+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июнь 2020, 18:14

Бер көршәк ҡаймаҡ

Ғәйшә инәйебеҙ ҙә шулай, өҫтәл тултырып ызнакумдары яратҡан һөт ризыҡтарын әҙерләп ҡуя. "Сметана ла сметана" тип йүгерешеп килеп ултырған урыҫ балаларына бер горшок ҡаймаҡ килтереп ултырта. Горшогы ла горшогы!

Элек башҡорт ерҙәре булған Ырымбур өлкәһенең сигендә генә урынлашҡан ауылымда һәр ғаиләнең дә урыҫ "знакум" дары була торған ине. Йәмле яҙ, йәй айҙарында улар бала-сүрәләрен тейәп килеп төшөп, Һаҡмарҙың йомшаҡ һыуында кинәнеп йөҙөп, ҡыҙынып, урман һауаһын һулап ял итеп ҡайтырҙар ине. Саф һауала ял итеп алған знакумдарҙың бүре башы ашарҙай булып асығып ҡайтып инеүен хужабикәләр белеп бөткән инде, тәмле аш-һыуын әҙерләп көтөп торалар.
Ғәйшә инәйебеҙ ҙә шулай өҫтәл тултырып ызнакумдары яратҡан һөт ризыҡтарын әҙерләп ҡуя. "Сметана ла сметана" тип йүгерешеп килеп ултырған урыҫ балаларына бер горшок ҡаймаҡ килтереп ултырта. Горшогы ла горшогы! Совет заманында эшләнгән матур биҙәкле, тотҡалы, эмалле был һауытты ауыл әбейҙәре үҙенең ысын тәғәйенләнеше буйынса түгел, ә магазиндан уҡ нәҡ ошо ҡаймаҡ үткәрер өсөн алырҙар ине. Ә инде бындай һауыттарҙы тәғәйенләнеше буйынса ғына ҡулланып өйрәнгән ҡала кешеләренең бер көршәк ҡаймаҡты күргәс, күҙҙәре маңлайҙарына менә. Балалары танауҙарын сыйырып өҫтәл артынан тороп уҡ киткәнен күргән Ғәйшә инәй хәйләкәр генә кеткелдәп көлә. Белһендәр әле, тәмле эремсек, ҡаймаҡты эш итеп ашауы бер ҙә еңел түгелен. Иртәнән кискә тиклем мал, ҡош-ҡорт, баҡса тип бөтөрөлгән ауыл халҡының йәмле Һаҡмар буйында ял итеү түгел, сығып та күрә алмай икәнен. Миләш һүрәте төшөрөлгән ошо матур көршөктө Ғәйшә инәй: "Яратып ҡына тотондом, яратҡан ғына киленемә бирәм"- тип туп-тулы иретелгән һары май менән тоттороп ҡайтарҙы. Инде нисәнсе йыл рәхәтләнеп тотонам. Бушаған ваҡытында ла өй түрендәге кәштәлә матур булып ултыра, Ғәйшә инәйҙең төҫө булып. Уға ҡараған һайын бер горшок ҡаймаҡ тарихы иҫкә төшөп, көлөшөп алабыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: