+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июнь 2020, 18:29

Һиндостан - фильмстан

Ни өсөн Болливуд фильмдарында үбешмәйҙәр?

Кемдер ҡасандыр: “Кинолар өс төркөмгә бүленә: яҡшы, насар һәм һинд фильмдарына”, - тигән. Йәше-ҡарты күҙ йәштәрен һөртә-һөртә һинд киноларын ҡарап хушланған ваҡыттар күптән артта ҡалған. Тик “сәйҙәре сыҡмай башлаған кеүек, кинолары ла юғалды, буғай” тиергә ашыҡмайыҡ. Һиндостанда киноларҙы бөгөн дә төшөрәләр. Һәм нисек төшөрәләр әле! Әйтәйек, “Миллионер из трущоб” фильмы 8 “Оскар” премияһына лайыҡ булды (шул иҫәптә иң яҡшы йыл киноһы) һәм 4 “Алтын глобус”. Ғөмүмән, рәсәйҙәр өсөн һинд кинолары тарихы 1954 йылдан, Радж Капур уйнаған “Бродяга” фильмынан башланған тиергә була. Һиндостандың үҙендә беренсе киносеанс 1896 йылда үткән. 1912 йылдан һуң Бомбей ҡалаһында беренсе һинд киноһы төшөрөлә. Бөгөнгө Болливуд шулай барлыҡҡа килә. Америкалағы Голливудҡа ауаздаш итеп шулай атап йөрөтһәләр ҙә, улар һис кенә лә бер-береһенә оҡшаш түгел. Шаҡтай ваҡыт һинд кинолары башҡа илдекеләрҙән бер яғы менән дә айырылмаған. Ә бына тауыш ҡуллана башлағас, эштәре яйға киткән. Ваҡиғалар ағышын йыр-моң аша бәйләп биреп, индустар “үҙ йөҙөн булдырған”. Һинд киноһындағы иң оҙон йыр 18 минут дауам иткән. Уны алты йырсы өс тәүлек буйы яҙҙырған. Болливуд фильмдарының тағы бер айырмаһы бар: унда үбешмәйҙәр. Был үҙенсәлектең тарихы былайыраҡ. 1932 йылда төшөрөлгән “Зарина” киноһында һиндтарҙың әхлағы өсөн борсолған комиссия 86 үбешеү эпизоды барлығын иҫәпләгән. Ана шунан һуң экранда үбешеүҙәр ҡәтғи тыйылған да инде. Бары тик 1987 йылда Радж Капурҙың улы Риши Капур махсус рәүештә Раджив Ганди янына барып, киноларҙа үбешергә рөхсәт һораған. Ҡатыны Сони ханымдың да (ә ул Италиянан булған) һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, президент уға рөхсәт биргән. Ә инде эстәлегенә килгәндә, Һиндостанда бер нисә төп сюжет бар: бәләкәйҙән айырылғын игеҙәктәр, тыйылған мөхәббәт, атаһы йәки әсәһе өсөн үс алыу. Индустар киноларын рекорд ҡуйырлыҡ тиҙлектә төшөрә. Бер тәүлек эсендә “ыһ” та итмәй йырҙарын-бейеүҙәрен монтажлап, бер тулы метражлы фильм төшөрөп ҡуя алалар. Болливудта йылына 1000-гә яҡын кино сығарыла. (Сағыштырыу өсөн: Голливудта 250 тирәһе.) Йылдар үтә, актерҙар ҡартая, әммә улар янына йәштәр килә. 80-90-сы йылдарҙы Һиндостанда “Бөйөк таланттарҙың балалары дәүере” тип атағандар. Ул дәүер әле булһа дауам итә. Тамашасы тарафынан яратылған, иң оҙайлы танылыу яулаған Амитабх Баччандың бөгөн килеп улы Абхишек экранға сыҡты. Радж Капурҙан башлап был нәҫелдә бөтә ир-ат тиерлек кино йондоҙо. Ҡасандыр һәр икенсе ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ иткән актер, бөгөн инде үҙ киностудияһы, отелдәр селтәре булған бизнесмен Митхун Чакробортиҙың улы Мимох шулай уҡ кино йондоҙо булмаҡсы. Шулай итеп, һинд киноларының юғалыуы тураһында ниндәй һүҙ булһын? Киреһенсә быуындан быуынға тапшырыла торған мираҫ кеүек дауам итә. Сөнки ығы-зығылы был заманда Ер шарында әкиәткә мохтаждар бөтмәйәсәк. Ә уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерлек матур “әкиәт”тәр Һиндостанда ғына тыуа ала.
Читайте нас: