-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июнь 2020, 12:10

Дуҫтар, иғтибар: конкурс!

Һылыубикәнең һәнәге нишләп һынған?

Бала саҡта, иҫләйһегеҙме, шундай уйын була торғайны – бер үк хәрефтән башланған һөйләмдәр төҙөп ярыша инек. Бер уйлап ҡараһаң, телде байытыуға һәйбәт күнекмә булған бит. Әйҙәгеҙ, ошо уйынды тергеҙәйек.
Миҫал өсөн: Һылыубикә һылыу һары һыртлы һыйырына һалам һалғанда, һыйырының һыртына һәнәк һабы менән һуғып, һәнәгенең һабын һындырған.
Ҡарамалы ауылы ҡарауылсы Ҡаһарман ҡартҡа сана ҡарамалатырға ҡалдырғайным. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән? Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарап ҡына алып ҡайт әле.
Ә бына кем “Т” хәрефенән генә торған һөйләм төҙөй алыр икән? “Тамаша” һүҙен ҡулланыу мотлаҡ)
Еңеүсе бүләкһеҙ ҡалмаҫ!
Читайте нас в