+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июнь 2020, 22:59

Һеҙ айлурофил әллә айлурофобмы?

Бесәй балаһы ҡыҙыҡ, Ята келәмдә ойоп. Бәп-бәләкәй булһа ла, Үҫкән бит уға мыйыҡ!

Айлурофилия - грек телендәге - ailuros – бесәй, philos - мөхәббәт һүҙҙәрҙән яһалған термин. Бесәйҙәрҙе үтә ныҡ яратҡан кешеләрҙе психиатрияла шулай атайҙар. Был хәл күп осраҡта оло йәштәге яңғыҙ ҡатындарҙа күҙәтелә. Сығымдарға ҡарамай һәм йәшәү мөмкинлектәре булдыра алмауҙарын иҫәпкә алмай, тиҫтәләгән бесәй тотҡандар бар. Бесәйҙәр кемдәргәлер яңғыҙлыҡты еңергә ярҙам итә, йәки киткән яҡындарын алмаштыра. Урыҫ телендә котофил тигән термин бар. Быныһы инде йомшаҡ мәғәнәлә ҡулланыла, бесәйҙәрҙе яратҡан кешеләрҙе шулай атайҙар. Беҙҙеңсә улар бесәйһөйәр була инде. Айлурофобия Айлурофобия грек телендәге ailuros — бесәй һәм фобия, ҡурҡыу һүҙҙәренән яһалған термин. Бесәйҙәрҙән үлеп ҡурҡҡан кешеләрҙе шулай тиҙәр. Бындай ҡурҡыуҙың тыумыштан килеүе бар. Ундай кешеләр хатта уйынсыҡ бесәйҙән дә ҡурҡа. Бесәй йөнө, мырылдауы ла улар өсөн шомло була. Картиналарҙа, телевизорҙан бесәйҙе күреү ҙә уларҙы күңелһеҙләндерә. Кемдәлер, ҡасандыр бесәйҙән зыян күреү сәбәпле ғүмерлеккә ҡурҡыу ҡала. Бесәйҙе урамда ла урап үтергә тырышҡан, ҡараңғы бүлмәлә улар менән осрашыуҙан ҡурҡҡан кеше күрһәгеҙ, белегеҙ – улар айлурофобтар.
Читайте нас: