- Был иншала һеҙ синыфташтарығыҙҙың барыһына ла матур билдә бирергә, йәғни иптәштәрегеҙҙең бары тик яҡшы, күркәм сифаттарын ғына һанап сығарға тейеш...”
Кис уҡытыусы иншаларҙы эшкәртергә ултыра. Ул һәр уҡыусының исем-фамилияһын айырым ҡағыҙ битенә яҙып сыға ла, һуңынан шул биттәргә был уҡыусы тураһында иптәштәре әйткән матур һүҙҙәрҙе күсереп яҙа. Икенсе көн ул һәр уҡыусыға уның тураһында иптәштәренең маҡтау һүҙҙәре яҙылған ҡағыҙ биттәрен тапшырып сыға. Бер минуттан класс бүлмәһе йылмайыуҙарҙан балҡып китә. Әле теге, әле был яҡтан бышылдашҡан тауыштар ишетелә: “Үҙем тураһында был тиклем маҡтау һүҙҙәре уҡырмын тип уйламаған инем!”, “Ҡайҙа, күрһәт әле, һинең ҡағыҙыңда нимәләр яҙылған?”
Был синыф мәктәпте тамамлап бер нисә йыл үткәс, ҡайғылы хәбәр килеп төшә: синыфташтарының береһе хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.Егетте һуңғы юлға оҙатырға уҡытыусыһы ла, синыфташтары ла килә. Зыяраттан ҡайтышлай уҡытыусы уҡыусыһының өйөнә инә. Егеттең атаһы кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән, таушалып бөткән, остары кителгән ҡағыҙ киҫәге сығара һәм уҡытыусыға мөрәжәғат итә:– Был – улымдың кеҫәһенән табылған. Ул һеҙгә таныштыр, тип уйлайым.Үҙ ҡулдары менән яҙылған ҡағыҙҙы уҡытыусы таный. Унда – мәрхүм тураһында синыфташтарының матур һүҙҙәре.– Был эшегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, – ти егеттең әсәһе. - Күреүегеҙсә, улым был ҡағыҙҙы иң ҡиммәтле йәдкәр итеп һаҡлаған.Уҡытыусыны мәрхүмдең синыфташтары уратып ала.– Ул ҡағыҙҙы мин дә ҡәҙерләп һаҡлайым, – ти уларҙың береһе.– Минең ирем ул ҡағыҙ битен беҙҙең туй альбомы араһында тота, – ти бер ҡатын.– Ә минеке ҡуйын дәфтәре эсендә йөрөй, – ти икенсеһе.Ә береһе бәләкәй сумкаһын асып, унан шундай уҡ таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәге сығара:– Ә минеке һәр ваҡыт үҙем менән.
Уҡытыусының, күңеле тулып, күҙҙәрендә йәштәр йыйыла: ябай дәфтәр битенә яҙылған, ябай, йылы һүҙҙәр иҫ киткес ҙур әһәмиәткә эйә шул!Йылы һүҙ – йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Яратыуҙы белдергән, кисереүҙе һораған, һине яҡлауҙы, хәлеңә кереүҙе аңлатҡан бер-ике йылы һүҙ һөйләп-аңлатып бөтөргөһөҙ ҙур көскә эйә.