метрҙан 60 метрға тиклем киңлектәге, бейеклеге 30 метрға саҡлы етә.
Аҫҡын мәмерйәһенең уникаллеге шунда – мәмерйәлә йәйен дә, ҡышын да бер температура һаҡлана: – 4 градус. Иҙәне боҙ менән ҡапланған мәмерйәлә 8–11 метр бейеклектәге, диаметры 5 мертға еткән боҙ сталагмиттарҙа төрлө хайуан-йәнлек формаларын, әкиәти персонаждарҙы төҫмөрләргә була. Был мәмерйәнең үҙенсәлеге уның уникаль акустикалы булыуында. Ер аҫты залында акустика хатта филармония йә опера театрыныҡынан да һәйбәтерәк, тиҙәр.